Икенсе совет-фин һуғышы

Икенсе совет-фин һуғышы (Карел ихтилалы[5], Карел авантюраһы, Кесе Ҡышҡы һуғышы) — 1921 йылдың 21-22 октябрендә Рәсәйҙәге Граждандар һуғышының һуңғы этабында «белофин менән белокарел бандалары» һәм Ҡыҙыл Армия араһындағы ҡораллы конфликт.

Икенсе совет-фин һуғышы
Рәсем
Дәүләт  Совет Рәсәйе
 Финляндия
Ваҡиға ваҡыты 6 ноябрь 1921
Башланыу датаһы 6 ноябрь 1921
Тамамланыу датаһы 21 март 1922
Икенсе совет-фин һуғышы
Төп конфликт: Рәсәйҙә Граждандар һуғышы
Дата

6 ноябрь 1921 — 21 март 1922

Урыны

Көнсығыш Карелия

Нәтижә

РСФСР еңеүе

Ҡаршы тороусылар

карельские повстанцы
Финляндия Финляндия[1][2]
при поддержке:
Эстония Эстония[1]

РСФСР

Командирҙар

Финляндия Пааво Талвела
Василий Левонен
Ялмари Таккинен

А. И. Седякин

Ҡаршы тороусы көстәр

2500 кеше
Финляндия 550 кеше
(1921 йылдың ноябре)
Финляндия+ 5—6 мең кеше[2][3][4]
(на конец декабря 1921)

8500[4]— 8611 яугир[2]
166 пулемёт[2][4]
22 орудий[2][4]
(1921 йылдың 26 ноябре)
9597 бойцов
(1922 йылдың 21 ғинуары)

Юғалтыуҙар

билдәһеҙ

үлгәндәр 145[2]
яраланғандар 471[2]
туңғандар һәм сирләгәндәр 530[2]

XIX быуат башында, Финляндия Рәсәй империяһына ҡушылғандан һуң, Финляндия һәм Олонец губернаһы араһында тығыҙ бәйләнештәр булдырыла, шул иҫәптән, ике яҡлап халыҡ күсенеүе һәм ҡатнаш никахтар менән оҙатылған мәҙәни бәйләнештәр.

XX быуат башына Финляндияла күп һанлы һәм әүҙем карел диаспораһы барлыҡҡа килә.

1906 йылда Тамперҙа Беломор карелдары союзының ойоштороу съезы үтә. Съезд уставты раҫлай, уның төп маҡсаты Олонец һәм Архангельск губерналарында йәшәгән туғандаш карел һәм фин халыҡтарын берләштереү, беломор карелдарының рухи һәм матди хәлен яҡшыртыу булып тора. Союз яҡынса 750 кешене берләштерә, улар араһында Финляндия граждандары ла, Рәсәй граждандары ла була. Һуңғараҡ «Беломор карелдары союзы» ағзалары Карел ихтилалында мөһим роль уйнайҙар һәм уның илһамландырыу һәм ойоштороу өлөшөн тәшкил итәләр. Союз ағзаларынан тыш, ихтилалды әҙерләүҙә «Карел академия йәмәғәте» (фин. Akateeminen Karjala-Seura, AKS), шюцкорҙар, «Нәфрәт буйынса туғандар» (фин. Vihan veljet) һәм башҡа ойошмалар ағзалары ҡатнашалар.

Ихтилалда Карел хеҙмәт коммунаһы территорияһында йәшәгән һәм «Бөйөк Финляндия» тураһында хыялланған фин диаспораһы ла мөһим роль уйнай, улар Бөйөк Финляндия сиктәре Нева, Свирь йылғалары буйлап, Повенецтан һәм Аҡ диңгеҙҙең Онега ҡултығына тиклем, үтергә тейеш тип һанайҙар.

1920 йылдың 10 октябрендә Хельсинкиҙа «Карел союзы» ойошторола, уның етәкселегенә Финляндияның хакимлыҡ иткән даирәләр вәкилдәре инә[2].

Һуғыш сәбәптәре

үҙгәртергә
  • Финляндия һәм РСФСР араһындағы Тарту солох килешеүен үҙгәртеү, фин сәйәси элитаһы һәм көнсығыш Карелия эмигранттары ярҙамында «Бөйөк Финляндия» дәүләтен булдырыу теләге[6][7];
  • Совет Рәсәйе составындағы көнсығыш Карелия халҡының аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүгә һәм ауыр иҡтисади хәлгә ризаһыҙлыҡ белдереү.

Ихтилалдарҙа ҡатнашыусылар

үҙгәртергә

Беренсе этапта ҡатнашыусыларҙың күпселеген рәсәй карелдары тәшкил итә, улар Финляндияға Беренсе совет-фин һуығышынан һуң ҡасып киткән була. Карелиялағы хәрби ғәмәлдәрҙә шулай уҡ 550 фин «ирекмән» ҡатнаша, шул иҫәптән хәрби отрядтарға етәкселек иткән 28 офицер һәм хәрби белестәр (майор Моттонен, майор Пааво Талвела, капитан Г. Свинхувуд, лейтенант Т. Тенхунен, Э. Хейнрикс һ. б.), шулай уҡ финдарҙан айырым батальон ойошторола (фин. Repolan Pataljoona). Бынан тыш, 1921 йылдың декабре башында совет ғәскәрҙәренә Финляндияла барлыҡҡа килгән ҡаршы хәрби ғәмәлдәрҙә Кронштадт фетнәһендә ҡатнашҡан отрядтар ҙа ҡатнашалар (200-гә яҡын кеше.

Карел хеҙмәт коммунаһының төп халҡы ихтилал мәсьәләһе буйынса икегә бүленәләр. Көньяҡ Карелила совет власы яҡлылары өҫтөнлөк итә. Үҙәк Карелила күбеһе Финляндия менән берләшеү яҡлы булалар, шул уҡ ваҡытта Совет власын яҡлаусыларыф етерлек була. Төньяҡ һәм беломор Карелияһы Финляндияға ҡушылыу идеяһын хуплай.

Финляндия хөкүмәте шулай уҡ карел баш күтәреүселәренә туранан-тура сәйәси һәм дипломатик ярҙам күрһәтә (һылтанма).

Эстония территорияһында карел ихтилалсылары өсөн ярҙам йыйыу ойошторола.

1921 йылдың 21 ноябрендә карел «баш күтәреүселәре» делегацияһы фин сеймында ҡабул ителә, ә 27 ноябрҙә Финляндия хөкүмәте Милләттәр Лигаһына «Көнсығыш Карелиялағы хәлде ҡарау» үтенесе менән мөрәжәғәт итә. Эстония хөкүмәте Финляндия хөкүмәте мөрәжәғәтен хуплай. 1921 йылдың 19 декабрендә сит ил нарокматы Финляндияның һәм эстонияның РСФСР-ҙың эске эштәренә ҡыҫылыуы тураһында протест нотаһын йүнәлтә (һылтанма).

Хәрби ғәмәлдәр барышы

үҙгәртергә

Көнсығыш Карелияла ҡораллы ихтилалға әҙерлек, матди запастар булдырыу һәм урындағы халыҡты агитациялау1921 йылдың йәйендә башлана, фин активистары әҙерлектә ҡатнашалар.

1921 йылдың октябре башынан Финляндия территорияһынан совет территорияһына бер нисә ҡораллы отряд күсә[2][4][8] (улар үҙҙәрен «урман партизандары» тип атай — фин. metsäsissit), улар бер ай эсендә сик буйы зонаһында 15 ауыл һәм тораҡ пункттарын биләйҙәр, урындағы баш күтәреүселәрҙе ойоштороу һәм ҡораллындырыу менән шөғөлләнәләр, агитация һәм разведкалау эштәрен алып баралар.

1921 йылдың октябрь уртаһында Тунгуд улусында «Ваҡытлы карел комитеты» ойошторола (фин. Karjalan väliaikainen hallitus)[2], комитет составына инәләр: сәйәси етәксе Василий Левонен (тыумыштан Сидоров Василий, псевдонимы «Укки Вяйнямейнен»), хәрби етәкселәр — Ялмари Таккинен (псевдоним «Илмаринен») һәм Осип Борисайнен.

«Комитет» 17 йәштән 40 йәшкә тиклемге ир-егеттәр мобилизацияһын иғлан итә, мобилизация үткәреүҙә фин офицерҙары ҡатнаша[2].

Хәрби ғәмәлдәр 1921 йылдың 6 ноябрендә карел-фин ҡораллы отрдятарының көнсығыш Карелияға бәреп инеүенән башлана. Баштараҡ 2500 кешенән торған был отрядтар[9] административ органдарын һәм совет власы яҡлыларҙы юҡ итә, коммуникацияларҙы һәм Мурманск тимер юлын емерергә тырыша, засадалар ойоштора һәм совет ғәскәрҙәренең подразделениеларына һөжүм итә[2][4].

1921 йылдың 14 ноябрендә Онда йылғаһы аша тимер юлы күпере юҡҡа сығарыла, уны тергеҙгәнгә тиклем (06.12.1921) Карелия тулыһынса изоляцияла ҡала.

17 ноябрҙә баш күтәреүселәр менән көрәш өсөн булдырылған берҙәм хәрби командование булдырыла, уның ҡарамағына Карелияла булған һәм яңынан килгән бөтә частар инә, өс хәрби участка барлыҡҡа килә: төньяҡ, урта һәм көньяҡ.

1921 йылдың 21 декабрендә Свирь йылғаһынан төньяҡтараҡтағы Карелия территорияһы ҡамау хәлендә тип иғлан ителә, мобилизация үткәрелә, РККА-ның өҫтәмә көстәре күсерелә, Карел фронты ойошторола, уның етәксеһе итеп А. И. Седякин тәғәйенләнә.

1921 йылдың декабрь аҙағына карел-фин отрядтарында 5-6 мең кеше иҫәпләнә (Ребольский батальоны, Беломор полкы, урман партизандары полкы)[10] һәм Кестеньга—Суопасалома—Ругозеро—Паданы—Поросозеро линияһына тиклем көнсығыш Карелияның өлөшөн биләй[2][4].

1921 йылдың 26 декабрендә совет ғәскәрҙәре Петрозаводск районынан һөжүмгә күсә[4] һәм 1922 йылдың ғинуар башына төп дошман көстәрен ҡыйрата.

1921 йылдың 29 декабрендә Ҡыҙыл Армия частары тарафынан Поросозеро яулап алына[2], 1922 йылдың 16 ғинуарында — Реболы, 1922 йылдың 20 ғинуарында — Кимасозеро, [[25 ғинуар|25 ғинуарҙа совет ғәскәрҙәренең төньяҡ төркөмө Кестеньга һәм Кокисальманы яулай,ә 5 февралдә — Тихтозероны. 1922 йылдың 7 февралендә совет ғәскәрҙәре баш күтәреүселәрҙең «баш ҡалаһы» — Ухта ауылын яулай[2][4].

Февраль уртаһына карел-фин ғәскәрҙәре көнсығыш Карелиянан ҡыуып сығарыла, 1922 йылдың 17 февралендә хәрби ғәмәлдәр тамамлана[2][4].

Карелия баш күтәреүселәренә ҡаршы хәрби хәрәкәттәрҙә урындағы халыҡ (шул иҫәптән карел партия коммунистары һәм комсомолдарҙың күбеһе[2], шулай уҡ Финляндияла граждандар һуғышынан һуң РСФСР-ға эмиграцияланған ҡыҙыл фин подразделениелары, атап әйткәндә, Петроград интернациональ хәрби мәктәбенең саңғы батальоны (командиры А. А. Инно) ҡатнаша.

Атап әйткәндә, Тойво Антикайнен отряды (7 пулемёт менән 170 уҡсы) дошман биләгән территория буйлап 920 саҡрымлыҡ рейд (7 ауыл) яһай, «саңғы почтаһы» станцияһын яулай, 9 хәрби бәрелештәр барышында 117 фетнәсене юҡ итә йәки әсирлеккә ала (үҙ юғалтыуҙары — 8 үлтерелгән һәм 10 яраланған, 30 совет хәрби әсирҙәрен азат итә[11].

Ҡыҙыл Армия төркөмө хәрби ғәмәлдәрҙең ахырына 30 меңдән ашыу кеше тәшкил итә, уларҙың ҡарамағында 414 пулемет, 31 орудие, 14 самолет һәм 3 бронемашина була.

Низағ барышында фин армияһының 47 офицеры документтары совет ғәскәрҙәре тарафынан тартып алына, 19220 йылдың 2 февралендә улар «Правда» гәзитендә баҫтырыла[12].

Хәрби ғәмәлдәр 1922 йылдың 21 мартында тамамлана, Мәскәүҙә РСФСР һәм Финляндия хөкүмәттәре араһында совет-фин сиктәренең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса килешеү төҙөлә.

Артабанғы ваҡиғалар

үҙгәртергә

1922 йылдың 1 июнендә Гельсингфоста РСФСР һәм Финляндия араһында ҡул ҡуйылған килешеүҙә шулай уҡ сик буйы ғәскәрҙәре һанын ҡыҫҡартыу һәм территорияларҙың тейелгеһеҙлеген тәьмин итеү буйынса йөкләмәләр алына[13]. Карелия халҡының бер өлөшө Финляндияға күсенә: совет мәғлүмәттәре буйынса, «8 меңгә яҡын эшкә яраҡлы кеше»[14], фин сығанаҡтары мәғлүмәттәренә ярашлы, «30 000-гә яҡын ҡасаҡ»[15][16]. Шул уҡ көндө Гельсингфорста Килешеүгә өҫтәмә рәүештә сиктәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин иткән саралар тураһында протоколға ҡул ҡуйыла[17].

1923 йылдың 30 апрелендә совет хөкүмәте ҡайһы бер фетнәселәргә амнистия иғлан итә[12].

Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер ихтилалсылар ҡоралды һалырға йыйынмай. 1920-се йылдараҙағына тиклем совет Карелияһы ҡасаҡтарынан ойошторолған ҡораллы төркөмдәр (уларҙы СССР-ҙа «карел бандалары» тип исемләйҙәр), совет территорияһына һөжүм итәләр[18].

Иҡтисади зыян

үҙгәртергә

Советтарға ҡаршы фетнә һөҙөмтәһендә Карелия иҡтисадына ҙур матди зыян килтерелә: карел баш күтәреүселәре Совет власы яҡлыларҙың йорттарын үртәй, бер нисә мәктәп һәм китапхана емерелә, аҙыҡ-түлек пунктттарынан 15 мең боттан ашыу бойҙай урлана.

Хәрби юғалтыуҙар

үҙгәртергә

РККА яғынан хәрби юғалтыуҙар: 1394 кеше һәләк булған, 512 кеше яраланған, 200 кеше хәбәрһеҙ юғалған, 273 кеше эвакуацияланған (ауырыу сәбәпле).

Хөкүмәт наградалары

үҙгәртергә
  • «Карел фронты намыҫлы яугирына» исемле түшкә беркетелә торған тимер жетон — РВСР-ҙың 1922 йылдың 5 мартындағы 570-се бойороғона ярашлы иҫтәлекле билдә, уның менән батырлыҡ күрһәткән ҡыҙылармеецтар һәм командирҙар бүләкләнә[19].

Сәнғәттә сағылышы

үҙгәртергә
  • Геннадий Фиш. «Падение Кимас-озера» (повесть, 1933 йыл).
  • «Совет ватаны өсөн» нәфис фильмы (СССР, «Ленфильм», 1937 йыл)[20] — Геннадий Фиш повесы буйынса[21].
Шулай уҡ әлеге фильм сит илдә «Саңғы батальоны» исеме аҫтында билдәле[22].
  • Антти Тимонен. «Беҙ карелдар» (роман, 1969йыл).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 История дипломатии: в 3-х томах / Под ред. акад. В. П. Потёмкина. — Т. 3: Дипломатия в период подготовки Второй мировой войны (1919—1939 гг.). — М.: ОГИЗ, 1945. — С. 120.
  2. 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 2,11 2,12 2,13 2,14 2,15 2,16 2,17 Белофинская авантюра в Карелии 1921—1922 // Советская историческая энциклопедия / редколл., гл. ред. Е. М. Жуков. Т. 2. — М.: Большая Советская энциклопедия, 1962. — С. 275—277.
  3. Широкорад А. Б. Финляндия: Через три войны к миру. — М.: Вече, 2009. — С. 118—119.
  4. 4,00 4,01 4,02 4,03 4,04 4,05 4,06 4,07 4,08 4,09 Белофинская авантюра в Карелии 1921—1922 // Большая Советская Энциклопедия. / под ред. А. М. Прохорова. 3-е изд. Т. 3. — М.: Советская энциклопедия, 1970. — С. 161.
  5. http://heninen.net/kapina/mitali.htm
  6. Борис Нериновский. Тёмные пятна на «долгом пути страны Суоми» 2011 йыл 15 декабрь архивланған.. // «Дуэль»: газета. — 1999. — 26 октября. — № 43 (134).
  7. Хельге Сеппяля. «Финляндия как оккупант в 1941—1944» // «Север»: журнал. — № 4—6. — 1995. — ISSN 0131-6222.
  8. Армия и внутренние войска в противоповстанческой и противопартизанской борьбе. Мировой опыт и современность / Под общей редакцией генерал-полковника А. А. Шкирко, генерал-майора В. А. Золотарёва. — М., 1997. — С. 32.
  9. Jussi Niinistö. Heimosotien historia. Suomalaisen Kirjallisuuden Seura, 2005. p.244 ISBN 951-746-687-0
  10. Килин Ю. М. Карельское восстание 1921—1922 гг. и его последствия в свете новых архивных данных// Россия и Финляндия в XVIII—XX вв. Специфика границы. — СПб, 1999. — 88-101.
  11. Тойкка Э. В. Сквозь грозовые годы: Воспоминания. — Петрозаводск: Карелия, 1980.
  12. 12,0 12,1 Д. Л. Голинков. Крушение антисоветского подполья в СССР (в 2-х тт). изд. 3-е, доп. Книга II. — М.: Политиздат, 1980. — С. 142—146.
  13. Соглашение между Россией и Финляндией о мероприятиях, обеспечивающих неприкосновенность границы
  14. Широкорад А. Б. «Северные войны России». — М.: АСТ; Мн.: «Харвест», 2001
  15. Genos 67(1996), s. 2-11, 46 (Itä-Karjalasta Suomeen 1917—1922 tulleet pakolaiset). Дата обращения: 29 декабрь 2009. Архивировано 5 июль 2009 года. 2009 йыл 5 июль архивланған.
  16. Toivo Nygård. Itä-Karjalasta Suomeen 1917—1922 tulleet pakolaiset, Suomen Sukututkimusseura www.genealogia.fi. Luettu 8.11. 2006
  17. Протокол, подписанный в городе Гельсингфорсе 1 июня 1922 года
  18. Э. П. Лайдинен, Э. Эльвенгрен. «Шпионаж за Восточной границей»
  19. П. А. Кабанов. Стальные перегоны. М., «Воениздат», 1973. Стр. 45.
  20. За Советскую Родину. Дата обращения: 12 апрель 2018. Архивировано 13 апрель 2018 года. 2018 йыл 13 апрель архивланған.
  21. Показ фильма «За Советскую Родину»
  22. THE SCREEN: 'Ski Battalion' Soviet Film, Is Seen at the Came // The New York Times, 14.03.1938

Библиография

үҙгәртергә
  • Красная Карелия (Сб. док-тов). Петрозаводск, 1925;
  • Соколов-Страхов К. И. Зимняя кампания в Карелии в 1921/22 г. Ленинград, Военная типография Управделами Наркомвоенмор и РВС СССР, 1927. 162 стр.;
  • В боях за Советскую Карелию. Очерки и воспоминания. М., 1932;
  • Хропов И. Н. В борьбе с белофинской авантюрой в Беломорско-Ухтинской Карелии в 1921—1922 гг. // журнал «Красная летопись», № 2, 1933
  • Разгром белофинских интервентов в Карелии в 1918-22 гг. / Сборник документов. [Беломорск], гос. изд-во Карело-Финской ССР, 1944;
  • Гардин Е. С. Разгром белофинской авантюры (1921—1922). — Петрозаводск: Госиздат Карело-Финской ССР, 1947. — 44 с.;
  • Хесин С. С. «Разгром белофинской авантюры в Карелии в 1921-22 гг.» М., Воениздат, 1949.
  • Балагуров Я. А. Борьба за Советы в Карельском Поморье. Изд. 2-е, испр. и доп. Петрозаводск, «Карелия», 1973. 160 стр., илл.
  • Тойкка Э. В. Сквозь грозовые годы (воспоминания). Петрозаводск, «Карелия», 1980.
  • Широкорад А. Б. Финляндия: Через три войны к миру. — М.: Вече, 2009. — 384 с. — (Друзья и враги России). — ISBN 978-5-9533-4197-4..
  • Гусев К. В. К истории карельского мятежа (по материалам комиссии по реабилитации при Президенте РФ) // «Отечественная история»: журнал. — 1996. — № 6 — С. 71—84.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә