Сулпан — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарҙа киң ҡулланылған ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Сулпан, Зөһрә йондоҙ, Таң йондоҙо, Венера — Ергә иң яҡын торған яҡты йондоҙ, планета[1]. Баланың тыуыу шарттары, ул тыуған көндөң, айҙың, йылдың атамаһы, көндөң торошо — барыһы ла исем һайлауға йоғонто яһай алған[2]. Сулпан — төрки телле халыҡтарҙа ир һәм ҡыҙ балаларға ҡушылған уртаҡ исем.

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Сулпан Ғосман улы Иманғолов — (1 ғинуар 1932 йыл — 9 ғинуар 2001 йыл) — башҡорт журналисы һәм сатирик шағиры, СССР Журналистар (1958) һәм Яҙыусылар (1981) союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Шәһит Хоҙайбирҙин (1996) һәм Булат Рафиҡов (2001) исемендәге премиялар лауреаты.

Сулпан Билалова Билал ҡыҙы — (16 март 1965 йыл) — рәссам, дизайнер һәм педагог. 2000 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2000).

Сулпан Рәил ҡыҙы Асҡарова — (3 ноябрь 1973 йыл, Баймаҡ ҡалаһы) — хореограф, эстрада художество етәксеһе, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлаған. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.

Сулпан Рәжәп ҡыҙы Миңлебаева (6 май 1961) — уҡытыусы, шағир,Әбйәлил районы Туйыш ауылында тыуған."Һигеҙ ожмах асҡысы" шиғырҙар китабы авторы

Сулпан Миҙхәт ҡыҙы Сәлимова — ғалим, педагогия фәндәре кандидаты

Сулпан Абдулхаҡ улы Ғайсин (26 май 1935 йыл) — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Күгәрсен районы Сәйетҡол ауылында тыуған.

Сулпан Наил ҡыҙы Хаматова (1 октябрь 1975 йыл) — Рәсәй театр һәм кино актёры. Мәскәү «Современник» театрының төп актёры. Рәсәй Федерацияһының аткаҙанған һәм халык (2012) артисы. Ике мәртәбә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты (2004)

Топонимияла

үҙгәртергә

Сулпан (йылға) (рус. Сыльна) — Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһы биләмәләрендә аға. Йылға Мәнәүез йылғаһының һул ярына тамағынан 29 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 13 км.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Сулпан (балалар театры) — Сибай ҡалаһында

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
  2. З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 60-сы.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Һылтанмалар

үҙгәртергә