«Венаны алған өсөн» миҙалы

«Венаны алған өсөн» миҙалы СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 9 июнендәге Указына ярашлы Бөйөк Ватан һуғышы барышында Вена ҡалаһын алыу хөрмәтенә булдырыла.

«Венаны алған өсөн» миҙалы
Нигеҙләү датаһы 9 июнь 1945
Рәсем
Дәүләт  СССР
Юғарыраҡ дәрәжә "Кёнисбергты алған өсөн" миҙалы
Түбәнерәк дәрәжә «Берлинды алған өсөн» миҙалы
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән баҡыр иретмәһе[d]
Проектлаусы Sworykin[d]
Изображение орденской планки
Һаны 277 380
Лауреаттар категорияһы Категория:«Венаны алған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
 «Венаны алған өсөн» миҙалы Викимилектә

Миҙал тураһындағы Положение үҙгәртергә

«Венаны алған өсөн» миҙалы менән 1945 йылдың 16 марты — 13 апреле осоронда туранан-тура Венаны штурмлауҙа һәм алыуҙа ҡатнашҡан Ҡыҙыл Армия, Хәрби-Диңгеҙ Флоты хәрбиҙәре һәм НКВД ғәскәрҙәре, шулай уҡ ҡаланы азат иткәндә хәрби операцияларҙың етәкселәре һәм ойоштороусылары бүләкләнә.

«Венаны алған өсөн» миҙалы күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм башҡа СССР ордендары һәм миҙалдары булған осраҡта «Кенигсбергты алған өсөн» миҙалынан һуң урынлаштырыла.

1995 йылдың 1 ғинуарына ҡарата «Венаны алған өсөн» миҙалы яҡынса 277 380 кеше бүләкләнгән.

Миҙалдың тасуирламаһы үҙгәртергә

«Венаны алған өсөн» миҙалы баҡыр иретмәһенән эшләнә, диаметры- 32 мм, теүәл түңәрәк формала. Миҙал проекты авторы — рәссам Зворыкина.

Миҙалдың алғы яғында уртала — «ЗА ВЗЯТИЕ ВЕНЫ» яҙыуы, өҫкө өлөштә — биш осло йондоҙ, аҫта — лавр ботағы. Миҙалдың алғы яғы түңәрәк буйлап ҡаймаланған.

Миҙалдың кире яғында Вена ҡалаһын алған датаһы — «13 апреля 1945», уның өҫтөндә — биш осло йондоҙ.

Миҙалдағы бөтә яҙыуҙар һәм һүрәттәр ҡабарынҡы итеп эшләнгән.

Миҙал элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында биш мөйөшлө ҡалып менән тоташтырыла. Ҡалып киңлеге 24 мм зәңгәр төҫтәге ебәк муар таҫма менән урыталған. Диаметры — 24 мм. Таҫманың уртаһынан күк төҫтәге буй үтә. Киңлеге — 8 мм.

Иллюстрациялар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Володин А. Н., Мерлай Н. М. Медали СССР. — СПб.: Печатный двор, 1997. — С. 114—115. — ISBN 5-7062-0111-0.
  • Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Мн.: Народная асвета, 1986. — С. 85—86.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә