Абдрахман (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Абдрахман — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрлө милләт вәкилдәре лә ҡуллана.
Этимологияһы
үҙгәртергәАбдрахман исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән һәм, рәхимле, изге ниәтле тигәнде аңлата[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәҒәлләмов Абдрахман Әбдрәхим улы (15 октябрь 1926 йыл — 19 февраль 1989 йыл) — башҡорт теле ғалимы, методист. Юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1967), доцент, Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1967).
Фамилия
үҙгәртергәАбдрахманов Барый Абдрахман улы (28 декабрь 1916 йыл — 1 апрель 1996 йыл) — дәүләт һәм партия эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1967—1978 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы секретары. СССР-ҙың алтынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты, КПСС-тың ХХII съезы делегаты.
Абдрахманов Ғәйнетдин Шәйхи улы (1929—2001) — юғары категориялы слесарь-торбасы, «Башкирэнерго» йәмғиәтенең слесарҙар бригадаһы бригадиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981).ике Ленин ордены (1974, 1981). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)
Абдрахманов Илдус Барый улы (1942 т.) — химия фәндәре докторы (1990), профессор, Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһы академигы.
Абдрахманов Ильяс Әхмәт улы (1951 т.) — хужалыҡ эшмәкәре, техник фәндәр кандидаты, Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (1999) атҡаҙанған металлургы.
Абдрахманов Рәфил Фазыл улы (1942 т.) — гидрогеолог, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011).
Абдрахманов Хәниф Хажиғәле улы (1925—1999) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Дан ордены тулы кавалеры.
Атаһы исеме
үҙгәртергәЗаһретдинов Роберт Абдрахман улы (16 декабрь 1932 йыл — 1 март 2016 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең бар донъяла танылыу алған атаҡлы ҡумыҙсыһы, педагог-музыкант. РСФСР-ҙың (1987) һәм Башҡорт АССР-ының (1981) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың (1978) һәм Башҡорт АССР-ы (1974) халыҡ мәғарифы отличнигы. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1993), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013).
Ғүмәров Рәсүл Абдрахман улы (14 март 1936 йыл) — нефтсе-инженер, йәмәғәт эшмәкәре. СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы.
Сабитов Мөхтәр Абдрахман улы (20 декабрь 1946 йыл) — журналист, яҙыусыһы, драматург, топонимист һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе. 2001—2006 йылдарҙа Салауат ҡалаһында башҡорт телендә сыҡҡан «Салауат» гәзите мөхәррире. 1992 йылдан Башҡортостандың Яҙыусылар союзы, 2002 йылдан — Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2006), СССР-ҙың мәҙәниәт отличнигы (1989), Х. Ғиләжев исемендәге премия лауреаты (1998).
Буранғолов Мөхәмәтша Абдрахман улы (15 декабрь 1888 йыл — 9 март 1966 йыл) — Башҡортостандың халыҡ сәсәне (1944). Фольклорсы, драматург. 1940 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.
Хәмиҙуллин Әҡсән Абдрахман улы (17 декабрь 1928 йыл — 27 декабрь 2000 йыл) — нефтсе. 1952—1987 йылдарҙа «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында быраулаусы, мастер. Башҡорт АССР-ының 8-се саҡырылыш (1971—1975) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Ишембай ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (1998).
Исмәғилев Рәйес Абдрахман улы (29 ғинуар 1953 йыл) — режиссёр, мәҙәниәт өлкәһе эшмәкәре. 2011—2020 йылдарҙа Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры. Рәсәйҙең Журналистар (1999) һәм Кинематографсылар (2000) союздары ағзаһы. I—IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (Конгресы) делегаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004) һәм почётлы кинематографсыһы (2000), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1995).
Абдрахманова Лена Абдулбарый ҡыҙы (1971 т.) — журналист.
Рәхмәтуллин Дәүләтбай Абдрахман улы (15 сентябрь 1937 йыл) — башҡорт музыканты, ҡурайсы, йырсы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974).
Йыр
үҙгәртергәАбдрахман кантон — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.
Ауылдар
үҙгәртергәАбдрахман (рус. Абдрахманово) — Себер даруғаһы Ҡыр-Көҙәй улусында (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) нигеҙләнгән, хәҙер бөткән ауыл.
Абдрахман (рус. Абдрахманово) — Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 303 кеше[1]
Абдрахман (рус. Абдрахманово) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл.
Абдрахман (рус. Абдрахманово) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 147 кеше.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |