Зәйнәп (исем)
Зәйнәп (Зәйнәб) — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарҙа ҡулланылған ҡатын-ҡыҙ исеме.
Этимологияһы
үҙгәртергәЗәйнәп (Зәйнәб) башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән, «тулы кәүҙәле», «таҙа», «кәкүк» мәғәнәләрен аңлатҡан ҡатын-ҡыҙ исеме[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәЗәйнәп Абдулла ҡыҙы Биишева — (2 ғинуар 1908 йыл — 24 август 1996 йыл) — башҡорт прозаигы, шағир, драматург һәм тәржемәсе. 1949 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ның халыҡ яҙыусыһы (1990), Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1968), өс «Почёт Билдәһе» ордены (1960, 1968, 1976) кавалеры.
Зәйнәп Яхъя ҡыҙы Ханларова — (әзерб. Zeynəb Yəhya qızı Xanlarova; 28 декабрь 1936 йыл) — йырсы (лирик сопрано). СССР-ҙың халыҡ артисы (1980), Баҡы ҡалаһында тыуған. Зәйнәп Фазлытдин ҡыҙы Фәрхетдинова — татар эстрада йырсыһы, Татарстандың халыҡ артисы (2009)
Зәйнәб бинт Йәһеш — (ғәр. زينب بنت جحشвафаты - 20/642) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең хәләл ефеттәренең береһе, хаҡ мосолмандар Инәһе.
Зәйнәб - Мөхәммәт Пәйғәмбәр ейәнсәре — (ғәрәп. زينب بنت علي) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ейәнсәре, ҡыҙы әз-Зәһрә Фатиманың һәм хәҙрәти Ғәли Әбү Талиптың өсөнсө ҡыҙы. Уны бигерәк тә шиғыйҙар ҙурлай. Кербәләләге хәлдәрҙе, Пәйғәмбәрҙең ейәне имам Хөсәйендең шәһит булып киткәнлеген мосолмандарға бәйән итеп ҡалдырған.
Зәйнәп Ҡараташ — билдәле төрөк публицисы.
Зәйнәб бинт Һүзәймә — (ғәр. زينب بنت خزيمة; — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең хәләл ефеттәренең береһе, хаҡ мосолмандар Инәһе. Әмир ибн Сасә ырыуынан булған. Фәҡирҙәргә һәм меҫкендәргә рәхимлелеге, шәфҡәтлелеге өсөн уға «Үмм Мискин» (меҫкендәр инәһе) тигән ҡушамат биргәндәр.
Зәйнәп Али ҡыҙы Махаева — Дағстандың эстрада йырсыһы, Дағстан Республикаһының (2008), Чечен Республикаһының халыҡ артисы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәЗәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте — Башҡортостан Республикаһының башҡорт, урыҫ, татар һәм республикала йәшәүсе башҡа халыҡтар телдәрендә нәфис, ғилми-популяр, педагогик, балалар, мәҙәни-ағартыу, тыуған яҡты өйрәнеү әҙәбиәтен, POS-материалдарын һәм һынлы сәнғәт тауарҙарын баҫып сығарыусы (нәшер итеүсе) дәүләт ойошмаһы.
Зәйнәб Биишева исемендәге премия — Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы хакимиәте һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзының 1999 йылда берлектә булдырған әҙәби премия, йыл һайын халыҡ яҙыусыһының тыуған көнө — 15 ғинуарҙа тапшырыла.
Зәйнәб Биишева музейы — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Биишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙының йорт-музейы Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Туйөмбәт ауылында урынлашҡан.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 60-сы.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |