Семёнкин (Ауырғазы районы)

(Сәмән (Ауырғазы районы) битенән йүнәлтелде)

Семёнкин (рус. Семёнкино, халыҡ телендәге атамаһы — Сәмән) — Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районындағы ауыл. Семёнкин ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 679 кеше[2]. Почта индексы — 453492, ОКАТО коды — 80205834001.

Ауыл
Семёнкино
башҡ. Семёнкин
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ауырғазы районы

Ауыл биләмәһе

Семёнкин ауыл Советы

Координаталар

53°48′41″ с. ш. 55°42′00″ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Ишбулдин Илдар Абдулғәни улы

Нигеҙләнгән

1718

Элекке исеме

Семёново

Халҡы

679[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453492

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 205 834 001

ОКТМО коды

80 605 434 101

Семёнкино (Рәсәй)
Семёнкино
Семёнкино
Семёнкин (Ауырғазы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Семёнкино

Географик урыны

үҙгәртергә

Семёнкин ауылы Ҡуғанаҡ йылғаһы ҡушылдығы Аҫау йылғаһы буйында, район үҙәге Талбазы ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 28 километр һәм Стәрлетамаҡ тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 34 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3][4].

Семёнкин ауылына 1718 йылда Нуғай даруғаһы Бәғәнәш-Мең[5] (* башҡорт телендәге Башҡорт энциклопедияһында — Яйыҡ‑Ҫыбы-Мең улусы тип аталған[6]) улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) керҙәшлек килешеүе буйынса Семёнов исеме менән нигеҙ һала. Һуңынан 10 йылдан уларҙың ҡайһы берҙәре ер биләмәләрен башҡорттарҙан һатып алыу юлы менән үҙ милеге итеп беркеткән. Әлеге ваҡытта урындағы халыҡ ауылды Сәмән тип йөрөтә, хатта ауыл эргәһендәге юл күрһәткестәренә лә шулай тип яҙылған[7].

1766 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1756 йыл) был урынға шундай уҡ шарттар менән мишәрҙәр килеп ултырған.

Ауылдағы халыҡ һаны буйынса түбәндәге йәниҫәп мәғлүмәттәре билдәле: IV рәүиз ваҡытында — 116, V рәүиз ваҡытында — 144, VII рәүиз ваҡытында — 157 типтәр йәшәгән. Ауылда мишәрҙәр ҙә йәшәгән.

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

үҙгәртергә

1859 йылда 123 йортта 752 кеше йәшәгән. 1865 йылда 170 йортта 801 типтәр һәм мишәр йәшәгән.

Игенселек, малсылыҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, 2 училище, 12 сауҙа кибете булған[8].

XIX быуат аҙағынан Семёнкин хәҙерге исемен йөрөтә.

Ауылдың XX быуаттағы үҫеше

үҙгәртергә

1906 йылда Семёнкин ауылында улус идараһы урынлашҡан, 2 мәсет, мәҙрәсә, 3 тимерлек, мөгәзәй теркәлгән[9].

Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[10][11].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Семёнкин ауылында татарҙар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 2115
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1229
1959 йыл 15 ғинуар 1075
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 775
2002 йыл 9 октябрь 724
2010 йыл 14 октябрь 679 298 381 43,9 56,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре

үҙгәртергә

Урамдары

үҙгәртергә
  • Дуҫлыҡ урамы (рус.  Дружбы (улица)
  • Күпер урамы (рус.  Мостовая (улица)
  • Чапаев урамы (рус.  Чапаева (улица)
  • Ҡазан урамы (рус.  Казанская (улица)
  • Совет урамы (рус.  Советская (улица)
  • Йәшлек урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Фрунзе урамы (рус.  Фрунзе (улица)[13]

Тирә-яҡ мөхит

үҙгәртергә
Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Видеояҙмаларҙа

үҙгәртергә
  • Ауырғазы районында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды[14].

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Семёнкин (Ауырғазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Семёнкин (Ауырғазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Семёнкин (Ауырғазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. Семёнкин (Ауырғазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  8. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  9. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  10. Семёнкин (Ауырғазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  11. Семёнкин (Ауырғазы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  12. https://www.lawmix.ru/zakonodatelstvo/1470373 Указ Президента Республики Башкортостан от 07.10.2003 № УП-598 «О награждении орденом „За заслуги перед Республикой Башкортостан“»
  13. Карта д. Семёнкино. Улицы
  14. YouTube сайтында Видео В Аургазинском районе открылся новый фельдшерско-акушерский пункт