Аҡҡужа — хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районындағы ауыл. 1950 йылдарҙа юҡҡа сыҡҡан.

Ауыл
Аҡҡужа
рус. Аккужа
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Хәйбулла

Координаталар

52°03′53″ с. ш. 57°59′50″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Автомобиль коды

-

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Аҡҡужа (Рәсәй)
Аҡҡужа
Аҡҡужа
Аҡҡужа (Башҡортостан Республикаһы)
Аҡҡужа

Географик урыны

үҙгәртергә

Ерәнағас йылғаһы үҙәнендә, Юлбарыҫ ауылынан түбәндәрәк.

Ауыл тарихы

үҙгәртергә

1816 йылда Һабыр ауылында йәшәгән Исмәғил Хужамбирҙиндың улы Аҡҡужа Хужамбирҙин балалары һәм туғандары менән 1853 йылдың 18 майындағы 1280-се Башҡорт ғәскәренең баш командующийы бойороғо нигеҙендә Ерәнағас йылғаһы үҙәнендә, Юлбарыҫ ауылынан түбәнерәк, яңы ауыл төҙөй. Тәүге күсеп килеүселәр: Аҡҡҡужа Исмәғил улы Хужамбирҙин (1787 йылғы), уның улдары: Мөхәмәтсәлих, Хәмиҙулла, Мөхәмәтзаман, Мөхәмәтшәриф; Аҡҡужаның туғандары Ишмөхәмәт һәм Исхаҡ; Тулымғужа Бикбай улы Хужамбирҙин; Мөхәмәтсәлим һәм Мөхәмәтзариф Арыҫланҡоловтар; Мирзагилде Аҡтушев; Ғәлиәхмәт Аҙнабаев; Мәүлимбирҙе Бағышаев.[1]

1859 йылда Аҡҡужа ауылында 24 ихатала 135 кеше йәшәгән.

«Списки населенных мест. Оренбургская губерния. 1866.» тәгән китапта түбәндәге яҙма бар: «Орск өйәҙе, 2-се стан, №778. Аккужин ауылы, Ерәнағас (Зирень-агач) йылғаһы буйында урынлашҡан. Иҫке һыҙат трактының уң яғы менән Орск ҡалаһынан алып Верхнеуральск ҡалаһына тиклем һул почта юлы араһында Ерәнағас йылғаһы буйында урынлашҡан. Өйәҙ ҡалаһынан алыҫлығы 115 саҡрым, стан фатирынан 65 саҡрым, ихаталар һаны 26, халыҡ һаны: ирҙҙәр 74, ҡатын-ҡыҙҙар 75 кеше».[2]

1926 йылда Аҡҡужа ауылында 202 кеше иҫәпләнгән, 1940 йылда - 109 кеше. 50-се йылдар башында ауыл юҡҡа сыға.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Рахимов. Р. История башкирских деревень Хайбуллинского района.// Ватандаш, 1998 г., №9. Стр. 18-42.
  2. Список населенных мест. Часть II. Оренбургская губерния. 1866.-Уфа: Китап, 2006.-260 с.