Көнсығыш фронтының контрһөжүме

Көнсығыш фронтының контрһөжүме —1919 йылдың яҙын — йәйендәге РККА-ның Көнсығыш фронтының Урыҫ армияһының Көнсығыш фронтына ҡаршы масштаблы һөжүме.

Көнсығыш фронтының контрһөжүме
Төп конфликт: Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы
Көнсығыш фронтының контрһөжүме
Көнсығыш фронтының контрһөжүме
Дата

28 апрель13 май 1919
15 май19 май 1919
25 май20 июнь 1919

Урыны

Удмуртия, Татарстан, Башҡортостан, Һамар һәм Ырымбур өлкәләренең хәҙерге территорияһы

Сәбәбе

Урыҫ армияһының һөжүме

Нәтижә

Большевиктарҙың еңеүе

Ҡаршы тороусылар

Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы РСФСР

Рәсәй флагы аҡ хәрәкәт

Ҡаршы тороусы көстәр

РККА-ның Көнсығыш фронты:

Урыҫ армияһының Көнсығыш фронты :

 
Көнсығыш фронт
Рәсәйҙә Граждандар һуғышы
Иркутск (1917) Иностранная интервенция Чехословацкий корпус (Барнаул Нижнеудинск Прибайкалье) •Иркутск (1918) Казань (1) Казань (2) Сембер Сызрань и Самара Ижевск и Воткинск Пермь (1)
Урыҫ армияһының яҙғы һөжүме (Ырымбур Уральск) • Чапанная война
Көнсығыш фронтының контрһөжүме
(Боғорослан Бәләбәй Сарапул-Воткинск Өфө)Пермь (2) Златоуст Екатеринбург СиләбеЛбищенскТобол Петропавловск Уральск и Гурьев
Бөйөк Себер Боҙ походы
(ОмскНовониколаевскКрасноярск) •
Иркутск (1919)
Партизанское движение (Алтай Омское восстание Минусинск Центр.Сибирь Забайкалье) • Голодный поход Ҡарағош яуы Восстание Сапожкова Западно-Сибирское восстание

Алдағы ваҡиғалар

үҙгәртергә

Көнсығыш фронтында ҡыҙылдар ҙа, аҡтар ҙа һөжүм итергә 1919 йылдың яҙында әҙерләнә ине, әммә аҡтар беренсе булып башлайҙар. Уларҙың операциялары 1919 йылдың март — апрелендә фронт үҙәгендә стратегик йырып сығыуға килтерҙе. Большевиктарҙың командованиеһы көнсығышҡа стратегик резервтарын ташларға мәжбүр булды: 2-се уҡсылар дивизияһын һәм һәм ике уҡсы бригадаһын, шулай уҡ ҡыҙыл Көнсығыш фронты командование ҡарамағына Ҡазанда формалашып бөтөп барған 35-се уҡсылар дивизияһы инде.

Әммә ҡыҙылдарҙа Фрунзе командованиеһы аҫтында Көньяҡ ғәскәрҙәр төркөмө запаста була. Баштағы план буйынса һөжүмдә уға төп роль тәғәйенләнә: аҡтарҙың һөжүменән һуң барлыҡҡа килгән ситуация билдәләнгәс, Фрунзе башланған һөжүмде туҡтата һәм ғәскәрҙәрҙе яңынан төркөмдәргә бүлгеләй. Шуның менән үҙенең һул флангын нығыта (уға аҡтар тылдарына инеү менән янай) һәм стратегик резерв булдыра. 9 апрелдә Фрунзе ҡарамағына өҫтәмә рәүештә 5-се армия бирелә.

Совет командованиеһының пландары

үҙгәртергә

Ҡазанда үткән кәңәшмәнән һуң, 10 апрелдә, Көнсығыш фронты Реввоенсоветының директиваһы сыға. Директиваға ярашлы Көньяҡ төркөмгә Бутулук — Сорочинск — Михайлов районында бөтә көстө йыйып? 5-се армияны ҡыҫырыҡлауын дауам иткән дошман көстәрен көньяҡтан төньяҡҡа ҡарай бер удар менән ҡыйратырға кәрәк була. Артабан 5-се армияһы частарының Быҙаулыҡ һәм Боғорослан йүнәлешендәге дауам иткән сигенеүен туҡтатырға кәрәклегенә күрһәтелә ине, әммә төп удар өсөн тәғәйенләнгән көстәр менән түгел, ә Һамарҙа формалашҡан частар ярҙамында. Ошо директива менән бер үк ваҡытта 2-се армия командармы В. И, Шорин дөйөм етәкселегендә Төньяҡ армиялар төркөмө булдырыла (2-се һә 3-се армияларҙы берләштерә): уның алдында генерал Гайда армияһын ҡыйратыу бурысы ҡуйыла. Армия төркөмдәре араһындағы сикләүсе һыҙыҡ Бөрө, Чистополь һәм Кама инеше аша үткәрелгән була.

Совет контрһөжүме алдынан ғәскәрҙәрҙең торған урыны

үҙгәртергә

Пермь һәм Сарапул йүнәлештәрендә 37 мең ҡыҙыл яугирына ҡаршы 33 мең аҡтар һуғыша; фронтты ҡҙгән урында аҡтарҙың 40 мең яугиры була, ә ҡыҙылдарҙың — 24 мең. Ханжиндың армияһы16 апрелдә Боғоросланды баҫып ала һәм 250—300 км фронтта һуҙыла; был фронтта Вятка йылғаһының тамағынан Боғоросланға тиклем аҡтарҙың веер формаһын алып биш дивизияһы хәрәкәт иткән. Ханжиндан һулғараҡ, унан ныҡ ҡына ҡалышып, Ырымбур йүнәлешендә үҙенең ғәйрәтле ғәмәлдәре менән 1-се армия тарафынан тотҡарланған Беловтың армия төркөмө хәрәкәт итә.

Фрунзе ниәте

үҙгәртергә

Фрунзе удар төркөмөн Быҙаулыҡ районында тупларға һәм дошмандың һул флангына һөжүм итергә була. Ошо ваҡыт эсендә 5-се армия аҡтарҙың хәрәкәтен Боғоросланда туҡтатырға тейеш була, сөнки дошмандың тере көстәрен ҡыйратыу барлыҡ башҡа мәьәләләрҙе лә сисүгә булышлыҡ итер ине.

Дөйөм хәлдең торошон иҫтә тотоп, фронт командованиеһы Волганы фронталь ышыҡлау өсөн алдан Фрунзе өсөн тәғәйенләнгән резервтарҙың бер өлөшөн йүнәлтә. Шул уҡ ваҡытта аҡтар фронты уң яҡтан һикелтәлр формаһын ала, был һикәлтәләр үҙ-ара бәйле булмай. Килеп сыҡҡан ситуацияла Фрунзе һикәлтәләрҙе айырым ҡыйратырға ҡарар итә. Төп удар көсө Төркөстан армияһы исемен ала.

19 апрелдә Фрунзе ошонда план ҡора: юллап түбәндәге ҡарар ителде: 1-се армия, һөжүмгә күсеп, дошмандың VI корпусын тотҡарларға тейеш була, был ваҡытта Төркөстан армияһы уң яҡтан 5-се армия менән берлектә дошманды ҡыйратырға һәм уның Боғорослан төркөмөн (III корпус) төньяҡҡа алып ташларға һәм уның Бәләбәй менән бәйләнешен киҫергә тейеш. төркөстан армияһының атлы ғәскәре III һәм IV корпустары араһында разведка алып бара, 1-се армия менән бәйләнеш тота һәм аҡтарҙың III корпусының тылдарына һөжүм яһай. 5-се армия Боғоросланды яулап алыу өсөн дошманды фронттан атакалай.

Шул уҡ ваҡытта фронт командованиеһы алдан Фрунзе өсөн тәғәйенләнгән, быға тиклем киҫектерелеп килгән өҫтәмә көс ярҙамында Сергиевск аҫтында аҡтарҙың II корпусын ҡоршауға алыу өсөн тағы ла бер удар эшләргә ҡарар сығара.

Чистополгә янаған хәүеф Көнсығыш фронты командованиеһын үҙенең армияларының Төньяҡ төркөмдәрен әүҙемләштерергә мәжбүр итә, бының һөҙөмтәһендә 3-се армияға, 29 апрелдән дә ҡалмайынса, Кама йылғаһынан көнбайышыраҡ урында торған дошманды ҡыйратыу маҡсатында һөжүмгә күсергә бойороҡ бирелә.

Операциялар

үҙгәртергә

Шул ваҡытта аҡтар һөжүмен дауам итә. Генерал Белов Ырымбурға бер нисә уңышһыҙ һөжүмдән һуң фронттан үҙенең резервын —генерал Бакичтың IV корпусын индерергә була. Был корпус Иманғол ауылын эргәһендәге Һайылмыш йылғаһы аша сығып, Ырымбурҙы төньяҡтан баҫып алыуға һәм уңыш йылмайған саҡта Яңы-Сергиевск яғына алға китеп V һәм VI корпустары менән берлектә ҡыҙылдарҙың 1-се армияһын ҡамауға алыу менән тамамланыуға булышлыҡ итә. Әммә Гай яңынан төркөмдәргә бүленергә өлгөрә һәм 22 — 25 апрелендәге өс көн дауамындағы алышта Белов төркөмөн ҡыйрата, уның ике дивизияһын тулыһынса тиерлек юҡҡа сығара, өҫтәүенә ҡыҙылдар яғына IV корпусының ҡалдыҡтары ла күсә. Һөҙөмтәлә Бәләбәйгә һөжүм иткән Ханжин армияһының тыл коммуникациялары асыла. Ҡыҙылдарҙың 1-се армияһы оператив иреклек ала. .

Әммә Ханжин армияһы һөжүмен дауам итә. 25 апрелдә аҡтар Сергиевск янындағы Саллы ауылын баҫып алалар. Бөтә Көнсығыш төркөмөнөң тыл тимер юлы коммуникацияларындағы Кинель узел стансаһын хәүеф аҫтына ҡуя. Шул уҡ көндә Чистополь бирелә. Ошо ваҡиғалар Көнсығыш фронтының командованиеһын Төркөстан армияһының тулыһынса тупланыуын да көтмәйенсә Көньяҡ төркөмөнә һөжүмгә күсергә бойороҡ бирергә мәжбүр итә. Чистополь йүнәлешендә Чистополде ҡайтарып алыу өсөн 2-се армияһының уң флангына һөжүмгә күсергә бойора.

Боғорослан операцияһы

үҙгәртергә

28 апрелдә Боғоросландан көньяҡ-көнсығышыраҡ ҡыҙылдар тарафынан аҡтарҙың 11-се һәм 6-сы пехота дивизиялары тулыһынса тар-мар ителә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҙур арауыҡтар булыу сәбәпле аҡтарҙың II корпусы һөжүмен дауам итә һәм 27 апрелдә Сергиевскиҙы яулап ала.

Дошман көстәренә удар төркөмдөң маневры тиҙ арала тәьҫир итһен өсөн, Көнсығыш фронтының командованиеһы Төркөстан армияһының Сембер һәм Һамар йүнәлештәрендәге Бөгөлмәгә һәм 5-се армияһының уң флангын — Шалашниково стансаһына төбәп, һөжүм үҙәген алыштырырға ҡарар итә. Шулай итеп, Көньяҡ төркөмөнөң удар часы фронты төньяҡ-көнсығыш йүнәлешенән төньяҡ-көнбайышҡа үҙгәртелә. 4 майҙа 5-се армия частары Боғоросланды яулап алалар. 5 майҙа аҡтар Сергиевскиҙы ташлап китә һәм Бөгөлмәгә сигенә. 4 майҙа аҡтар Чистополде ҡалдыралар һәм көнсығышҡа табан сигенә башлайҙар, әммә 2-се армия участкаһында Гайданың Себер армияһы ҡыҙылдарҙың 28-се — уҡсылар дивизияһын ҡыҫырыҡлап, Вятка йылғаһы аръяғына сығырға мәжбүр итә.

Килеп тыуған хәлдән сығып, 6 майҙа Фрунзе дошманды тулыһынса ҡамап алыу буйынса яңы план ҡора. Тыуған хәүеф арҡаһында аҡтар Бөгөлмәне ҡалдыралар һәм унда 13 майҙа ҡыҙыл 5-се армия инә.

Бәләбәй операцияһы

үҙгәртергә

Көнсығыш фронтының яңы командующийы А. А. Самойло 5-се армияны ҡыҙыл армияларҙың Төньяҡ төркөмөнә ярҙам итеү өсөн ҡулланырға ҡарар итә. 10 майҙа 5-се армия Көнсығыш фронтының командованиеһы ҡарамағына күсә һәм уға Бөгөлмәне алғандан һуң үҙенең фронтын төньяҡ-ҡөнсығыш йүнлешендә бойорола. Артабан ул 2-се армияға ярҙам итер өсөн юлланырға тейеш ине.

17 майҙа Самойло 5-се армияның тп көстәренең төньяҡҡа киҫкен боролоуын билдәләгән яңы директива бирә; шул уҡ ваҡытта һөжүмгә 2-се һәм 3-се армиялар күсергә тейеш була. Әммә Бәләбәй районындағы ҡаршылыҡ төйөнө әле юҡҡа сығарылмаған булыу сәбәпле, Фрунзе ҡарамағына 5-се армия составынан 25-се һәм 2-се уҡсылар дивизиялары бирелә. 25-се дивизия алдына Бәләбәйҙе төньяҡтан урап алыу бурысы ҡуйыла, 1-се һәм Төркөстан армиялары Фрунзе планы буйынса эш итәләр. Аҡтар уратып алыу хәүефенән ҡасып, 17 майҙа Бәләбәйҙе ташлап сығалар һәм тәртипһеҙ рәүештә Ағиҙел аръяғына Өфөгә табан сигенәләр. Самойло дошмандың ҡыйратылыу масштабтарын дөрөҫ баһаламай һәм Көнсығыш төркөмө армияларының аҡтарҙы эҙәрләүен туҡтата. Фрунзе был ҡарар менән риза булмай һәм 19 майҙа Самойло эҙәрлекләү тураһында директива сығара.

Бәләбәй операцияһының уңышлы тамамланыуы ҡыҙыл армияларының Көньяҡ төркөмөнә яңы һулыш бирә һәм Ырымбур һәм Урал өлкәләрендә һуғышҡан ғәскәрҙәрен көсәйтергә мөмкинлек бирә.

Бөгөлмә — Бәләбәй операцияһы тамамланғандан һуң Көнсығыш фронтының командованиеһы Көньяҡ төркөмө алдына яңы бурыс ҡуя: дошманды эҙәрлеүен дауам итеү менән бер рәттән Өфө — Стәрлетамаҡ (Стәрлетамаҡты 28 майҙа 1-се армия атлы ғәскәре баҫып ала) районын яулап алырға, Ырымбур һәм Урал өлкәләрендәге ихтилалдарҙы баҫтырырға һәм ныҡлап ошо райондарҙы еңеп алырға. Көньяҡ төркөмө командованиеһына 5-се армияһы ярҙам итергә тейеш була. Ошо бурысты тормошҡа ашырыу өсөн Көньяҡ төркөмө командованиеһы төньяҡтан 5-се армияһының һәм көньяҡтан Төркөстан һәм 1-се армиялары көстәре менән дошманды ҡыҫымға алыуҙы планлаштырыла. Аҡтар шул уҡ ваҡытта 6 пехота полктарының удар көсөн Өфөнән аҫтараҡ Ағиҙел йылғаһы инешендә туплай, улар үҙ сиратында Төркөстан армияһы флангтарын ҡыҫымға алырға ниәтләй.

25 майҙа ҡыҙыл ғәскәрҙәренең Көньяҡ төркөмө 28 майҙан башлап дөйөм һөжүмгә күсеү тураһында бойороҡ ала. Ошо тотҡарлау аҡтарға көс йыйырға мөмкинлек бирә. 28 майҙа аҡтарҙың удар төркөмө Ағиҙел йылғаһы аша сыға, әммә 29 майҙа ҡыҙылдарҙың 5-се армияһы тарафынан ҡыйратыла. Командование директиваларын үтәп, 5-се армия 30 майҙа Ағиҙел йылғаһы аша сыға һәм Бөрө ҡалаһын яулай һәм 2-се ҡыҙыл армияһы фронтының ваҡиғалар барышына йоғонто яһай.

7 июндән 8 июнгә ҡараған төндә Көньяҡ төркөмө ҡыҙыл ғәскәрҙәренең 25-се уҡсылар дивизияһы частары Ҡыҙыл Яр стансаһы янында Ағиҙел йылғаһы аша сыға. Уңышты йәйелдереп, командование үҙенең резервы — 31-се уҡсылар дивизияһын һуғышға индерә һәм 9 июндә Өфөнө ҡыҙыл ғәскәрҙәре яулап ала. Аҡтар Өфөнән өҫтәрәк Ағиҙел йылғаһы буйында 16 июнгә тиклем тора, артабан Ханжин армияһы көнсығышҡа табан сигенә башлай.

Сарапул — Воткинск операцияһы

үҙгәртергә

5-се армияһының уңыштары аҡтарҙың сигенеүенә булышлыҡ итә һәм 2-се ҡыҙыл армияһы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Сарапулға һәм Ижевск заводына барып етергә мөмкинлек ала.

Һөҙөмтәләр һәм эҙемтәләр

үҙгәртергә

Көньяҡ һәм үҙәк фронт участкаларындағы аҡ армияларын тар-мар итеү ҡыҙыл армияларына Урал һыртына сығыу шарттарын булдыра һәм төньяҡ фронт участкаһында аҡтарҙың алға барыуын юҡҡа сығара, аҡ ғәскәрҙәрҙең төньяҡ төркөмө тыл коммуникацияларына хәүеф тыуҙыра.

Әҙәбиәт һәм сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Ф. Огородников. Удар по Колчаку весной 1919 года. М., 1938.
  • Л. М. Спирин. Разгром армии Колчака. М., 1957.
  • К.Н. Андреев. Разгром белогвардейцев и интервентов на Урале. Пермь, 1969.
  • Н. Е. Какурин, И. И. Вацетис «Гражданская война. 1918—1921» — Санкт-Петерубрг, «Полигон», 2002. ISBN 5-89173-150-9