Хәбәшиҙәр (ғәр. الأحباش‎‎‎), шулай уҡ Ислам хәйриә проекттары ойошмаһы (ғәр. ‏جمعية المشاريع الخيرية الإسلام‎‎) булараҡ билдәле, ХХ быуаттың 80-се йылдары уртаһында эфиоп дингә өндәүсеһе Абдуллаһ әл-Харари тарафынан нигеҙләнгән суфыйсылыҡ мәктәбе.

Хәбәшиҙәр
ғәр. جمعية المشاريع الخيرية الإسلامية‎‎
Башҡа исемдәре: әл-Әхбәш

Ислам хәйриә проекттары ойошмаһы

Нигеҙ һалынған:

1983

Нигеҙ һалыусы:

Абдулла әл-Харари

Илдәр:

Ливан Ливан Иордания Иордания Украина Украина һ.б.

Лидерҙары:

Флаг Ливана Хусам Ҡараҡыра Флаг Украины Әхмәд Тамим

Штаб-фатиры:

Бәйрут, Ливан

Ҡарамағындағы ойошмалар:

Украина мосолмандары диниә назараты

Идеология:

[ сөнни ](суфыйсылыҡ)

Хоҡуҡи мәктәп:

Шәфиғи мәҙһәб

Дини инаныуҙары:

әшғәриҙәр, матуридиҙәр

Орден:

Рифайя, Ҡадирилек

Дошмандары:

хизбуттар, үәһһәбиҙәр

Рәсми сайт:

AICP.Org

Урыҫ телле сайттары:

Islamyat.Org Habashi. 2013 йыл 23 апрель архивланған.Ru 2013 йыл 23 апрель архивланған.

Эфиопиянан күсеп килгән Абдуллаһ әл-Харари Ливанда төпләнә, унда ислам ғилемен уҡыта. Эргәһендә уның тәғлимәтен өйрәнеүселәрҙән эйәрсендәр туплана. 1983 йылда әл-Харариҙың эйәрсене Низар әл-Хәләби «Ислам хәйриә проекттары ойошмаһы» етәксеһе булып китә. Бер нисә йыл эсендә ошо эшмәкәрлек арҡаһында хәбәшиҙәр Ливанда, Иорданияла (башҡа ғәрәп илдәрендә лә әүҙем эшләйҙәр), Европа, Америка һәм Австралияның илдәрендә йоғонтоһон көсәйтә.

1976 йылда Ливанда тыуып үҫкән Әхмәд Тамим Украинаға килә, унда Киев Политехник институтының хисаплау техникаһы факультетында уҡый. 1992 йылда Украина мосолмандары диниә назаратын ойоштора һәм уға етәкселек итә. Шунан тороп хәбәшиҙәр идеологияһын элекке совет мөхитендә тарата башлай.

Дини инаныуҙары

үҙгәртергә

Хәбәшиҙәр раҫлауынса, улар фиҡһ мәсьәләләрендә шәфиғиҙәр мәҙһәбенә, ә дини инаныуҙарында әшғәриҙәр һәм мөржиһиҙәргә ҡарай. Хәбәшиҙәр суфыйлыҡтың рифайя һәм ҡадирилек тәриҡәттәренә инә [1].

Ҡайһы бер мәсьәләләрҙә хәбәшиҙәрҙың ҡараштары шиғый рәфиҙиҙәренекенә оҡшаш[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә