Сәрүәров Ғәрәф Сәрүәр улы

легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, гвардия рядовойы.

Сәрүәров Ғәрәф Сәрүәр улы (рус. Сарваров Гараф Сарварович 1906 йыл24 февраль 1943 йыл) — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, гвардия рядовойы.

Сәрүәров Ғәрәф Сәрүәр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1906
Тыуған урыны Иҫке Уртай, Иҫке Байыш ауыл Советы (Дүртөйлө районы), Дүртөйлө районы
Вафат булған көнө 24 февраль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Вафат булған урыны Луганск өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Сәрүәров Ғәрәф Сәрүәр улы 1906 йылда хәҙерге Башҡортостандың Дүртөйлө районы Иҫке Уртай ауылында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына Дүртөйлө районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкында минометчик булып хеҙмәт итә[1].

1943 йылдың 24 февралендә Украина ерҙәрендә барған аяуһыҙ һуғышта батырҙарса һәләк була. Укриананың Ворошиловград өлкәһенең (хәҙер Луганск өлкәһе) Иванов районындағы Юлино ауылына туғандар ҡәберлегендә ерләнгән[2].

Юғалтыуҙар исемлегендә Сәрүәров Ғәрәф Сәрүәр улының Дүртөйлө районы Иҫке Уртай ауылында йәшәгән ҡатыны Сәрүәрова Сәжиҙә күрһәтелгән[2]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • ЦАМО Фонд ист. информации: 58 Опись ист. информации: 18001 Дело ист. информации: 1369