Шамил — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарҙа киң ҡулланыш тапҡан ир-ат исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Шамил — «ҙур», «тулы эстәлекле» мәғәнәһен аңлатҡан ир-ат исеме[1].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Шамил Анаҡ (тулы исеме Мәхмүтов Шамил Ғүмәр улы ; 25 ноябрь 1928 йыл — 21 октябрь 2005 йыл) — башҡорт шағиры. 1969 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990). Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны Туҡтар-Әбдрәшит (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Әбдрәшит) ауылында тыуған.

Шамил Зариф улы Заһиҙуллин (14 август 1944 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-терапевы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1972), профессор (1993). Рәсәй Федерацияһының (2009) һәм Башҡортостан Республикаһының (1996) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы (1991), Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2003), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2003).

Шамил Ганцев (19 апрель 1951 йыл) — ғалим-хирург-онколог. 1978 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1988 йылдан — дипломдан һуң белем биреү институтының онкология һәм патологик анатомия курсы менән хирургия һәм онкология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1998 йылдан Республика клиник онкология диспансерында онкология клиникаһы, 2012 йылдан — БДМУ ның онкология ғилми-тикшеренеү институты директоры; 2009 йылдан «Креативная онкология и хирургия» электрон журналының, 2017 йылдан «Креативная хирургия и онкология» журналының баш мөхәррире. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы. 1990 йылдан Башҡортостан Республикаһы Онкологтар йәмғиәтенең почётлы президенты; Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2018), медицина фәндәре докторы (1989), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2009). Почёт (2009) һәм Салауат Юлаев (2017) ордендары кавалеры.

Шамил Сафуан улы Хәзиәхмәтов (8 сентябрь 1941 йыл — 22 декабрь 2012 йыл) — яҙыусы, журналист. 1982 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1992 йылдан Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының Өфө районы Алексеевка ауылында тыуған.

Шамил Хәмәҙинуров (2 сентябрь 1950 йыл — 14 ноябрь 2014 йыл) — башҡорт йырсыһы, 1978—2014 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы вокалсыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2013). Башҡорт АССР-ының Мишкә районы Иштебай ауылында тыуған.

Шамил Зөфәр улы Ҡолбарисов (23 май 1923 йыл — 30 сентябрь 2004 йыл) — башҡорт композиторы, йырсы (баритон) һәм режиссёр. 1978 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың (1990) һәм Башҡорт АССР-ының (1968) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» (1957) ордендары кавалеры. Өфө губернаһы Өфө кантонының Нөрлө ауылында (Башҡортостан Республикаһының Өфө районы) тыуған.

Шамил Рахман улы Рәхмәтуллин (1 сентябрь 1930 йыл — 22 апрель 2001 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең театр актёры, драматург. РСФСР-ҙың (1991), Башҡорт АССР-ының (1976) һәм Татарстан Республикаһының (2000) халыҡ артисы. Төмән өлкәһенең Каргасок районы Һөрөнтө ауылында тыуған.

Шамил Тереғолов (29 август 1947 йыл — 28 ноябрь 2008 йыл) — балет артисы һәм педагог. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, һуңынан баш балетмейстеры (1990—2008). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1997) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1985), «Душа танца» призы лауреаты (2007). Балерина Ҡыуатова Леонора Сафа ҡыҙының тормош иптәше. Өфө ҡалаһында тыуған.

Архитектурала

үҙгәртергә

Шамил башняһы — Курск өлкәһенең Льгов ҡалаһында Красная урамы, 108 адресы буйынса урынлашҡан декоратив өс ҡатлы башня. Кенәз Владимир Иванович Барятинский 1870—1871 йылдарҙа төҙөгән. Льгов ҡалаһының үҙенсәлекле «визит карточкаһы» булып тора.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ