Украинала ислам
Украинала ислам (укр. Іслам в Україні) — Украина территорияһында ислам дине. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Украина халҡының (43 мең 993 кеше) 1,70 %-ы (695 мең кеше) — Ислам дине тарафдары (2020)[1].
Украинала ислам | |
Дәүләт | Украина |
---|---|
Украинала ислам Викимилектә |
Тарих
үҙгәртергәХәҙерге ваҡытта Украина биләгән территорияға Ислам дине Ғәрәп-Хазар һуғыштары осоронда (642—799) үтеп кергән. Әлеге һуғыштар тынғас, VIII быуаттың 2-се яртыһынан Кавказ аша Ҡара диңгеҙ яр буйҙарына ғәрәптәргә тыныс юл менән үтеп инеү мөмкинлеге асыла. Хәҙерге Украинаның көньяҡ-көнсығышында (элекке Хазар ҡағанаты ерҙәре) археологтар VIII быуаттың 2-се яртыһына ҡараусы, мосолман йолаһы буйынса күмелгән ҡәберлекләрҙе таба.
Ислам доньяһы, мосолмандар тураһында беренсе мәғлүмәттәрҙе, Киев Русендә йәшәүселәр сауҙа эштәре менән илдәр гиҙгәндә, Итилгә (Хазар ҡағанаты) сәйәхәттәр һәм хәрби походтар ваҡытында алған. Шулай итеп, Ғәрәп-мосолман мәҙәниәтенең оло йоғонтоһон кисергән ил менән туранан-тура бәйләнеш барлыҡҡа килгән. Киев Русен ислам менәнтаныштырыуға шулай уҡ рустарҙың Көнсығышҡа — Каспийга хәрби походлары (инг.)баш. ла ярҙам итә. Рустең яҡынн күршеһе — Волга буйы Болғары исламды 922 йылда дәүләт дине булараҡ ҡабул итә.
Монголдарға тиклемге беренсе осорҙа (VIII—XIII быуаттар) ислам, дөйөм алғанда, төрки ҡәбиләләрҙе һәм халыҡтарҙы, нигеҙҙә, төрки телдәрҙең ҡыпсаҡ төркөмөнә ҡараған төрки телдәрҙә һөйләшеүселәрҙе әкренләп исламлашыуы юлы менән тарала. Ҡыпсаҡ далаһы киңлегендә ислам тәғлимәтен таратыуҙа төп ролде Дербент һәм Волга буйы Болғары, шулай уҡ Урта Азиялағы Хөрәсән һәм Мәүәрәннәһер ҡалалары уйнаған.
Икенсе этап хәрби яулап алыу осоро булараҡ билдәләнә. Һүҙ ислам динен тотоусы халыҡтарҙың ултыраҡ тормош рәүешенә күсеүе, шулай уҡ Ғосман империяһының Ҡара диңгеҙҙең төньяғында һәм Днестр буйында хакимлыҡ итеүе тураһында бара. Ҡырым ярымутрауы хәҙер бойондороҡһоҙ Украина составына ингән ерҙәрҙә Ислам таралыуҙың төп төбәктәренең береһе була. Ҡырымда ислам Ҡырым ханлығының дәүләт диненә әүерелә. Ярымутрауҙа һәм тирә-яҡ территорияларҙа сөнни исламдың хәнәфи мәҙһәбе тарала.
Хазар ҡағанатында ислам
үҙгәртергәХәҙерге Украина территорияһында исламдың беренсе дәлиле VII быуатта барлыҡҡа килгән Хазар ҡағанаты менән бәйле. Был Көнбайыш Төрки ҡағанаты тарҡалыу арҡаһында мөмкин булған. Башта яңы дәүләт территорияһы Төньяҡ Кавказ, Волга һәм Дон йылғаларының аҫҡы өлөшө менән сикләнгән. Әммә бер нисә тиҫтә йылдан һуң Хазар ҡағанаты үҙ Көнсығыш территорияһын Днепрға һәм Арал диңгеҙенә тиклем киңәйтә. VII быуат аҙағында Хазар ҡағанаты Ҡырымды һәм Азов диңгеҙен ҡулға төшөрә. Археологик ҡаҙыу эштәре Хазар ҡағанаты осорондағы 48 ҡасабаның хәҙерге Украина территорияһында урынлашыуын күрһәтә. Боронғо кеше торған пункттарҙа күп һанлы мосолман ҡәберҙәре асыҡланған. Уларҙың күбеһе IX быуаттың икенсе яртыһына ҡарай.
Хазарҙар дәүләте күп милләтле һәм күп динле дәүләт була. Халыҡ араһында мәжүси диндәр менән бер рәттән, монотеистик диндәр: христианлыҡ, ислам һәм йәһүдилек тә тарала. Ислам тураһында мәғлүмәтте хазарҙар Волга, Дон һәм Төнъяҡ Донец ярҙарына тауар алып килгән ғәрәп сауҙагәрҙәренән алған.
X быуатта Хазар дәүләте әкренләп зәғифләнә. Славян ҡәбиләләре хәзәрҙәр йоғонтоһонан сығып, үҙ дәүләттәрен — Киев Русен төҙөй. 965 йылда Киев кенәзе Святослав хәзәрҙәр армияһын тар-мар итә. Хазар батшаһы Хәрәземгә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Был ярҙамды алғандан һуң, Хазар ҡағанаты хакимы һәм халыҡтың күп өлөшө ислам динен ҡабул итә. Тик был әҙәрҙәрҙе һәләкәттән ҡотҡара алмай. Күсмә төрки халыҡтарҙың — ҡыпсаҡтарҙың һәм ҡомандарҙың һөжүме Хазар дәүләтен юҡҡа сығара.
Киев Русендә ислам
үҙгәртергәКиев Русе христианлыҡты ҡабул иткәндән һуң уҙған бер нисә йөҙ йыл дауамында ислам һәм мосолмандарға ҡарата мөнәсәбәт ярайһы ыңғай була. XII быуат башында Киевта ҙур мосолман йәмғиәте йәшәп килгән була. Был хаҡта үҙ яҙмаларында Әл-Андалусия (Испания) сәйәхәтсеһе Әбү Хәмид әл-Ғәрнати хәбәр итә. Киев XII быуатта христианлыҡ һәм ислам татыу йәшәгән ҡала була, өҫтәүенә, мосолмандар һаны һиҙелерлек күп була. Ул ваҡытта Киев Русе башҡалаһында үҙ мосолмандар мәсете булған. Киев территорияһында үткәрелгән археологик ҡаҙыу эштәре ҡаланың ислам дәүләттәре менән интенсив сауҙа эҙемтәләре булыуын раҫлай. Рустең иң яҡын ислам күршеһе булып Волга буйы Болғары торған. Бер нисә йөҙ йыл дауамында ике ил араһындағы мөнәсәбәттәр шаҡтай киҫкен булған: уртаҡ фекергә килеү осорҙары оҙайлы һуғыштар менән алышынып торған.
Алтын Урҙа осоронда ислам
үҙгәртергә1236 һәм 1241 йылдар араһында монгол ханы Батый армияһы Көнсығыш Европаның барлыҡ дәүләттәрен, шулай уҡ Киев Русен дә яулап ала. Монгол яуҙары ваҡытында барлыҡ эре ҡалалар, шул иҫәптән Киев тар-мар ителә. Ислам динен ҡабул иткән беренсе монгол ханы Сыңғыҙхан ейәне Бәркә булған. Тап бына шул ваҡытта Жуси олосо Алтын Урҙа — Бөйөк Монгол хандарына бәйһеҙ үҙ төрки дәүләткә әүерелә. 1320 йылда Үзбәк хан дәүләттең төп дине булараҡ ислам динен ҡабул итә. XIV быуат урталарында хәҙерге Украинаның ҙур өлөшө ислам дине ныҡлап урынлашҡан территория була. Алтын Урҙаның сәскә атыуы осоро 1357 йылда Үзбәк хандың улы Жанибәктең үлеме менән тамамлана.
Йөҙ йылдан һуң Украинаның көньяҡ һәм көнсығышындағы ерҙәрҙә Алтын Урҙа харабаларында барлыҡҡа килгән Ҡырым ханлығы исламды халыҡҡа таратыуҙың төп үҙәге булып ҡала.
Ҡырым ханлығы осоро
үҙгәртергәИслам 300 йылдан артыҡ тулы бәйһеҙлеген һаҡлап ҡалған Ҡырым ханлығының дәүләт диненә әүерелә. Ҡырым ерҙәрендә XIII быуаттан XVI быуатҡа тиклем Ҡырым татарҙары үҙ диндәре — ислам менән айырым милләт булараҡ формалаша. Шул уҡ ваҡытта Ҡырым ярымутрауы Днепр яр буйҙарында көн итеүсе башҡа халыҡтарға оҙаҡ ваҡыт ислам һәм мосолмандар тураһында мәғлүмәт биреүсе төп канал булып ҡала. 1441 йылдан Ҡырым Гәрәйҙәр нәҫеленән булған хандар династияһы ҡул аҫтында була. Хажигәрәй улы Миңлегәрәй дәүерендә Ҡырым ханлығы Төркиәнең вассалына әйләнә (1475). Оҙаҡ ваҡыт Ҡырымда дини тыныслыҡ хөкөм һөрә. Дәүләт территорияһында православие, католиклыҡ, грек, әрмән сиркәүҙәре һәм монастырҙар, йәһүдилек һәм ҡараим ир-аты синагогалары ирекле эш иткән.
Хәҙерге заман
үҙгәртергә1917 йылға тиклем Украина осолмандарының дини тормошо эҙмә-эҙлекле рәүештә үҫә, әммә Совет хакимиәте килгәс, мосолмандарға дини ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүҙә кәртәләр ҡуйылған. 1990-йылдар башынан Украина ислам йәмғиәтендә үҙгәрештәр башлана. Мосолмандар үҙҙәренең дини ихтыяждарын тәьмин итеү тураһында асыҡтан-асыҡ белдереү, мосолман йолаларын үтәү, ата-бабаларының ғәҙәттәрен тотоу мөмкинлеге ала. Украина үҙаллылыҡ яулап алғандан һуң, илдә ислам динен тотоу процессын координацияларға тейешле мосолман йәмғиәттәре өсөн үҙәкләштерелгән структура ойоштороу мөмкин була. 1992 йылдың 9 сентябрендә Украина Министрҙар кабинеты ҡарамағындағы Дин эштәре шураһы тарафынан Украина мосолмандар Диниә назараты (УМДН, укр. Духовне управління мусульман України) теркәлгән. УМДН башлығы, Украинаның юғары мөфтөйө — шәйех Әхмәд Тамим[2].
Украина мосолман өммәте күп милләтле. Күпселекте Ҡырым татарҙары, татарҙар, әзербайжандар, төрөктәр, үзбәктәр, тажиктар, төрөкмәндәр, Төньяҡ Кавказ халыҡтары вәкилдәре, ғәрәптәр, афғандар, пакистандар, чечендар, дағстанлылар һәм башҡалар тәшкил итә. 1993 йылда УМДН ҡарамағында Украина Ислам Университетына нигеҙ һалына. Университетты тамамлаған имамдар хәҙерге ваҡытта Украина, РФ, Тунис, Германия, Төркиә, Тажикстан, Латвия, Австрия, Австралия һәм донъяның башҡа мосолман илдәрендәге йәмғиәттәрендә, үҙәктәрендә һәм берләшмәләрендә эшләй.
2008 йылдың 11 сентябрендә сөнни йәмғиәттәрҙе берләштереүсе «Умма» Украина мосолмандары Диниә назараты теркәлеү үткән . Мөфти шәйех Сәйед Исмәғилов (Сергей Валерий улы Исмәғилов)[3].
Мөнәсәбәттәрҙе өҙөү
үҙгәртергә- Шулай уҡ ҡарағыҙ: Донецк Халыҡ Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты
2022 йылдың мартында Луганск Халыҡ Республикаһы (ЛХР) мосолмандарының дини лидерҙары Украина мосолмандар Диниә назараты составынан сығыуы тураһында иғлан иткән. Имамдар шулай уҡ Рәсәй мосолмандар Диниә назараты мөфтөйөнә уларҙы үҙ идараларына ҡабул итеүҙе һорап мөрәжәғәт иткән. Луганск Йәмиғ мәсете имамы Эльдар Ғәмбәров: «Мөфти Сәйед Исмәғиловтың Рәсәйҙә хәрби хәрәкәттәр башларға йәки хакимиәтте бәреп төшөрөүгә бәйле саҡырыуы сәбәпле, беҙ Украина Диниә назараты менән барлыҡ мөнәсәбәттәрҙе өҙәбеҙ тип хәл иттек, йәғни беҙ уның саҡырыуҙарын хупламайбыҙ»[4].
2022 йылдың 22 апреле көндө, Донецк өлкәһе Шахтерск ҡалаһының «Әс-Сәләм» мәсетендә (мәсет 2001 йылдың йәйендә асылған[5]; Д. Бедный тыҡрығы, 3)[6] Донецк Халыҡ Республикаһының мосолман йәмғиәте вәкилдәре съезы (ойоштороу — башҡарыу конференцияһы) уздырылган. Әлеге съезда Донецк Халыҡ Республикаһы мосолмандар Диниә назаратын (Донбасс мөхтәсибәте) ойоштороу тураһында иғлан ителгән.
Мәсет
үҙгәртергәӘр-Рахма мәсете (укр. Мечеть Ар-Рахма) — Украинаның баш ҡалаһы Киевта асылған беренсе мәсет, хәбәшиҙәр мәсете. 2011 йылдың 2 декабрендә йома көндө мәсетте асыу тантанаһында 40-тан артыҡ илдең Украиналағы илсеһе, Чечня мөфтөйө Мирзаев ҡатнаша[7]. Мәсет ҡаланың үҙәгендә, башҡаланың «Татарка» тип аталған тарихи районында урынлашҡан[8][9].
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Украина мосолмандар Диниә назараты сайты.
- Ислам в Украине 2020 йыл 5 август архивланған. 2020 йылдың 5 август көнендә архивланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Muslim Population By Country 2020 2019 йыл 1 сентябрь архивланған. (инг.)
- ↑ Духовное управление мусульман Украины (рус.)
- ↑ В Украине зарегистрировано новое Духовное управление мусульман «Умма» (рус.)
- ↑ ЛНР имамнары Украина мөселманнары Диния нәзарәте составыннан чыгу турында игълан итте. Татар-информ, 22.03.3033
- ↑ «Ас-Салям» в истории Шахтерска. Ислам в Украине (рус.)
- ↑ Ислам Шахтерск. ВКонтакте (рус.)
- ↑ Киевта беренче мәчет ачылды. lenta.ru, 2.12.2011 (рус.)
- ↑ Әр-Рахма мәчете (рус.)
- ↑ Әр-Рахма мәчетенә сәяхәт 2016 йыл 16 август архивланған. (рус.)