Словения байрамдары
Словенияның байрам көндәре 1991 йылғы байрам һәм ял көндәре тураһындағы закон (2005, 2010, 2015 һәм 2016 йылдарҙа төҙәтмәләр индерелә) менән билдәләнгән[1]. Уларҙың бер өлөшө — донъяның күп илдәрендә билдәләнгән халыҡ-ара, донъяуи һәм дини (христиан) байрамдар, ә ҡалғандары, ҡағиҙә булараҡ, 1991 йылда Словения Социалистик Республикаһы бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң булдырылған, Словенияның милли байрамдары. Дини байрамдар дәүләт байрамы тип иҫәпләнмәй (йәғни дәүләт махсус саралар үткәрмәй), ләкин уларҙың барыһы ла ял көндәре тип иғлан ителгән.
Словения байрамдары | |
Был исемлектә | дәүләт байрамы[d] |
---|---|
Исемлеккә ҡараған категория | Категория:Словения байрамдары |
Словения байрамдары Викимилектә |
Байрам көндәренең күбеһе даими датаға эйә. Был Пасхаға һәм Изге Троица көнөнә ҡағылмай, сөнки уларҙың датаһы йылдан-йыл үҙгәрә.
Байрамдар исемлеге
үҙгәртергәСловения байрамдары[2] | ||
Дата | Исеме | Мәғлүмәт |
---|---|---|
Ғинуар | ||
1-2 ғинуар | Яңы йыл | Йылдың тәүге байрамы. 1955 йылдан 2012 йылға тиклем беренсе генә түгел, икенсе ғинуар ҙа ял көнө булып иҫәпләнгән. 2017 йылда Словенияның Дәүләт Йыйылышы ошо тәжрибәне тергеҙҙе[3]. |
Февраль | ||
8 февраль | Прешерн көнө | Тулы исеме Прешерн көнө, словен мәҙәниәте байрамы (слов. Prešernov dan, slovenski kulturni praznik). Билдәле словен шағиры Франце Прешерндың (1800—1849) вафат булған көнөндә билдәләнә. Байрам 1945 йылда булдырылған, 1991 йылдан ул ял көнө булып иҫәпләнә[4]. |
Март-Апрель | ||
Пасха һәм Яҡты дүшәмбе | ||
Апрель | ||
27 апрель | Оккупацияға ҡаршы ихтилал көнө | 1991 йылға тиклем Азатлыҡ фронты көнө (слов. Dan osvobodilne fronte, Dan OF) булараҡ билдәләнә[5]. 1941 йылдың 27 апрелендә Люблянала Антиимпериалистик фронт эшләй башлай, һуңынан ул Словенияның Азатлыҡ фронты тип үҙгәртелә — ул немец һәм итальян оккупанттарына ҡаршы партизандар һуғышы алып бара. Байрам Икенсе донъя һуғышында еңеүгә үҙ өлөшөн индергән словендарҙың иҫтәлегенә арналған. |
Май | ||
1-2 май | Хеҙмәт байрамы | |
Изге Троица көнө | ||
Июнь | ||
8 июнь | Примож Трубар көнө | Словен телендә тәүге баҫма китаптарын нәшер иткән вәғәзсе һәм гуманист Примож Трубар (1508—1586) иҫтәлегенә 2010 йылда ойошторола[6]. |
25 июнь | Дәүләтселек көнө | 1991 йылда Словения Социалистик Республикаһы бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткән көндө билдәләнә. |
Август | ||
15 август | Богородица Успениеһы | |
17 август | Прекмурье словендарының туған халҡы менән яңынан ҡушылыу көнө | 1919 йылдың 17 авгусында Сербтар, хорваттар һәм словендар короллеге армияһы Прекмурьеға инә һәм словендар йәшәгән, әммә Венгрияныҡы булған төбәкте яңы славян дәүләтенә ҡуша. Байрам 2006 йылда булдырылған. |
Сентябрь | ||
15 сентябрь | Диңгеҙ буйының (Приморье) Ватан менән яңынан ҡушылыу көнө | Словенияның Диңгеҙ буйы (Приморьеһы) 1947 йылда Италия менән ҡул ҡуйылған Париж тыныслыҡ килешеүе положениеларына ярашлы Югославияның бер өлөшө була. |
Октябрь | ||
31 октябрь | Реформация көнө | Башлыса католик Словенияһында Реформация көнө — XVI быуатта милли үҙаңдың һәм словен мәҙәниәтенең күтәрелеүенә хөрмәт күрһәтеү. Примож Трубар, Юрий Далматин, Адам Бохорич һәм башҡалар уның төп эшмәкәрҙәре була. |
Ноябрь | ||
1 ноябрь | Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө | |
23 ноябрь | Рудольф Майстер көнө | Байрам 2005 йылда ойошторола һәм майор Рудольф Майстерҙың словен ирекле отрядтары тарафынан Мариборҙа власты баҫып алыу йыллығында (1918) билдәләнә[7]. Майстерҙың тәүәккәл эш итеүе власть вакуумы шарттарында (Австро-Венгрия империяһының тарҡалыуы) хәҙерге Словенияның төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш биләмәләренең Югославия составына инеүен тәьмин итте. |
Декабрь | ||
25 декабрь | Христос Раштыуаһы | |
26 декабрь | Бойондороҡһоҙлоҡ һәм берҙәмлек көнө | Бойондороҡһоҙлоҡ һәм берҙәмлек көнө (1991—2005 йылдарҙа Бойондороҡһоҙлоҡ көнө булараҡ билдәләнә[8]) — 1990 йылғы референдум хаҡында иҫтәлек, унда словендарҙың күбеһе Югославия составынан сығыу һәм илдең бойондороҡһоҙлоғон иғлан итеү өсөн үҙ фекерен белдерҙе. Референдум үҙе 23 декабрҙә, ә һөҙөмтәләрҙе рәсми рәүештә иғлан итеү өс көндән һуң үтте. |
Рәсми байрамдарҙан тыш, Словенияла ҡарағай туйы йәки курентованье (Масленица аналогы) кеүек халыҡ байрамдары ла бар. Рәсми статусы булмауға ҡарамаҫтан, улар илдең мәҙәни тормошоноң һәм уның традицияларының мөһим өлөшө булып тора.
Галерея
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Zakon o praznikih in dela prostih dnevih v Republiki Sloveniji (ZPDPD) (словен.). PIS (Pravno-informacijski sistem).
- ↑ Дәүләт ял көндәре алһыу төҫ менән билдәләнгән.
- ↑ Poslanci odločili: 2. januarja bomo spet lahko ostali doma (словен.). RTV Slovenija (13 декабрь 2016).
- ↑ 8. februar: Praznik slovenske kulture in spomin na Franceta Prešerna (словен.). RTV Slovenija (8 февраль 2018).
- ↑ Danes praznujemo dan upora proti okupatorju (словен.). Delo (27 апрель 2015).
- ↑ 8. junija se spominjamo Primoža Trubarja (словен.). RTV Slovenija (8 июнь 2013).
- ↑ Slovenia Remembering WWI General Maister (ингл.). The Slovenia Times (23 ноябрь 2014).
- ↑ Slovenija praznuje dan samostojnosti in enotnosti (словен.). RTV Slovenija (26 декабрь 2011).