Фәйзи — ғәрәптәрҙән төрки халыҡтарға ингән ир-ат исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Фәйзи — «Фәйез» исеменең ҡыҫҡартылған варианты. «Белемле», «муллыҡ», «йомартлыҡ, рәхимлелек» мәғәнәләрен аңлатҡан мосолман ир-ат исеме[1].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Фәйзи Әхмәт Сафа улы (ысын фамилияһы — Фәйзуллин) (1903 йыл — 1958 йыл) — татар совет яҙыусыһы, шағир-лирик, либреттолар яҙыусы, драматург, әҙәбиәт белгесе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1957). Ғабдулла Туҡай исемендәге ТАССР дәүләт премияһы лауреаты. (1958).

Фәйзи Ғәскәров (21 октябрь 1912 йыл — 18 июнь 1984 йыл) — беренсе башҡорт профессиональ бейеүсеһе, хореограф һәм балетмейстер. БАССР-ҙың (1944) һәм РСФСР-ҙың (1975) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1967).

Фәйзи Муллағәли улы Ғүмәров (3 март 1926 йыл — 27 июль 2002 йыл) — комсомол һәм партия органдары хеҙмәткәре, журналист һәм шағир. Бөйөк Ватан һәм 1945 йылғы совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1965—1987 йылдарҙа Стәрлебаш район гәзите мөхәррире. 1957 йылдан — СССР Журналистар союзы, 1971 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986). Стәрлебаш районының Аҡмулла исемендәге премияһының беренсе лауреаты (1995).

Фәйзи Вәлиев (1892 — 29 ноябрь 1941) — партия һәм хужалыҡ хеҙмәткәре, шағир һәм яҙыусы. Беренсе бөтә донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы.

Фамилияларҙа

үҙгәртергә

Фәйзуллина Лира Фәхри ҡыҙы (25 февраль 1936 йыл) — Башҡортостан радиоһының тәүге дикторҙарының береһе, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).

Фәйзуллина Зөһрә Хәдит ҡыҙы (29 июль 1946 йыл — 27 октябрь 2020 йыл) — педагог, журналист, шағир. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Рамаҙан Өмөтбаев, Ким Әхмәтйәнов, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге премиялар лауреаты.

Фәйзуллин Рәфғәт Шакирйән улы (3 август 1904 йыл — 5 сентябрь 1983 йыл) — башҡорт театр актёры, режиссёр. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1964). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1955) кавалеры.

Фәйзуллина Резеда Мансаф ҡыҙы (16 ғинуар 1956 йыл) — ғалим-педиатр, аллерголог-иммунолог. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2010), Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2013), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2017).

Мәҙәниәттә

үҙгәртергә

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле — Башҡортостан Республикаһының профессиональ халыҡ бейеүҙәре ансамбле."Башҡорт профессиональ хореография сәнғәте һәм юғары башҡарыу оҫталығы үҫешенә ҙур өлөш индереү һәм пропагандалау өсөн" Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын алыусы берҙән-бер коллектив.

Әҙәбиәттә

үҙгәртергә

Фәйзи (пьеса) — Нәжиб Асанбаев пьесаһы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ