Толбухин Фёдор Иванович

Толбухин Федор Иванович (16 июнь 1894 йыл — 17 октябрь 1949, Мәскәү, РСФСР, СССР) — совет хәрби эшмәкәре, Советтар Союзы Маршалы (1944), Советтар Союзы Геройы (1965 — үлгәндән һуң). «Еңеү» ордены кавалеры (1945). Югославия халыҡ геройы (1945), Болгария Республикаһы халыҡ геройы (1979 — үлгәндән һуң).

Толбухин Фёдор Иванович
рус. Фёдор Ива́нович Толбу́хин
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 4 (16) июнь 1894
Тыуған урыны Андроники[d], Романово-Борисоглебский уезд[d], Ярославль губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 17 октябрь 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[1][2][3][…] (55 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Шәкәр диабеты
Ерләнгән урыны Кремль диуарындағы некрополь[d]
Һөнәр төрө офицер, сәйәсмән, Һалдат
Эшмәкәрлек төрө Хәрби эш[4]
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия
Әүҙемлек урыны СССР[4]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание Советтар Союзы Маршалы, штабс-капитан[d], комбриг[d], комдив[d], генерал-майор[d], генерал-лейтенант[d], генерал-полковник[d] һәм генерал армии[d]
Командалыҡ иткән 57-я армия[d], 68-я армия[d], 3-сө Украин фронты һәм 4-се Украин фронты
Һуғыш/алыш Беренсе донъя һуғышы, Рәсәйҙә Граждандар һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы, Икенсе совет-фин һуғышы һәм Иранская операция[d]
Ғәскәр төрө Урыҫ император армияһы[d] һәм пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
великий офицер ордена Почётного легиона Ленин ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ҡыҙыл Байраҡ ордены Советтар Союзы Геройы Народный герой Югославии «Еңеү» ордены «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының егерме йыллығы» юбилей миҙалы орден Суворова I степени орден Кутузова I степени Ҡыҙыл Йондоҙ ордены "Севастополде обороналаған өсөн" миҙалы «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы «Белградты азат иткән өсөн» миҙалы «Венаны алған өсөн» миҙалы «Будапештты алған өсөн» миҙалы Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены орден Суворова I степени Герой Народной Республики Болгария орден «За храбрость» орден Венгерской свободы командор ордена «Легион Почёта» легионер ордена «Легион почёта» «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы орден Святой Анны 3-й степени 3-сө дәрәжә Изге Станислав ордены орден Михая Храброго орден Святого Станислава
 Толбухин Фёдор Иванович Викимилектә

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Сталинград һуғышында армия ғәскәрҙәре менән етәкселек итә, Югославияны нацист баҫҡынсыларынан азат итеүҙә һәм Румыния, Болгария, Венгрия, Австрияла дошманды тар-мар итеүҙә ҡатнаша; Көньяҡ (1943 йылдан — 4-се Украина фронты) һәм 3-сө Украина фронттарында ғәскәр менән командалыҡ итә. 1945—1947 йылдарҙа — Көньяҡ ғәскәрҙәр төркөмөнөң баш командующийы.

Биографияһы

үҙгәртергә

1894 йылдың (4) 16 июнендә Ярославль губернаһының Андроника ауылында (хәҙерге Ярославль өлкәһенең Ярославль районы) күп балалы хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Урыҫ[5]. Атаһы Толбухин Иван Федорович (1863—1907) — Петербургта фураж менән сауҙа итә.

Туғандары фаразы буйынса, ырыу фамилиялары Хольнов була, әммә 1815—1825, Хольновтарҙың береһе алпауытта управляющий булғанда, ул уға Толбухин дворян фамилияһын бирә — бәлки, башҡа Хольновтарҙан айырыу өсөндөр. Толбухин фамилияһын икенсе алпауыт, Ярославль дворяны йөрөткән була.

Сиркәү-мәхәллә мәктәбен һәм Андроникта Давыдковск земство мәктәбен тамалай. Атаһының вафатынан һуң ағаһы, Петербург сауҙагәре Александр тәрбиәһенә алына. Петербургта Федор Толбухин өс йыллыҡ сауҙа мәктәбен тамамлай, ә 1912 йылда Петербург коммерция училищеһына имтихандарҙы экстерн тапшыра. 1911 йылдан Санкт-Петербургта бухгалтер булып эшләй.

Беренсе донъя һуғышы башланғас, Рус император армияһына вольноопределяющийся булып бара. Петроград уҡыу-автомобиль ротаһында курстар үтеп, 6-сы пехота дивизияһы штабында һәмТөньяҡ-Көнбайыш фронтта 22-се пехота полкында һалдат-мотоциклист һәм шофер булып хеҙмәт итә[6]. 1915 йылдың апрелендә Ораниенбаумск офицерҙар уҡсылар мәктәбенә уҡыуға ебәрелә, унда тиҙләтелгән курстарҙы алдан тамамлап, 1915 йылдың июлендә прапорщик дәрәжәһенә күтәрелә. 1915 йылдың сентябрендә фронтҡа ебәрелә. Көньяҡ-көнбайыш фронтта рота, 9-сы армияның 1-се Амур аръяғы пехота дивизияһының 2-се Амур аръяғы батальоны менән командалыҡ итә. Брусиловты йырып сығыуҙа ҡатнаша. Хәрби отличиеһы өсөн Изге Анна һәм Изге Станислав ордендары менән бүләкләнә, шулай уҡ «отличие өсөн» ваҡытынан алда подпоручик һәм поручик дәрәжәһе бирелә.

1917 йылдың ғинуар аҙағында уларға ғәҙел мөнәсәбәте өсөн Февраль революцияһынан һуң полктың һалдат комитеты рәйесе итеп һайлана. поручик Ф. И. Толбухин яңы формалаштырылған 4-се Амур аръяғы пехота дивизияһының 13-сө Амур аръяғы полкына батальон командиры итеп ебәрелә. Һалдаттар араһында ҡыйыулығы һәм уларға ғәҙел мөнәсәбәте өсөн Февраль революцияһынан һуң полктың Һалдат комитеты рәйесе итеп һайлана. 1917 йылдың июнендә полк менән фронтҡа килә һәм Июнь һөжүмендә ҡатнаша. Көслө һуғышта контузия ала, ә батырлыҡтары өсөн штабс-капитан дәрәжәһенә лайыҡ була. Госпиталдә оҙаҡ ятып сыҡҡандан һуң 1917 йылдың декабрендә Толбухин ауырыуы буйынса ике айлыҡ отпуск ала. Петроградҡа ҡайта һәм унан 1918 йылдың мартында демобилизациялана.

Петроградта эш таба алмағас, 1918 йылдың яҙында Ярославль губернаһына туғандары янына китә. 7-се хәрби-юл отрядында табельщик булып эшләй. 1918 йылдың авгусында Сандыревск улус хәрби комиссары итеп һайлана, артабан өҫтәмә рәүештә улус всевобучы начальнигы итеп тәғәйенләнә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Маршалы Советского Союза. Личные дела рассказывают. М., издательство «Любимая книга», 1996 год, с. 18. Дата обращения: 19 ғинуар 2012. Архивировано из оригинала 9 ноябрь 2013 года. 2013 йыл 9 ноябрь архивланған.
  • Имена Победы: [в 2 т.] / Авт.-сост. Н. Р. Малиновская, Е. В. Юрина. — Москва: Кучково поле, 2015. — Т. 1. — С.156-166.
  • Герои огненных лет: Очерки о Героях Советского Союза-ярославцах. 3-е изд. — Ярославль: Верхне-Волжское книжное издательство, 1985. — С.192-197.
  • Гареев М. А. Полководцы победы и их военное наследие. — М.: ИНСАН, 2004. — 476 с.; ISBN 5-85840-325-5. — С.279-290.
  • Кузнецов П. Г. Маршал Толбухин [1894—1949]. — М., 1966.
  • Малашенко Е. И. Командующие фронтами и армиями в годы Великой Отечественной войны, 1941—1945. — Москва: Вече, 2015. — 285 с. ISBN 978-5-4444-2828-3.
  • Мальцев Е. Е. В годы испытаний. — М.: Воениздат, 1979.
  • Рубцов Ю. В. Маршалы Советского Союза в истории России. Гербы на погонах. — Москва: Вече, 2015. — 300 с. — (Слава России).; ISBN 978-5-4444-2725-5.
  • Смыслов О. С. Маршал Толбухин. — М.: Вече, 2015. — (Кавалеры ордена «Победа»). ISBN 978-5-4444-2420-9.
  • Храпченков В. К. Солдат Отчизны в маршальских погонах. Ярославль: Нюанс, 2005. 380, [3] с.: ил., портр., карты. (60 лет Великой Победы).
  • Маршал Советского Союза, Герой Советского Союза Фёдор Иванович Толбухин: фотоальбом к 125-летию со дня рождения. — Ярославль: Филигрань, 2019. — 131 с. ISBN 978-5-6042792-0-5.
  • Народни хероји Југославије. — «Партизанска књига» Љубљана, «Народна књига» Београд, «Побједа Титоград», 1982 година.

Һылтанмалар

үҙгәртергә