Хәнәфи мәҙһәб

сөнни Исламдың дүрт мәҙһәбенең береһе

Хәнәфи мәҙһәб (ғәр. حنفية‎ — хәнәфиә) — сөнни Исламдың дүрт мәҙһәбенең береһе. Уға нигеҙ һалыусы Әбү Хәнифә һәм уҡыусылары Мөхәммәт әш-Шәйбани, Әбү Йософ һәм Зөфәр ибн әл-Һүҙәйл.

Хәнәфи мәҙһәб
ғәр. المذهب الحنفي
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Әбү Хәнифә
Нигеҙләүсе Әбү Хәнифә
 Хәнәфи мәҙһәб Викимилектә
Файл:Madhhab ru.jpg
Мәҙһәбтәр картаһы

Таралыуы

үҙгәртергә

Хәнәфи мәҙһәб мосолман хоҡуҡи мәктәптәре араһында иң киң таралғаны. Хәнәфиҙәр Үҙәк һәм Урта Азияла , Ҡаҙағстанда, Төркиәлә, Яҡын Көнсығышта, Балҡанда һәм башҡа илдәрҙә йәшәй. Рәсәйҙә хәнәфиҙәр - башҡорттар, татарҙар, ҡырым татарҙары, ҡарағалпаҡтар, нуғайҙар[1], адығтар (адыгейҙар, ҡабарҙылар, черкестар), абазиндар, ҡарасайҙар, балҡарҙар, өлөшләтә ҡумыҡтар[2], шулай уҡ мосолман осетиндар, мосолман абхаздар һәм башҡа халыҡтар.

Хәнәфиҙәрҙә фикһ сығанаҡтары

үҙгәртергә

Хәнәфиҙәр мәктәбе буйынса хоҡуҡтың (фикһтың) сығанаҡтары:

  1. Ҡөрьән
  2. Сөннәт
  3. Сәхәбәләр һәм тәбиғиндәр һүҙҙәре
  4. Ҡыяс (дөйөм хоҡуҡта прецедент менән оҡшаш)
  5. Истихсан
  6. Ижмә
  7. Ғәҙәт һәм ғөрөф (ғөрөф-ғәҙәт,йола)

Вәкилдәре

үҙгәртергә

Әбү Хәнифәнең бөтә тиерлек мираҫы уҡыусыларына телдән тапшырылған булған, улар белгәндәрен теркәп һәм мәҙһәбен системаға һалғандар. Мираҫты һаҡлау, системалаштырыу һәм Әбү Хәнифә мәктәбен таратыуға уның ике иң күренекле уҡыусыһы (сәхибәйн) - Әбү Йософ һәм Мөхәммәд әш-Шәйбәни баһалап бөткөһөҙ көс һалалар.

  • Әбү Йософ (735-795) Күфәлә ярлы ғаиләлә тыуа. Ул хәҙистәрҙе киң өйрәнә, хәҙистәр буйынса ғилемлелеге менән таныла. Туғыҙ йыл Күфәлә имам Ибн Әби Ләйлдә фикһ өйрәнә (миләди 765 йылда вафат). Артабан Әбү Йософ Әбү Хәнифәлә туғыҙ йыл уҡый, ә ул вафат булғас, Мәҙинәлә имам Мәликкә уҡырға бара. Әбү Йософ ғәббәсиҙәр хәлифәлеге (әл-Мәхди (775-785 йй.), әл-Һаҙый (785-786 йй.), Һарун Әр-Рәшит (786-809 йй.) осоронда дәүләт баш ҡаҙыйы булып тора. Баш ҡаҙый булараҡ, урындарға ул хәнәфи мәҙһәб вәкилдәрен ҡаҙыйҙар итеп ебәрә. Шул рәүешле ул хәнәфилек мәктәбенең тотош Ғәрәп империяһының хәлифәлегендә таралыуына булышлыҡ итә[3].
  • Мөхәммәт ибн әл-Хәсән аш-Шәйбани (749-805) Вәситтә тыуған, әммә Күфәлә үҫкән. Әбү Йософ кеүек үк ул хәҙис өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрә. Күпмелер ваҡыт ул Әбү Хәнифәлә уҡый, ул вафат булғас, Әбү Йософта уҡый, шунан Мәҙинәгә юллана, өс йыл дауамында имам Мәликтә уҡый. Был осорҙа ул хәҙистәрҙең төп хикәйәләүселәренең береһе булып китә. Имам Мөхәммәд әш-Шәфиғи уның уҡыусыларының береһе була. Бағдаде. Мөхәммәт ибн әл-Хәсән хәлифә Һарун әр-Рәшид идара иткән осорҙа шулай уҡ ҡаҙый вазифаһына тәғәйенләнә, әммә тиҙҙән бик күп компромисс талап иткән вазифанан ул баш тарта һәм Бағдадҡа уҡытыусы итеп тәғәйенләнеп ҡайта.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Верования ногайцев. Кавказский узел. — «Ногайцы в основной своей массе — мосолмане-сунниты ханафитского толка». Дата обращения: 23 март 2013. Архивировано 4 апрель 2013 года.
  2. Мичигишев, Азиз мосолмане Осетии. Islamdag.ru (31 август 2010). — «Здешние кумыки сунниты и в большинстве своём придерживаются ханафитского Мәҙһәба, но есть и шафииты». Дата обращения: 23 март 2013. Архивировано 4 апрель 2013 года.
  3. Шах Валиуллах Дехлеви. Аль-Инсааф фи баян асбааб аль-ихтилаф. — 2-е изд. — Бейрут: Дар ан-Нафаис, 1978. — С. 39.
  • Боголюбов А. С. ал-Ханафийа // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 273.
  • Ханафиты / Рощин М. Ю. // Уланд — Хватцев. — М. : Большая российская энциклопедия, 2017. — С. 741—742. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 33). — ISBN 978-5-85270-370-5.