Твардовский Александр Трифонович

Рәсәй совет яҙыусыһы, шағир һәм прозаик, журналист, махсус корреспондент. «Новый мир» журналының баш мөхәррире

Твардовский Александр Трифонович (21 июнь 1910 йыл18 декабрь 1971 йыл) — СССР яҙыусыһы, шағир һәм прозаик, журналист, махсус корреспондент. Подполковник (1945). «Новый мир» журналының баш мөхәррире (1950—1954 һәм 1958—1970) йылдарҙа).

Твардовский Александр Трифонович
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 8 (21) июнь 1910[1][3]
Тыуған урыны Загорье[d], Смоленский уезд[d], Смоленск губернаһы[d], Рәсәй империяһы[3]
Вафат булған көнө 18 декабрь 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[4][1][5][…] (61 йәш)
Вафат булған урыны Ватутинки[d], Поселение Десёновское[d], Новомосковский административный округ[d], Мәскәү, СССР
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе үпкә рагы[d]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө шағир, яҙыусы, журналист, новеллист
Эшмәкәрлек төрө творческое и профессиональное письмо[d][6], шиғриәт[6], проза[6] һәм журналистика[6]
Биләгән вазифаһы баш мөхәррир[d]
Уҡыу йорто Мәскәү философия, әҙәбиәт һәм тарих институты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXII съезы[d] һәм КПСС-тың XXI съезы[d]
Хәрби звание подполковник[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Сәнғәт йүнәлеше социалистик реализм[d]
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы
Жанр шиғриәт, повествовательная поэзия[d] һәм хикәйә
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы СССР дәүләт премияһы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ленин ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ленин премияһы В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
 Твардовский Александр Трифонович Викимилектә

Бала сағы

үҙгәртергә

Александр Трифонович Твардовский 1910 йылдың 8 (21) июнендә Сельцо ауылы янындағы Загорье утарында (хәҙер Смоленск өлкәһе Политковский районы) ауыл тимерсеһе Трифон Гордеевич Твардовский (1881—1949) һәм игенселек хеҙмәте менән бер рәттән сик һаҡлаусы хәрби ҡатламдан сыҡҡан Мария Митрофановна (1888—1965), ҡыҙ фамилияһы—Плесковская[7] ғаиләһендә тыуған.

Шағирҙең энеһе Иван Трифонович Твардовский (1914—2003), һуңыраҡ яҙыусы, йыһаздар яһаусы, ағас һәм һөйәкте соҡоп ырып биҙәү оҫтаһы. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында әсирлектә булған, әсирлектән һуң 10 йылға хеҙмәт лагерына хөкөм ителгән, 1952 йылда тотҡонлоҡтан ваҡытынан алда азат ителә.

Шағирҙең олатаһы Гордей Твардовский бомбардир (артиллерия һалдаты), Польшала хеҙмәт иткән, унан улына ла күскән «пан Твардовский» ҡушаматын алған. Был ҡушамат (ысынбарлыкта, дворян сығышы менән бәйле түгел) Трифон Гордеевич үҙен кәҫтиән итеп түгел, игенсе хәрби сик һаҡсыһы итеп ҡабул итергә мәжбүр итә.

Был ер ун дисәтинәнән әҙ генә артығыраҡ — тотошо менән тиерлек ваҡ-төйәк һаҙлыҡтарҙан торған һәм тал ҡыуаҡтары баҫҡан, шыршы, ҡайынҡайҙар үҫкән ер, барлыҡ мәғәнәлә лә күҙ ҡыҙырлыҡ түгел ине. Тик ерһеҙ һалдаттың, күп йыллыҡ ауыр тимерсе хеҙмәте менән банкыға беренсе кертем өсөн кәрәкле аҡса эшләгән атаһының берҙән-бер улы өсөн был ер иң изге әйбер һымаҡ ҡәҙерле ине. Беҙгә, балаларға, ул кескәй генә саҡта был әсе, һаран, әммә беҙҙең ергә — шаяртыпмы, әллә етди итепме, беҙҙең «имение» тип йөрөткән утарына мөхәббәт һәм ҡәҙер-хөрмәт тойғоһо һеңдерҙе.[8]

Әйтер кәрәк, ул, беҙҙең ерлектә сәйерерәк һәм хатта ҡайһылыр кимәлдә кемгәлер нимә булһа ла иҫбатларға тырышыу булғандыр, эшләпә кейеп йөрөнө һәм беҙгә, балаларға, бының арҡаһында тәрән көз еткәнсе ялан аяҡ йүгерергә тура килһә лә, сабата кейеп йөрөргә рөхсәт итмәне. Ғөмүмән, беҙҙең көнкүрештә күп нәмә «башҡа кешеләрҙеке» кеүек түгел ине.[9]

Твардовскийҙың әсәһе, Мария Митрофановна, ысынлап та игенсе хеҙмәте менән бер рәттән хәрби хеҙмәт тә алып барған ғаиләнән сыҡҡан. Трифон Гордеевич китапты күп уҡыған кеше ине — кистәрен өйҙәрендә улар Пушкин, Гоголь, Лермонтов, Некрасов, Толстой, Никитин, Ершов китаптарын йыш ҡына ҡысҡырып уҡыған. Улының ун йәшенә атаһы китап бүләк итә. Александр грамотаға өйрәнмәҫ элек шиғырҙар яҙа башлаған.

Әҙәби эшмәкәрлегенең башы

үҙгәртергә
 
Шағирҙың ағалары тарафынан тергеҙелгән Загорье фермаһы

Твардовский 14 йәшендә Смоленск гәзиттәре өсөн ҙур булмаған мәҡәләләр яҙа башлай. 1925 йылда «Смоленская деревня» гәзитендә Твардовскийҙың «Яңы өй» тип аталған беренсе шиғыры баҫылып сыға[10][11]. Шуның менән бергә Твардовский, бер нисә шиғырын йыйып, уларҙы «Рабочий путь» гәзитендә эшләгән Михаил Исаковскийға алып бара. Исаковский шағирҙе ысын күңелдән сәләмләп, һуңыраҡ йәш Твардовскийҙың дуҫы һәм остазы була.

1928 йылда Твардовский, ғаиләһенән айырылып, үҙаллы тормош юлына сыға, Смоленск ҡалаһына күсенә. Шул осорҙа ул пролетар яҙыусылары ассоциацияһына ҡабул ителә.

1931 йылда уның беренсе поэмаһы — «Путь к социализму» баҫыла. 1935 йылда Смоленск Көнбайыш өлкә дәүләт нәшриәтендә беренсе «Шиғырҙар йыйынтығы» (1930—1936) донъя күрә. 1925—1935 йылдарҙа Твардовский 130-ҙан артыҡ шиғыр яҙа һәм смоленск гәзиттәрендә һәм башҡа өлкә матбуғаты биттәрендә баҫтырып сығара[12].

1932 йылда Твардовский Смоленск дәүләт педагогия институтының беренсе курсына уҡырға инә. 1936 йылда Твардовский Мәскәүгә килә, Мәскәү философия, әҙәбиәт һәм тарих институтының[13] өсөнсө курсында уҡый башлай. 1939 йылда Твардовский МИФЛИ-ҙы[14] тамамлай.

1939—1940 йылдарҙа яҙыусылар төркөмө составында, Твардовский Ленинград хәрби округының «На страже Родины» гәзитендә эшләй. Хәрби корреспондент булараҡ, Твардовский Ҡыҙыл Армияның Көнбайыш Белоруссия ерҙәрендә барған һәм Финляндия менән һуғыштарында ҡатнаша[15].

1939 йылдың 30 ноябрендә гәзиттә Твардовскийҙың «Час настал» шиғыры сыға. Шағирҙең бер шиғыры ялан кухняһына арналған:

Дельный — что и говорить —
Был старик тот самый,
Что придумал суп варить
На колёсах прямо!

"На страже Родины" гәзитендә 1939 йылдың 11 декабрендә «На привале» шиғыры донъя күрә. «Как был написан „Василий Теркин“» мәҡәләһендә А.Твардовский төп герой образының 1939 йылда «На страже Родины» гәзитенең даими көлкөлө рубрикаһы өсөн уйлап табылғанлығын әйтә.

Коллективлаштырыу осоронда ғаиләһе репрессияға дусар ителә

үҙгәртергә

«Путь к социализму» (1931) һәм «Страна Муравия» (19341936) поэмаларында Сталин коллективизацияһы яҡты киләсәк хәбәрсеһе тип һүрәтләй. Атай-әсәһенең, ир туғандары менән бергә, кулак элементы тип һөргөнгә оҙатылыуына, ә утарҙарын ауылдаштары яндырыуына ҡарамаҫтан, Твардовский крәҫтиән хужалыҡтарын коллективлаштырыуҙы хуплай.

Твардовскийҙың ата-әсәһе, дүрт ир туғаны һәм ике апаһы бары тик 1996 йылдың 30 ғинуарында ғына реабилитацияланды.[16]

«Василий Тркин»

үҙгәртергә
 
Твардовский һәм Василий Тёркинға Смоленск ҡалаһындағы һәйкәл

Бер ваҡыт, ата-әсәһе Русский Турек ауылында һөргөндә йәшәгәндә, Твардовский унда килә.

Унда 1941—1942 йылдарҙа Воронежда Көньяҡ-Көнбайыш фронтының «Ҡыҙыл Армия» газетаһы редакцияһында эшләй. «Василий Тёркин» поэмаһы (1941—1945) «яугир тураһында осһоҙ-ҡырыйһыҙ китап» — Твардовскийҙың иң билдәле әҫәре; Бөйөк Ватан һуғышы күренештәре сылбыры. Поэма ябай һәм теүәл һүҙе, ғәмәлдәрҙең ташып торған энергиялы үҫеше менән айырылып тора. Эпизодтар бер-береһе менән тик төп герой аша бәйләнгән — бының менән автор, үҙе лә, уның уҡыусыһы ла, теләһә ҡайһы ваҡытта һәләк булыуы мөмкинлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Яҙылыу менән, һәр бүлеге Көнбайыш фронты «Красноармейская правда» гәзитендә баҫылып сыға торған. Поэма фронт тормошо атрибуттарының береһе була, һөҙөмтәлә Твардовский хәрби быуындың культ авторына әйләнә.

Бынан тыш, «Василий Тёркин» ул саҡтағы башҡа әҫәрҙәр араһында идеологик пропаганданың, Сталин һәм партия тураһында яҙыуҙарҙың булмауы менән айырылып тора.

3-сө Белорус фронты ҡораллы көстәренең 1945 йылдың 30 апрелендә сыҡҡан 480-се бойороғо менән: 3-сө БФ «Красноармейская правда» газетаһының махсус корреспонденты, подполковник Твардовский А. Т. гәзит эстәлеген яҡшыртҡаны (Көнсығыш Пруссиялағы һуғыштар тураһында очерктар) һәм уның тәрбиәүи ролен арттырғаны өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә[17] .

Һуғыштан һуңғы шиғырҙары

үҙгәртергә

1946 йылда Бөйөк Ватан һуғышының беренсе фажиғәле айҙарын иҫкә төшөргән «Дом у дороги» поэмаһын тамамланы.

3-сө Белорус Фронты Ҡораллы Көстәре 1944 йылдың 31 июлендәге 505-се бойороғо менән, «Красноармейская правда» гәзите редакцияһы шағиры, подполковник А.Твардовский 2 поэма (уларҙың береһе — «Василий Тёркин», икенсе — «Дом у дороги») һәм Белоруссия ерен дошмандан азат итеү тураһында күп очерктар, шулай уҡ фронт частары һалдаттары һәм офицерҙары алдында күп һанлы сығыштары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнде.

Сталиндың вафаты һәм уны ерләү көндәрендә А. Т. Твардовский түбәндәге юлдарҙы яҙҙы:

  В этот час величайшей печали
Я тех слов не найду,
Чтоб они до конца выражали
Всенародную нашу беду…
 

Был поэмала Твардовский тормошоноң һәм донъяға ҡарашының «көслө дәүләтселек» йүнәлеше асыҡ сағыла. Ләкин, сталинсылар һәм нео-сталинсыларҙан айырмалы рәүештә, Твардовскийҙың көслө дәүләт, держава культы бер ниндәй ҙә дәүләт эшмәкәре һәм, дөйөм алғанда, билдәле бер дәүләт формаһы менән бәйле түгел. Был позиция Твардовскийға русофилдар — Рәсәй империяһы өсөн йәндәрен фиҙа ҡылыға әҙер тороусылар араһында ла үҙ кеше булырға ярҙам итә.

«Новый мир» журналы

үҙгәртергә

Твардовский ике тапҡыр «Новый мир» журналының баш мөхәррире (1950-54 һәм 1958-70 йылдарҙа) була.

1954 йылдың көҙөндә Твардовский КПСС Үҙәк Комитеты указ менән «Новый мир» журналында «Тёркин на том свете» поэмаһын баҫтырырға тырышҡаны һәм В. Померанцев, Ф. Абрамов, М. Лифшиц, М. Шведовтарҙы публицистик мәҡәләләрен баҫтырғаны өсөн баш мөхәррир урынынан бушатыла.

Твардовскийҙың «Новый мир» журналында редактор булған ике осоронда, бигерәк тә КПСС-тың XXII съезынан һуң, был журнал әҙәбиәттә Сталинға ҡаршы көстәр, алтмышынсы йылдарҙың «алтмышынсылар» символы һәм Совет хакимиәтенә йәшерен ҡапма-ҡаршылыҡ органы булды. «Новый мир» журналында Фёдор Абрамов, Василь Быков, Б. Можаев, Ю. Трифонов, Ю. Домбровский әҫәрҙәре донъя күрҙе.

1960 йылдарҙа Твардовский, «По праву памяти» (1987 йылда баҫтырылған) һәм «Тёркин на том свете» поэмаларында Сталинға һәм сталинизмға ҡараштарын яңынан ҡараны. Шул уҡ ваҡытта (1960 йылдар башы) Твардовский Хрущёвтан Солженицындың «Один день Ивана Денисовича» хикәйәһен баҫтырыу рөхсәтен алды.

Журналдың яңы йүнәлеше (сәнғәттә, идеологияла һәм иҡтисадта «кеше талаптарына йөҙ менән боролоу» социализмы тураһында һүҙҙәр артына йәшеренгән либерализм) Хрущёв-Брежнев партия элитаһы һәм идеология бүлексәләре түрәләренең генә түгел, ә совет әҙәбиәтендәге «неосталинсы-державасыларҙың» ризаһыҙлығын уятты. Бер нисә йыл дауамында, «Новый мир» һәм «Октябрь» (баш редактор В. А. Кочетов, «Чего же ты хочешь?» романы авторы, был әҫәр Твардовскийға ла ҡаршы йүнәлтелгән ине) араһында киҫкен әҙәби (һәм, дөрөҫөн әйткәндә, идеологик) бәхәс барҙы. «Патриоттар-көслө держава» яҡлылар «Новый мир» журналын идеологик яҡтан кире ҡағыуҙарын күрһәттеләр.

Хрущёв юғары урынынан алынғас, матбуғатта («Огонёк» журналы, «Социалистическая индустрия» газетаһы), «Новый мир» журналына ҡаршы кампания үткәрелде. Иң мөһим материалдарҙы баҫтырырға рөхсәт итмәйенсә, Главлит журнал менән системалы рәүештә ҡаты көрәш алып барҙы. Яҙыусылар союзы етәкселегенең, Твардовскийҙың рәсми рәүештә эштән ебәрә алмағанлыҡтан, журналға баҫымының һуңғы сараһы Твардовский урынбаҫарҙарын алып ташлау һәм был урындарға уға ҡарата уҫал ниәтле кешеләрҙе билдәләү булды. 1969 йылдың декабрендә, яҙыусы Юрий Трифонованың «Обмен» әҫәре баҫтырылғандан һуң, «Огонек» журналында 11 әҙәбиәтсенең бер туҙҙырыусы тәнҡит хаты баҫтырылды. Был «Новый мир» журналының ахырының башы булды. Твардовский Леонид Брежневҡа хат яҙырға мәжбүр була, ләкин яуап алмай. 1970 йылдың 9 февралендә Твердовскийҙан редакция вәкәләттәре алына, журнал редакцияһының бер өлөшө уның үрнәгенә эйәрә. Ысынында, редакция юҡ ителде. Дәүләт хәүефһеҙлеге комитетынан Юрий Андропов исеменән «Материалы о настроениях поэта А. Твардовского» тигән яҙма 1970 йылдың 7 сентябрендә КПСС Үҙәк Комитетына ебәрелә[18] .

«Новый мир» журналында идеологик либерализм эстетик традиционализм менән берләштерелде. Твардовский реализмдың классик формаһында үҫешкән әҙәбиәткә өҫтөнлөк бирҙе һәм модернистик проза һәм поэзияға һалҡын ине. 1965 йылда Твардовский Яҙыусыларҙың европа йәмғиәте конгресында шундай сығыш яһаны:

Мин, ысынбарлыҡ мин күргәндән башҡа, мин бар саҡта, минән алда ла булған һәм минән һуң да буласаҡ, тип белгән кеше нәҫеленең күпселегенә ҡарайым. Һәм ул минең өсөн — бик ҙур байлыҡ, һәм мин уны, әгәр был ҡараш, бигерәк тә сәнғәтле ҡараш, ысынбарлыҡтың асылын асыҡлауға хеҙмәт итмәй һәм кешеләр, донъя алдында уның өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алмай икән, бер ниндәй ымһындырғыс хыялдарҙан торған ҡарашҡа ла алыштырырға теләмәйем.[19]

1960-сы йылдарҙың күп бөйөк яҙыусылары журналда баҫылған, журнал уларҙың күбеһен уҡыусыларына асты. Мәҫәлән, 1961 йылда инженер-тикшеренеүсе Александр Побожийҙың «Глухой, неведомой тайгою» тигән очергы донъя күрә, һәм 1964 йылдың август һанында воронежлы шағир Алексей Прасоловтың күп шиғырҙары донъя күрә.

1966 йылда Твардовский яҙыусылар Ю.Даниэль һәм А. Синявский ҡаршы суд ҡарарын раҫлауҙан баш тарта.

«Новый мир» журналын тар-мар иткәндән һуң, Твардовский хәрәкәтсәнлеген һәм һөйләү мөмкинлеген юғалтыуға килтергән инсульт кисерә, ә дауаханала уның аҙған үпкә яман шеш менән ауырыуын беләләр. Яҙыусы 1971 йылдың 18 декабрендә Мәскәү өлкәһенең Красная Пахра дача ауылында вафат була. Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнгән (7 һанлы участок) .

 
Смоленскиҙың Братск зыяратында Твардовскийҙың атаһы һәм әсәһенең ҡәбере
 
Валентина (һул яҡта) һәм Ольга Твардовскаялар, шағирҙың ҡыҙҙары, 2010
  • Ҡарттаһы —Гордей Васильевич Твардовский (1917 йылда үлә) [20], крепостной крәҫтиәндәрҙән, отставкалағы хәрби кеше, бомбардир — тоҫҡаусы була, Варшавала хеҙмәт иткән [21] .
  • Атаһы —Трифон Гордеевич (1881—1949).
  • Әсәһе —Мария Митрофановна (1888—1965), игенсе хеҙмәте менән бер рәттән хәрби хеҙмәт тә алып барған ғаиләнән.
  • Ағай-энеләре:
    • Константин (1908—2002),
    • Иван (1914—2003),
    • Павел (1917—1983),
    • Василий (1925—1954).
  • Һеңелдәре:
    • Анна (1912—2000) һәм
    • Мария (1922—1984).
  • Ҡатыны—Мария Илларионовна Горелова (1908—1991).
  • Ике ҡыҙы:
    • Валентина (1931 йылда тыуған) һәм
    • Ольга (1941—2017) .

Замандаштарының баһаһы

үҙгәртергә

Уның менән саҡ ҡына яҡын танышҡанда ла, уның кешегә ышаныусанлығы бик еңел асыла. Эйе, үткер зирәк аҡылға эйә булһа ла, ғәҙеллеккә ышаныуы һәм уны тормоштан көтөүе арҡаһында, ул балаларса ышаныусан кеше ине. (Владимир Яковлевич Лакшин)

Ул иҫ киткес матур кеше ине. Оҙон буйлы, киң яуырынлы, нәҙек билле һәм тар янбашлы. Кәүҙәһен тура тота, ҡулбаштарын тигезләп, еңел һәм пружиналы итеп баҫып, көрәшселәр кеүек, атлағанда терһәктәрен ситкәрәк ҡуйып, йөрөй. Хәрби форма уға бик килешә. Артҡа табан тарап ҡуйылған йомшаҡ һары сәстәре бейек маңлайын ҡаймалап таралып ята. Уның бик яҡты күҙҙәре иғтибар менән һәм ҡәтғи итеп ҡарай. (Орест Верейский)[22]

Партия съездарында коммунистик йәмғиәт төҙөлөшөндә яҙыусыларҙың роле тураһында ҙур телмәрҙәр менән ике тапҡыр сығыш яһаны.(А. И. Кондратов)

Ул рус әҙәбиәтенә, уның тормошҡа изге мөнәсәбәтенә ҡарата фиҙакәр ине. (Александр Солженицын)

Күренекле шағир булһа ла, ул, ҡуйылған маҡсатына тырышып барыуын дауам итеүсе, илдең шул ваҡыттағы иң яҡшы гуманитар юғары уҡыу йортон тамамлаусы танылған студент булып ҡалды. (Константин Симонов)[23]

Хәтерен мәңгеләштереү

үҙгәртергә
 
Мәскәүҙәге Новодевичье зыяратында Твардовскийҙың ҡәбере.
 
Смоленск китаптар йортонда мемориаль таҡта
 
Рәсәй Федерациясының почта маркаһы (2000)
  • 1990 йылда әҙип хөрмәтенә художестволы маркалы конверт баҫтырылды[24] .
  • Смоленск, Воронеж, Волгоград, Новосибирск, Балашиха, Омск һәм Мәскәүҙә Твардовский исеме менән аталған урамдар бар.
  • Твардовскийҙың исеме 293-сө Мәскәү мәктәбенә бирелгән.
  • Аэрофлоттың Airbus A330-343E VQ-BEK самолёты А. Твардовский хөрмәтенә аталған.
  • 1988 йылда «А. Т. Твардовский Загорье утарында» мемориаль усадьба-музей асылды.
  • 2013 йылдың 22 июнендә Мәскәүҙәге Страстной бульварында, «Новый мир» журналы редакцияһы янында, Твардовскийға һәйкәл асылды. Авторҙары — Рәсәйҙең Халыҡ рәссамы Владимир Суровцев һәм Россияның атҡаҙанған архитекторы Виктор Пащенко[7] .
  • 2015 йылда Русский Турек ауылында был ауылға Твардовскийҙың килеүе хөрмәтенә мемориаль таҡта асыла.

Башҡа мәғлүмәттәр

үҙгәртергә
  • 1949 йылдың 21 декабрь көнөндә Ҙур театрҙа И. В. Сталиндың етмеш йәшлек юбилейы байрамы уңайынан ултырышҡа М. Исаковский, А. Сурков һәм Н. Грибачёвтар менән авторҙаш булып «Слово советских писателей товарищу Сталину» шиғырын яҙа.
  • Илленсе тыуған көнө уңайынан, яҙыусыға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме урынға «бары тик» Ленин ордены ғына бирелә. В. Войнович тапшырған «легенда» буйынса, «Һығылмалылар ваҡыты. Яҙыусы Войновтың тормышы ғәҙәттән тыш һәм мажаралары (үҙе һөйләгәндәрҙән)» китабында, шуға бәйле, СССР Яҙыусылар союзы идаралығы секретары Константин Воронков Твардовскийға: «Алдыңды-артыңды ҡарабыраҡ йөрөһәң, Герой ҙа бирерҙәр ине», — тигәс, А. Трифонович уға былай тип яуап биргән: «Герой исемен ҡурҡаҡлыҡ өсөн биргәндәрен ғүмере белмәй инем»[25].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Я убит подо Ржевом (стихотворение А. Твардовского)
  • Василий Тёркин (поэма А. Твардовского)
  • Один день Ивана Денисовича (рассказ А. И. Солженицына)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #118803018 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 ТВАРДОВСКИЙ // Большая российская энциклопедия (урыҫ)М.: Большая российская энциклопедия, 2004.
  4. Твардовский Александр Трифонович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  5. Alexander Tvardovsky // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Чешская национальная авторитетная база данных
  7. 7,0 7,1 "Бой идет не ради славы": В Москве открыли памятник А.Твардовскому. РосБизнесКонсалтинг (22 июнь 2013). Дата обращения: 5 декабрь 2019. Архивировано 2 ноябрь 2014 года. 2014 йыл 2 ноябрь архивланған.
  8. Твардовский А. Т. Автобиография // Из ранних стихотворений (1925—1935). — М.: Советский писатель, 1987. — С. 6.
  9. Твардовский А. Т. Автобиография // Из ранних стихотворений (1925—1935). — М.: Советский писатель, 1987. — С. 7.
  10. Твардовский А. Т. Автобиография // Из ранних стихотворений (1925—1935). — М.: Советский писатель, 1987. — С. 10.
  11. Твардовский А. Т. Новая изба // Из ранних стихотворений (1925—1935). — М.: Советский писатель, 1987. — С. 19.
  12. Твардовский А. Т. Автобиография // Из ранних стихотворений (1925—1935). — М.: Советский писатель, 1987. — С. 19-267.
  13. Твардовский А. Т. Автобиография // Из ранних стихотворений (1925—1935). — М.: Советский писатель, 1987. — С. 12.
  14. Твардовский А. Т. Автобиография // Из ранних стихотворений (1925—1935). — М.: Советский писатель, 1987. — С. 15.
  15. Месяцы фронтовой работы в условиях суровой зимы сорокового года в какой-то мере предварили для меня военные впечатления Великой Отечественной войны.
    Твардовский А. Т. Автобиография // Из ранних стихотворений (1925—1935). — М.: Советский писатель, 1987. — С. 15.
  16. Твардовский Трифон Гордеевич / База данных «Жертвы политического террора в СССР» 2020 йыл 26 март архивланған.
  17. Твардовский Александр Трифонович, Орден Отечественной войны I степени :: Документ о награде :: Память народа. pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 5 декабрь 2019.
  18. Материалы о настроениях поэта А. Твардовского. Записка КГБ в ЦК № 2431-А от 7.9.1970. (РГАНИ. Ф. 5. Оп. 62. Д. 678. Л. 210. Подлинник)
  19. Твардовский И. Т. Речь на Конгрессе европейского сообщества писателей // Современная русская советская литература 60-80-х годов. — М.: Просвещение, 1984. — С. 15.
  20. Романова, 2006
  21. Без глянца, 2010
  22. Твардовский без глянца. Ҡалып:Спб: Амфора, 2010. — 447 с. С. 22.
  23. Симонов К. М. Сегодня и давно. Статьи. Воспоминания. Литературные заметки. О собственной работе. — М., Советский писатель, 1978. — Тираж 75000 экз. — с. 149—172
  24. [filpersona.ru/picture.php?/610/category/4 Твардовский Александр Трифонович на почтовом конверте 1990 года]. filpersona.ru. Дата обращения: 5 декабрь 2019.
  25. Время гибких. Жизнь и необычайные приключения писателя Войновича (рассказанные им самим).
  • Любарева Э. П. Александр Твардовский : Тәнкыйть һәм биографик эскиз. — М.: Сов. язучы, 1957—186 б.
  • Выходцев П. С. Александр Твардовский. — М. : Сов. язучы, 1958 .-- 411 б.
  • Рошчин П. Ф. Александр Твардовский. — М.: Мәгариф, 1966 .-- 176 б.
  • Александр Твардовский Турков А. М. — Ред. 2, рев. һәм өстәргә. — М .: Калфак. яктыртылган, 1970. — 173, [2] б.
  • Дементьев В. В. Александр Твардовский. — М.: Сов. Россия, 1976. — 172, [1] б.
  • Акаткин В. М. Александр Твардовский. Шигырь һәм проза / Фәнни. ред. А. М. Абрамов. — Воронеж: Воронеж нәшрияты. Университет, 1977 .-- 214 б.
  • Кондратович А. И. Александр Твардовский. Шигырь һәм шәхес. — 2 нче басма, Рев. һәм өстәргә. — М .: Калфак. яктыртылган, 1985. — 347, [3] б.
  • Акаткин В. М. Баштагы Твардовски. Булу проблемалары. — Воронеж: Воронеж нәшрияты. ун-та, 1986. — 209, [2] б.
  • Кулинич А. В. Александр Твардовский : Тормыш һәм эш турында сочинение. — Киев: Урта мәктәп., Киевтагы нәшрият. дәүләт булмаганнар, 1988. — 174, [2] б.
  • Лакшин В. Я. Твардовский «Яңа дөнья» да. — М.: Правда, 1989. — 45, [2] б.
  • Трифонов Yu. V. Күрше искәрмәләре // Халыклар дуслыгы — 1989. — No.10.
  • А. Т. Твардовский һәм рус әдәбияты : [Сн. фәнни. багышланган әсәрләр. Туган көннең 90 еллыгы. Твардовскийда] / Воронеж. дәүләт ун-т, филол. фас .; фәнни. ред. V. M. Akatkin. — Воронеж: Полиграф, 2000 .-- 246 б.
  • Илин В. В. Күзләремне яшермичә : Александр Твардовский. Лит. әйләнә-тирә мохит. Барлыкка Китерүче аралашу. — Смоленск: Смядын, 2000. — 388, [2] б.
  • Илин В. В. «Александр Трифонович Твардовский» энциклопедиясенә сүзлек : Эш материаллары. — Смоленск: SGPU, 2000 .-- 91 б.
  • Лазоркина Н. Ф. АТ Твардовскийның «Василий Туркин» шигырь рифмалары сүзлеге. — Смоленск: Университет, 2001 — 43 б.
  • Александр Трифонович Твардовский. Энциклопедия : Эш материаллары / Резин. дәүләт пед. un-t, бүлек. яктыртылган, теория һәм укыту методлары яктыртылган .; ред. киңәш: Г. С. Меркин (баш редактор) һәм башкалар — Смоленск, 2004 .-- 456 б.
  • Акаткин В. М. Александр Твардовский һәм вакыт. Хезмәт һәм оппозиция : Мәкаләләр / Кереш сүз. Сәнгать. О.Алейникова. — Воронеж, 1996 .-- 258 б.
  • Акаткин В. М. А. Твардовский. Иҗат битләре. Төрле еллар әсәрләре : мәкаләләр. — Воронеж: Воронеж. дәүләт ун-т, 2008 .-- 342 б.
  • .Әм. Т. Твардовский һәм XX гасырның рус шигыре: халыкара фәнни конференция материаллары / Воронеж. дәүләт ун-т. — Воронеж: Воронеж дәүләт университеты, 2008 .-- 341 б.
  • Алейников О. U.У. А.ның шәхесен һәм иҗатын заманча аңлау проблемалары. Т. Твардовский // А. Т. Твардовский һәм ХХ гасырның рус шигыре. Халыкара фәнни конференция материаллары. — Воронеж, 2008 .-- С. 17-22.
  • Твардовская В. А. А. Твардовский тормышта һәм әдәбиятта (хатлар 1950—1959). — Смоленск: Магента, 2013. — 480 дан. — ISBN 978-5-98156-508-3</nowiki> .
  • Твардовский без глянца /комп., керү. Сәнгать. П.Фокин. — СПб. : Амфора, 2010. — 446 дан. — (ялтыравыксыз). — ISBN 978-5-367-01473-0.
  • Романова Регина Максовна. Александр Твардовский. Эшләр һәм көннәр. — М .: Аквариум нәшрияты, 2006. — 764 дан. — ISBN 5-902312-68-X.

Һылтанмалар

үҙгәртергә