Австралия (ҡитға)

ҡитға

Австралия (лат. australis — «көньяҡ» һүҙенән килә) — Көнсығыш һәм көньяҡ ярымшарҙарҙа урынлашҡан ҡитға. Бөтә материк Австралия Союзы дәүләтенең төп өлөшө булып тора. Материк Австралия һәм Океания тигән донъя киҫәгенә ҡарай.

Австралия. Космостан күренеш.
Австралия топографияһы

Географик урыны

үҙгәртергә

Австралия — 7 659 861 кв. км майҙанлы Көньяҡ ярымшарҙағы материк[1]. Ҡитғаның төньяҡтан көньяҡҡа оҙонлоғо — 2700 км, көнбайыштан көнсығышҡа оҙонлоғо — 4000 км [2] , яр буйы оҙонлоғо (утрауҙарһыҙ) — 35 877 км[3]. Төньяҡ һәм көнсығыш яр буйҙарын Тымыҡ океан диңгеҙҙәре: Афур диңгеҙе, Коралл диңгеҙе, Тасман диңгеҙе, көнбайыш һәм көньяғын Һинд океаны йыуа. Австралия янында Яңы Гвинея һәм Тасмания эре диңгеҙ утрауҙары урынлашҡан. Австралияның төньяҡ-көнсығыш яры буйлап 2000 км-ҙан артыҡ оҙонлоҡта донъялағы иң ҙур мәрйен рифтарыБөйөк Кәртә рифы урынлашҡан.

Австралияның иң ситтәге нөктәләре:

Австралияның көнсығыш нөктәһе — Байрон мороно (28°38′15″ ю. ш. 153°38′14″ в. д.HGЯO),

Австралияның көнбайыш нөктәһе — Стип-Пойнт мороно (26°09′05″ ю. ш. 113°09′18″ в. д.HGЯO),

Австралияның төньяҡ нөктәһе — Йорк (Австралия) мороно (10°41′21″ ю. ш. 142°31′50″ в. д.HGЯO),

Австралияның көньяҡ нөктәһе — Саут-Пойнт мороно (39°08′20″ ю. ш. 146°22′26″ в. д.HGЯO) ( Тасмания утрауын континент өлөшө тип ҡараған саҡта — Саут-Ист-Кейп мороно 43°38′40″ ю. ш. 146°49′30″ в. д.HGЯO).[2]

Күпселеген тигеҙлек тәшкил итә. 95% ер өҫтө диңгеҙ өҫтө бейеклегенән 600 м-ҙан артмай. Көнбайыш Австралия яҫытаулығының уртаса бейеклеге 400 — 500 м, ситтәре ҡалҡыуыраҡ. Көнсығышта Масгрев тауы (иң бейек нөктәһе — Вудровв тауы, 1440 м) һәм Мак-Доннелл һырты (иң бейек нөктәһе — Зил тауы, 1511 м).

Геологик төҙөлөшө

үҙгәртергә

Ҡитғаның геологик төҙөлөшө нигеҙендә көньяҡ ярымшарҙағы Годвана материгы өлөшө булған боронғо Австралия платформаһы ята.

Австралия континенты Көньяҡ ярымшарҙағы өс төп йылы климат бүлкәтендә урынлашҡан: субэкваториаль (төньяғы), тропик (үҙәк өлөшө), субтропик (көньяғы). Тик Тасмания утрауының ҙур булмаған өлөшө уртаса климат бүлкәтендә урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Area of Australia - States and Territories (ингл.). Geoscience Australia. Дата обращения: 19 ғинуар 2009. 2010 йыл 2 июль архивланған.
  2. 2,0 2,1 Continental Extremities (ингл.). Geoscience Australia. Дата обращения: 19 ғинуар 2009. 2008 йыл 22 декабрь архивланған.
  3. Coastline Lengths (ингл.). Geoscience Australia. Дата обращения: 19 ғинуар 2009. 2009 йыл 18 июнь архивланған.