Абдулхаҡ (исем)

башҡорт ир-ат исеме

Абдулхаҡ — ир-ат исеме.

Абдулхаҡ

Этимологияһы

үҙгәртергә

Абдулхаҡ (Әбделхаҡ) башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән, ҡушма исем, ике үҙ аллы һүҙҙән яһалған (абдул+хаҡ) ысын, дөрөҫ мәғәнәһенә эйә[1].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Игебаев Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы, Абдулхаҡ Игебаев (2 июль 1930 йыл — 27 сентябрь 2016 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (2010). 1963 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының (1980) һәм РСФСР-ҙың (1991) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1990) һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры.

Аҡҡулов Абдулхаҡ Ғәббәс улы (рус. Аккулов Абдулхак Габбасович; 15 июль 191026 июнь 1975) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкында, артабан — 132-се уҡсылар дивизияһында, 1944—1945 йылдарҙа — НКВД-ның 488-се айырым батальонында хеҙмәт итә. Политрук, лейтенант.

Баһауетдинов Абдулхаҡ Хәйретдин улы (рус. Багаутдинов Абдулхак Хайретдинович) (1915 йыл — 12 август 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, лейтенант. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 313-сө кавалерия полкының саперҙар взводы командиры.

Бикҡужин Абдулхаҡ Закир улы (рус. Биккузин Абдулхак Закирович) (14 ноябрь(ҡайһы бер документтарҙа 17 ноябрь[1]) 1919 йыл — 15 март 2007) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, өлкән лейтенант. 112 -се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһының артиллерия дивизионы яугиры. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985), «Ҡыҙыл Йондоҙ» (1941) ордендары кавалеры.

Ҡаһарманов Абдулхаҡ Абдрахман улы (24 апрель 1927 йыл — 21 май 2007 йыл) — уҡытыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1957), Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Атаһының исемендә

үҙгәртергә

Саттарова Эльза Абдулхаҡ ҡыҙы (28 июль 1958 йыл) — журналистика ветераны, 2007—2017 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы районының «Кармаскалинская новь» гәзите мөхәррире. 1978 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2012).

Мәжитов Нияз Абдулхаҡ улы (20 август 1933 йыл — 11 октябрь 2015 йыл) — тарихсы-ғалим, археолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының беренсе рәйесе (1995—2002), Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе (2000—2009). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2006) һәм 2006—2012 йылдарҙа уның вице-президенты. Тарих фәндәре докторы (1989), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ