Салауатов Фәттәх Хәсән улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы. I (1987) һәм II (1968) дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры

Салауатов Фәттәх Хәсән улы (рус. Салаватов Фаттах Хасанович 1903 йыл23 май 1992 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы. I (1987) һәм II (1968) дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[1].

Салауатов Фәттәх Хәсән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
 Совет Рәсәйе
Тыуған көнө 1903
Тыуған урыны Яугилде, Бурлы ауыл Советы, Ғафури районы
Вафат булған көнө 23 май 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Вафат булған урыны Яугилде, Бурлы ауыл Советы, Ғафури районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Эш урыны Колхоз
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Салауатов Фәттәх Хәсән улы 1903 йылда Башҡортостандың Ғафури районы Яугилде ауылында тыуа. Башланғыс белем ала. 1924 йылдан алып Красноусол быяла заводында, 1928 йылдан «Яугилде» колхозы бригадиры, 1930 йылдан рәйесе булып эшләй. 1941 йылда Ғафури район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-се гвардия Чернигов кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә.

Яраланыуы сәбәпле армиянан ҡайтҡас, 1943 йылдан Ерекле ауыл Советы рәйесе, 1947 йылдан «Яугилде» колхозы рәйесе, 1951—1959 йылдарҙаа шул уҡ райондың М.Гафури исемендәге колхоз рәйесе урынбаҫары булып эшләй. I (1987) һәм II (1968) дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән[2]. Ветеран тыуған яғында ерләнгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә