Юлбарыҫ (Хәйбулла районы)
Юлбарыҫ (рус. Юлбарсово), Иҫке Юлбарыҫ рус. Старое Юлбарсово) — Башҡортостандың Хәйбулла районындағы ауыл.2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 326 кеше[1]. Почта индексы — 453816, ОКАТО коды — 80255835005.
Ауыл | |
Юлбарыҫ Юлбарыҫ | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 326 | 169 | 157 | 51,8 | 48,2 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (100 %) йәшәй[2].
Географик урыны
үҙгәртергәЕрәнағас йылғаһы буйынса урынлашҡан.
- Район үҙәгенә тиклем (Аҡъяр): 15 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сара): 87 км
Ауыл тарихы
үҙгәртергә1816 йылда Һабыр ауылында йәшәүсе Күсәрбай Байғужин Туғалы, Ишәле, Нәрәле улдары; 1750 йылғы, йорт старшинаһы зауряд йөҙбашы Юлбарыҫ Күсәрбай улы Таймаҫов, Башҡорт ғәскәренең баш командующийының 1853 йылдың 14 июнендәге 4871-се бойороғо нигеҙендә Иҫке Юлбарыҫ ауылына нигеҙ һалғандар. Һуңыраҡ ошо ауылда йәшәүселәрҙән Яңы Юлбарыҫ ауылы барлыҡҡа килгән. 1859 йылғы ревизия материалдары буйынса ауылда 26 йорт иҫәпләнгән һәм 172 кеше йәшәгән. Улар араһында үрҙә һанап кителгәндәре менән, ауылда Ғәбделвәлит Нурғәли улы Байғужин (1801 йылғы), уның улы Әбделғәфәр, 1828 йылғылар, урядник; Ямалетдин Байғужин; Ғәлиәхмәт Таймаҫов; Юлбаристың улдары - Ғәбделлатиф, Шәрәфетдин, Ғәбделғафар.
1889 йылда ауылда 41 йортта 264 кеше, 1919 йылда 66 йортта 371 кеше иҫәпләнгән, 1940 йылда Иҫке һәм Яңы Юлбарыҫ ауылдарында 30-ҙан ашыу ихата булған һәм 240 самаһы кеше иҫәпләнгән. Иҫке Юлбарыҫ ауылы Бөйөк Ватан һуғышынан һуң юҡҡа сыҡҡан. 1989 йылда Юлбарыҫ ауылында 74 йорт һәм 269 кеше иҫәпләнгән.[3]
«Списки населенных мест. Оренбургская губерния. 1866.» тигән китапта түбәндәге яҙма бар: Орск өйәҙе, 2-се стан, №777 Юлбарсово ауылы. Иҫке һыҙат трактының уң яғы менән Орск ҡалаһынан алып Верхнеурал ҡалаһына тиклем һул почта юлы араһында Ерәнағас йылғаһы буйында урынлашҡан. Өйәҙ ҡалаһынан алыҫлығы 115 саҡрым, стан фатирынан 65 саҡрым, ихаталар һаны 28, халыҡ һаны: ирҙәр 91, ҡатын-ҡыҙҙар 79 кеше..[4]
Урамдар
үҙгәртергә- Ә. Вәхитов урамы, (рус. улица А.Вахитова)
- Ерәнағас урамы, (рус. улица Еранагас)
- З. Вәлиди урамы, (рус. улица З.Валиди)
- Ю. Иҫәнбаев урамы, (рус. улица Ю.Исянбаева)[5]
Рәсемдәр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009'. Excel форматында ҡушымта 2016 йыл 4 март архивланған. (рус.)
- ↑ Рахимов. Р. История башкирских деревень Хайбуллинского района.// Ватандаш, 1998 г., №9. Стр. 18-42.
- ↑ Список населенных мест. Часть II. Оренбургская губерния. 1866.-Уфа: Китап, 2006.-260 с.
- ↑ коды ОКАТО - ОКТМО
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |