Мәүәрәннәһер (ғәр. ما وراء النهر‎, мә үәрә’ ән-нәһр — аръяҡтағы йәки аръяҡ[1]), шулай уҡ Трансоксания (Трансоксиана, лат. Transoxiana) һәм Фәраруд (фарс. فرارود Farārud) атамалары менән билдәле — Үҙәк Азия тарихи өлкәһе.

Мәүәрәннәһер
Кем хөрмәтенә аталған Амударъя
Урынлашыу картаһы
Карта
 Мәүәрәннәһер Викимилектә

Мәүәрәннәһер (Transoxiana),
Бөйөк Хөрәсән (Chorasа) көньяҡта,
Хорезм (Choresmien) көнбайышта.
Ҡытай. «Сань-цай»: керамик статуэтка (миләди 618-907 йылдар)

Атама ғәрәптәрҙең Урта Азияны яулаған осоронда VII VIII быуаттарҙа барлыҡҡа килә һәм башта Амударъяның уң яҡ ярындағы өлкәләргә ҡарата ҡулланыла. «Аръяҡ» тип ул биләмәләрҙе һул яҡта йәшәгән Хөрәсән халҡы атай. Һуңғараҡ был терминды Амударъя менән Һырдаръя араһындағы ерҙәргә ҡарата ҡуллана башлайҙар.

Мәүәрәннәһергә Үзбәкстандың, Тажикстандың көнбайышының һәм Ҡырғыҙстандың ҙур өлөшө , Төркмәнстандың көнсығышы һәм Ҡаҙағстан көньяҡ төбәге инә. Иң боронғо һәм эре ҡалалары — Сәмәрҡәнд, Бохара, Худжанд, Хиуа, Төркөстан һәм башҡалар.

Төбәк Әһәмәниҙәр дәүләте сатрапияларының береһе була, ул Суғдиана (Согдиана) исеме менән билдәле. Сәсәниҙәр хакимлығы ваҡытында төбәк йыш ҡына әһәмәниҙәр ваҡытынан ҡалған Суғдиана исеме менән атала, был территорияларҙы күрше Бактрия ерҙәренән айырыу өсөн ҡулланыла.

Ҡытай тикшеренеүсеһе Чжан Цянь беҙҙең эраға тиклем 126 йылда Бактрия, Суғдиана һәм Парфияла булып китә һәм ҡытай сығанаҡтарында тәүге тасуирлама ҡалдыра. Чжан Цянь Парфия төбәктәренең, урбанизацияға бирелгән йәмғиәт булараҡ, матди мәҙәниәтен ҡылыҡһырлай, йөҙөм емеше һәм иген үҫтереү, тауар етештереү, күн әйберҙәр һәм сүкелгән көмөш тәңкәләр сығарылыуын билдәләй[2]. Амударъя һәм Һырдаръя йылғаларының араһындағы ерҙәр сәсәниҙәргә тиклем эҙмә-эҙлекле рәүештә Селевкиҙәр дәүләтенә, Грек-Бактрия батшалығына, Парфия һәм Ҡушан империялары составына ингән була.

Сәсәниҙәр осоронда батшалыҡтың һөҙөмтәле идара итеүе арҡаһында төбәк фәнни һәм мәҙәни үҙәккә әүерелә, быға биләмәләр аша Бөйөк ебәк юлы үтеүе лә булышлыҡ итә. V быуатта эфталиттар баҫып инеп, сәсәниҙәр хакимлығы өҙөлә һәм 565 йылда ғына аяҡҡа баҫа.

Сәмәрҡәнд һәм Бохара Трансоксиананың (Мәүәрәннәһерҙең) иң эре ҡалалары һәм мәҙәни үҙәге булып тора.

706 - 715 йылдарҙа Урта Азияны ғәрәптәр баҫып ала башлай, улар ҡаты ҡаршылыҡҡа осрай, һәм 740 йылда Насир ибн Сәййәр элекке ихтилалдарҙа ҡатнашыусыларҙың барыһына ла, хатта ислам диненән баш тартҡандарға ла, амнистия иғлан итә. Был аҙым Үҙәк Азияның көнбайышында ғәрәптәргә нығынырға мөмкинлек бирә . Тан династияһы Ань Лушань фетнәһенә тиклем "Аръяҡ"тың көнсығыш өлөшөн контролдә тота.

Сыңғыҙхан Мәүәрәннәһергә 1219 йылда баҫып инә. 1227 йылда вафаты алдынан Үҙәк Азия ерҙәренең көнбайышын ул үҙенең икенсе улы Сығатайға тапшыра, Сығатай улусы исеме аҫтында билдәле дәүләткә нигеҙ һалына. 1370 йылда был биләмәләрҙә Аҡһаҡ Тимер Туран дәүләтенә нигеҙ һалып, әмир булып китә. Уның заманында баш ҡалаһы Сәмәрҡәнд булған был ил Азияла һуңғы тапҡыр ҡеүәтле Ислам дәүләте булып әүерелә. Аҡһаҡ Тимер йәйрәп ятҡан биләмәләре Гобиҙан Мәрмәр диңгеҙенә һәм Иртыштан тиклем Гангҡа тиклем йәйрәп ята, Сәмәрҡәнд мәғариф, сәнәғәт, фән һәм сәнғәт үҙәгенә әүерелә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә