«Будапештты алған өсөн» миҙалы
«Будапештты алған өсөн» миҙалы СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 9 июнендәге Указына ярашлы булдырыла. Миҙал проекты авторы — рәссам А. И. Кузнецов.
«Будапештты алған өсөн» миҙалы | |
Нигеҙләү датаһы | 9 июнь 1945 |
---|---|
Дәүләт | СССР |
Юғарыраҡ дәрәжә | «Японияны еңгән өсөн» миҙалы |
Түбәнерәк дәрәжә | "Кёнисбергты алған өсөн" миҙалы |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | баҡыр иретмәһе[d] |
Һаны | 362 050 |
Лауреаттар категорияһы | Категория:«Будапештты алған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар |
«Будапештты алған өсөн» миҙалы Викимилектә |
Миҙал тураһындағы Положение
үҙгәртергә«Будапештты алған өсөн» миҙалы менән 1945 йылдың 20 декабре — 15 феврале осоронда туранан-тура Будапешт ҡалаһын штурмлауҙа һәм алыуҙа ҡатнашҡан Ҡыҙыл Армия, Хәрби-Диңгеҙ флоты хәрбиҙәре һәм НКВД ғәскәрҙәре, шулай уҡ ҡаланы азат иткәндә хәрби операцияларҙың етәкселәре һәм ойоштороусылары бүләкләнә.
«Будапештты алған өсөн» миҙалы күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм башҡа СССР ордендары һәм миҙалдары булған осраҡта «Японияны еңгән өсөн» миҙалынан һуң урынлаштырыла.
1995 йылдың 1 ғинуарына ҡарата «Будапештты алған өсөн» миҙалы менән яҡынса 362 050 кеше бүләкләнгән.
Миҙалдың тасуирламаһы
үҙгәртергә«Будапештты алған өсөн» миҙалы баҡыр иретмәһенән яһала. Миҙалдың диаметры — 32 мм. Формаһы — теүәл түңәрәк.
Миҙалдың алғы яғында: үҙәктә — «ЗА ВЗЯТИЕ БУДАПЕШТА» яҙыуы, яҙыу өҫтөндә — биш осло йондоҙ, ә аҫта — ботаҡҡа ботаҡ килгән ике ураҡ менән сүкеш һүрәте.
Миҙалдың кире яғында — Будапештты алыу датаһы: «13 февраля 1945», дата өҫтөндә — биш осло йондоҙ.
Миҙалдағы бөтә яҙыуҙар һәм һүрәттәр ҡабарынҡы итеп эшләнгән. Миҙалдың ситтәре ҡабарыңҡы итеп ҡаймалаған.
Миҙал биш мөйөшлө ҡалыпҡа элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында тоташтырыла. Ҡалып 24 мм киңлегендәге ебәк муар таҫма менән уратылған. Таҫманың төҫө — һарғылт-ҡыҙыл. Таҫманың уртаһынан 8 мм киңлегендәге зәңгәр буй үтә.
Иллюстрациялар
үҙгәртергә-
Миҙалдың реверсы
-
Рәсәй Почта маркаһы
-
Рәсәй МЧС-ның ведомство миҙалы
Миҙал таҫмаһын үҙләштереү
үҙгәртергә2005 йылдың 18 июлендәге Рәсәй Федерацияһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министры 552-се һанлы бойороғона ярашлы «Ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡаһарманлығы өсөн» исемле миҙал булдырыла. Миҙал таҫмаһы «Будапештты алған өсөн» миҙалы таҫмаһы менән оҡшаш эшләнгән.
Мәҙәниәттә миҙал
үҙгәртергәМихаил Исаковскийҙың «Враги сожгли родную хату» йырының иң аҙағында әлеге награда телгә алына.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Володин А. Н., Мерлай Н. М. Медали СССР. — СПб.: Печатный двор, 1997. — С. 106—107. — ISBN 5-7062-0111-0.
- Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Мн.: Народная асвета, 1986. — С. 84—85.