Сәрүәр (исем)
Сәрүәр— иҫке фарсы теленән башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарға таралған ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ исеме.
Этимологияһы
үҙгәртергәСәрүәр — «башлыҡ», "етәкс"е мәғәнәһен аңлатҡан мосолман ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ исеме. Икенсе мәғәнәһе — селлеккә оҡшаған эре ҡыуаҡ; бохар селеге; Сәрүәр ағасы[1]
... Ен-шайтан алмаштырмаһын өсөн балаға Сәрүәр, Йондоҙ, Сулпан кеүек уртаҡ исем ҡушҡандар[2].
|
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәСәрүәр Рәшит ҡыҙы Сурина (псевдонимы Кинйә Мәзит; 8 декабрь 1957 йыл) — журналист, яҙыусы, шағир һәм драматург. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар (2000) һәм Журналистар (1982) союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2005), Мифтахетдин Аҡмулла, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге әҙәби премиялар һәм Күгәрсен районының Зәйнәб Биишева исемендәге премияһы (2001) лауреаты.
Сәрүәр Әбүталип улы Ғәләүетдинов (25 сентябрь 1950 йыл) — уҡытыусы, шағир. 2005 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Фамилиялар
үҙгәртергәСәрүәров Ғәрәф Сәрүәр улы(рус. Сарваров Гараф Сарварович 1906 йыл ― 24 февраль 1943 йыл) — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, гвардия рядовойы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәСәрүәр — йәки бохар селеге (рус. Акация, лат. Acacia) ҡуҙаҡлылар (Fabaceae) ғаиләһенә ҡараған ҙур ырыуҙарҙың береһе. Башлыса Австралияла, Африкала, Мексикала һәм Азияла үҫә. Йыш ҡына Европа оранжереяһын һәм теплицаһын биҙәй.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Рәсәй Фәндәр Академияһы Тарих,Тел һәм Әҙәбиәт институты. «Башҡорт теленең һүҙлеге /2-се т.». — Мәскәү: «Русский язык», 1998 й. — С. 284-се б..
- ↑ "Башҡортостан ҡыҙы" Ҡунафина Гөлшат «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан» 2021 йыл 9 сентябрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 60-сы.
- «Башҡортостан ҡыҙы» Ҡунафина Гөлшат «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан» 2021 йыл 9 сентябрь архивланған.
- Рәсәй Фәндәр Академияһы Тарих,Тел һәм Әҙәбиәт институты. «Башҡорт теленең һүҙлеге /2-се т.». — Мәскәү: «Русский язык», 1998 й. — С. 284-се б..
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |