Викидатала элемент тултырылмаған

Фәттәх — башҡорт ир-ат исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Фәттәх ғәрәп теленән ингән ир-ат исеме. Башлаусы, еңеүсе тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Шәмғолов Фәттәх Ғәфүрйән улы (4 август 1921 йыл — 18 апрель 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкы командиры урынбаҫары, майор. Советтар Союзы Геройы (1946, үлгәндән һуң).

Ибраһимов Фәттәх Әҙелмырҙа улы (1892 йыл — 1937 йыл) — Граждандар һуғышында ҡатнашыусы (1918—1921). Бөрйән-Түңгәүер кантонының хәрби комиссары (1921—1922). БАССР-ҙың почетлы таусыһы.

Салауатов Фәттәх Хәсән улы (рус. Салаватов Фаттах Хасанович 1903 йыл23 май 1992 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы. I (1987) һәм II (1968) дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.

Фамилияла

үҙгәртергә

Фәттәхова Вәсилә Разиф ҡыҙы (31 декабрь 1979 йыл — 26 ғинуар 2016 йыл) — Башҡортостан йырсыһы. Башҡортостан Республикаһының (2015) һәм Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2015). Композитор Урал Рәшитовтың «Тыуған яҡ» йырын башҡарыусы булараҡ популярлыҡ яулай.

Фәттәхов Ҡасим Камал улы (21 ғинуар 1921 йыл — 5 май 1981 йыл) — ауыл хужалығы эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылғы совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1967—1981 йылдарҙа Краснокама районы «Красный Октябрь» колхозы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хухалығы хеҙмәткәре. Ленин (1976), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1981), «Почёт Билдәһе» (1973) һәм 3-сө дәрәжә Дан (1945) ордендары кавалеры.

Фәттәхов Рафаэль Вәлиәхмәт улы (6 ғинуар 1949 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, математик. Иҡтисад фәндәре докторы, профессор. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты Төбәк тикшереүҙәр һәм арауыҡ үҫеше мәсьәләләре институты директоры. Рәсәй Федерацияһының Төбәктәр үҫеше министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ