Ғәрнати

ғәрәп ғалимы

Әбү Хәмит Мөхәммәт әл-Гарнати (ғәр. أبو حامد الغرناطي‎‎) — ғәрәп сәйәхәтсеһе, ислам миссионеры (1080—1170). Тулы исеме Әбү Хәмит мөхәммәт ибн Абд ар-Рахим әл-Ғәрнатиәл-Андалуси. Тыуған урыны Гранада, Әл-Андалус, Испания. Искәндәриәлә, Ҡаһирәлә (Мысыр) уҡый. Һөнәре: мосолман хоҡуғы, фиҡһ.

Ғәрнати
ғәр. أبو حامد الغرناطي
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Әл-Мурабиттар
Тыуған көнө 1080[1][2][3][…] или 1080[4]
Тыуған урыны Гранада[d], Зириды[d]
Вафат булған көнө 1170[1][2][3][…]
Вафат булған урыны Дамаск, Бөйөк Сәлжүк империяһы[1]
Һөнәр төрө яҙыусы, сәйәхәтсе
Эшмәкәрлек төрө Фиҡһ һәм Сәйәхәт
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

1123 йылдан һуң әл-Ғәрнатидүрт йыл Бағдадта йәшәй, киләсәктә бер нисә хәлифәнең вәзире буласаҡ Ибн Хубайрҙың ҡунаҡсыллығы менән файҙалана. Шунда уның тәүге улы, Хәмит тыуа, ошо улы буйынса маҡтаулы ҡушамат ала (кунья) Әбү Хәмит («Хәмит атаһы»).

1130 йылда әл-Ғәрнатиҙур сәйәхәт башлай. Ул Көньяҡ Әзербайжанда Абхар һәм Әрдәбил ҡалаларына, Дағстанда Дербент ҡалаһына килә. Киләһе йылда әл-Ғәрнатибер ни тиклем ваҡыт Саҡсин ҡалаһында, Волганың түбәнге ағымында йәшәп ала. Дәрбәнттә (Дербент) (йәки Дербент эргәһендәге ҡасабаларҙың береһендә) уны әмир ҡабул итә, ул әмиргә мосолмандарҙың хоҡуҡтары буйынса дәрестәр бирә. Саҡсинда уның янына урындағы фикыһ белгестәре йыйыла, улар юриспруденцияла ҡатмарлы осраҡтарҙы хәл итеү буйынса һорауҙар менән киләләр.

1135 йылда әл-Ғәрнати Волга буйлап Болғар ҡалаһына тиклем күтәрелә, бер ни тиклем ваҡыт шунда йәшәй. Яҡуп ибн Ноғман әл-Болғари менән осраша һәм уның тарафынан яҙылған «Тәуарихи Болғарийа» тарихи-әҙәби әҫәре менән таныша[5].

1150 йылда, «Славян йылғаһы» буйлап китеп, Болғарҙан Русь дәүләтенә килә. Ул Русь дәүләтендә булған берҙән-бер мосолман авторы һәм хатта йылъяҙмаларҙа ла булмаған шундай мәғлүмәттәр бирә: «Һәм мин славяндар ҡалаһына килдем, ул „Тау[од] Куйав“ (Киев) тип атала. Ә унда меңләгән „мәғриблеләр“, ҡиәфәттәре буйынса төркиҙәр, төрки телендә һөйләшәләр һәм төркиҙәр кеүек уҡ аталар. Был илдә улар беджнак (бәшнәктәр) исеме аҫтында билдәле. Һәм мин бағдадлыларҙан бер кешене осраттым, уның исеме Кәрим ибн Фәйрүз әл-Джаухари, ул был мосолмандарҙың береһенең [ҡыҙына] өйләнгән. Мин был мосолмандарға йома намаҙы ойошторҙом һәм уларға йома вәғәзен өйрәттем, ә улар йома намаҙын белмәйҙәр ине».

Әбү Хәмит һуңыраҡ Венгрияға бара, унда күп өлөшө ислам динен ҡабул иткән күсмә халыҡтар-төркиҙәр, венгр королдәренең ҡулында мөһим удар көс тәшкил итәләр. Бында шулай уҡ әл-Ғәрнати мосолман — күсмә халыҡтарҙың остазы ролендә сығыш яһай: уларҙың берәүҙәренә йола өйрәтә, икенселәре уның уҡыусылары булып китә. Ул королдең уны ҡабул итеүенә лайыҡ була һәм Саҡсинға ҡайтыр юлында уның ҡушҡандарын үтәй.

Киев, Саксин һәм Хорезм аша әл-Ғәрнати Мәккәгә хажға килә. Мәккәнән Бағдадҡа ҡайта, унда уның элекке танышы Ибн Хубайра инде бишенсе йыл әл-Муктафи хәлифе вәзире булған була.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Әл-Ғәрнати хеҙмәттәрендә башҡорттар, болғарҙар, бәшнәктәр, хазарҙар һәм башҡаларҙың йәшәгән биләмәләре, уларҙың хужалығы, теле, риүәйәттәре, легендалары хаҡында, тағы ла этнографик һәм фольклор материалдар тупланған[6].

Әл-Ғәрнати бер нисә сәйәхәт китабы яҙа: My Риб ән бад Аджаиб әл-Мәғриб («Мәғриб мөғжизәләренең ҡайһы берҙәренең асыҡ тасуирланышы») һәм Тухфат әл-албаб ва сухбат әл-әҙәп («Аҡыллыларға бүләк һәм мөғжизәләрҙән һайланмалар»), улар мосолман донъяһында ҙур уңыш ҡаҙаналар. Был әҫәрҙәрҙә Волга, Дон йылғалары тураһында, шулай уҡ Болғар иле, Русь, Киев тураһында, сауҙа формалары тураһында, славяндарҙың көнкүреше тураһында һәм шуларға оҡшаш мәғлүмәттәр бар, улар ғәрәп ғалимдары тарафынан киң ҡулланыла. Был хеҙмәттәр «Башланғыс йылъяҙманы» раҫлайҙар һәм Киев Русе тарихы буйынса мөһим сығанаҡ булып торалар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Pons Borgues, Francisco (1993). Historiadores y geógrafos arábigo-españoles. Madrid: Ollero y Ramos Editores, S.L. ISBN 84-7895-017-6.
  • Большаков О. Г. Путешествие Абу Хамида ал-Гарнатив Восточную и Центральную Европу (1131—1153 гг.) / О. Г. Большаков, А. Л. Монгайт. — М.: Главная редакция восточной литературы издательства «Наука», 1971. — 134 с.
  • Пачкалов А. В. Аль-Гарнати// Ислам в Поволжье. Энциклопедический словарь. Вып. 5. М. Нижний Новгород, 2012.

Һылтанмалар

үҙгәртергә