Сәрүәр йәки бохар селеге (урыҫ. Акация, лат. Acacia) ҡуҙаҡлылар (Fabaceae) ғаиләһенә ҡараған ҙур ырыуҙарҙың береһе.

Башлыса Австралияла, Африкала, Мексикала һәм Азияла үҫә. Йыш ҡына Европа оранжереяһын һәм теплицаһын биҙәй

Сәрүәр
Сүллектәге сәрүәр ағасы Негев, Израиль.
Сүллектәге сәрүәр ағасы Негев, Израиль.
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Acacia Mill.

Синонимдар
Бүлендек таксондар
шулай уҡ ҡара Акация төрҙәре

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  26417
NCBI  3808
EOL  13650
GRIN  26
IPNI  21551

Мәңге йәшел ағастар. 25 м тиклем бейеклеккә һәм 1,2 метрға тиклем диаметрлы ағастар йәки ҡыуаҡлыҡтар. Сәнскеләре булырға мөмкин. Йәш үҫемлектәрҙең ҡабығы ғәҙәттә йәшел, шыма, һуңыраҡ ныҡ ярғыслана, йәшел, һоро йәки көрән төҫтә була.

Тамыр системаһы ҡеүәтле, төп тамыры ныҡ үҫешкән һәм тупраҡтың өҫкө ҡатламында горизонталь йүнәлештә ныҡ тармаҡлана.

Таксономия

үҙгәртергә

Сәрүәр ағасы ырыуы Ҡуҙаҡ сәскәлеләр тәртибе (Fabales). Ҡуҙаҡлылар ғаиләһе (Fabaceae) Мимозалар (Mimosoideae) кесе ғаиләһенең Acacieae трибаһына инә.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
 
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «акация» мәҡәләһе бар