АльМанСаф
Викидатала элемент юҡ |
Ҡыпсаҡ[1], Ялан Ҡыпсағы, Мөхәмәтрахманғол[2], Мөхәмәтрәхим (рус. Кипчак) — Башҡортостандың Хәйбулла районындағы бөткән ауыл. Урыны Быҙаулыҡ йылғаһының һул ярында, йылға ағышы буйынса Петропавловска ауылынан түбәндәрәк. Ауыл 1834—1850 йылдарҙа барлыҡҡа килгән, 1986 йылда ауылдар исемлегенән иҫәптән алынған. 1981 йылғы ауылдар исемлегендә Өфө ауыл советына ҡарай[1].
Тарихы
үҙгәртергәАуыл 1850 йылдың 9-сы ревизия материалдарында теркәлгән. Ә 1834 йылда шул уҡ кешеләр Урман Ҡыпсағында (Йылайыр районы) яҙылған. Ошонан сығып, Ҡыпсаҡ ауылына 1834—1850 йылдарҙа Урман Ҡыпсағы кешеләре нигеҙ һала, тип әйтергә була.
Коллективлаштырыу заманында Айыулы ауылы менән бергә «Ҡыҙылтау» колхозы төҙөлә. Халыҡ ат, Һыйыр һәм тауыҡ фермларында эшләй. Колхоз идараһы Айыулыла була. Колхоз аҙаҡ Аҡъяр совхозы, һуңынан Матрай совхозына ҡушыла.
Ауыл бәләкәй булһа ла, үҙ мәсете эшләгән. Уны Зәйнәғәбдин Иҫәнтаев төҙөтә, Хәйбулла Исәнтаев — мәсеттең һуңғы муллаһы. Башланғыс мәктәп булған, ҙурыраҡ синыфтарға балалар 7 йыллыҡ Айыулы мәктәбенә йөрөгән, унда мәктәп бөтөрөлгәс, Быҙаулыҡ ауылына интернатҡа барған.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ауылдан күп (аныҡ һан һәм тулы исемлек кәрәк, өлгө өсөн Хайбулла районы ауылдары мәҡәләләрен ҡарап сыҡ. Ҡайһылыр ауылда исемлек эшләнеләр.) ир-егеттәр һуғышҡа китә. Шулар араһында Иҫәнтаев Сәлимйән, Шәкирйән, Әхмәт, Хәмитйән; Такаев Дилмөхәмәт; Байчурин Аллабирҙе; Аптеков Әғзәм; Тактаев Ғаязетдин; Түләбаев Мостафа (исемлек булһа, был һөйләм артыҡ). Күптәре (аныҡ һан һәм исемлек) тыуған еренә әйләнеп ҡайтмай.
XX быуаттың 60-сы йылдарында алып барылған «перспективаһыҙ» ауылдар сәйәсәте ваҡытында бөтөрөлөүгә дусар ителгән ауылдар исемлегенә Ҡыпсаҡ ауылы ла индерелә. Ауыл халҡы башлыса Хворостянка, Быҙаулыҡ, Петропавловский ауылдарына һәм райондан ситкә күсеп китә. Иң аҙаҡҡыһы булып Йәдгәр Йомағолов ғаиләһе менән күсә. 1986 йылда ауыл бөтә.
Халыҡ һаны
үҙгәртергә1859 йылда 23 өй һәм 131 кеше иҫәпләнә. Шулар араһында Татлыбай Аптеков, уның улдары: Баймөхәмәт һәм Мөхәмәтҡужа; Ҡолсора Түләбаев, уның улдары: Ғәбделмәжит, Хәмит, Сәғит; Ирғәле Такаев, уның улдары: Ишмөхәмәт, Тасмөхәмәт, Динмөхәмәт; Хәйбулла Такаев; Амангилде Исәнтаев: Итбай Аҙнағолов; Дәүләткилде, Ишдәүләт һәм Ишәмбәт Аптековтарҙың ҙур ғаиләһе билдәләнә. 1889 йылда 23 өй һәм 209 кеше, ә 1897 йылда- 43 өй һәм 233 кеше һанала.
1917 йылда 57 өй һәм 288 кеше, ә 1940 йылда 30 өй һәм 194 кеше һаналған.
ХАЛЫҠ ҺӨЙЛӘҮЕНӘН
Легенда буйынса, Урман Ҡыпсағы кешеләре аттарын йәйләүгә яланға алып килгән һәм аттар шунда гел бер һаҙға һыу эсергә барған. Әйткәндәй, һыуы тоҙло булғанға күрә, ул ерҙе Әсе һаҙ, тип йөрөтәләр . «Мал бушҡа был ергә тартылмайҙыр, бер нимәһе бар был ерҙең,» тип, урмандан яланға күсеп килә башлай халыҡ. «Алтын өҫтөндә йөрөйбөҙ, йылдар уҙа килә был ерҙә ҡала төҙөлөр», тип тә һөйләгәндәр. Ысынлап та, дөрөҫкә төшә был һүҙҙәр. Әлеге мәлдә Ялан Ҡыпсағы ауылынан бер нисә км алыҫлыҡта «Башмедь» карьеры асылды. Руда ташыйҙар.
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәПортал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |