Силәбе өлкәһе географияһы
Силәбе өлкәһе Урта һәм Көньяҡ Урал биләмәләрендә урынлашҡан, эргәһендә Ҡурған, Свердловск, Ырымбур өлкәләре, Башҡортостан,Ҡаҙағстан бер-береһенә терәлеп урынлашҡан. Европа менән Азия араһындағы сик шартлы, нигеҙҙә, Урал тауҙарының һыуайырғыс һырттары буйынса уҙа. Көньяҡ Урал тимер юлының Уржумка станцияһынан йыраҡ түгел (Златоустан) 8 км, Уралтау артылышында) таш бағана тора. Уның бер яғында «Европа» тип, икенсе яғында — «Азия» тип яҙылған. Златоуст, Ҡытау-Ивановск, Һатҡы ҡалалары — Европала, Силәбе, Троицк, Мейәс — Азияла, Магнитогорск — донъяның ике өлөшөндә. Шулай уҡ Силәбе өлкәһендә Урта һәм Көньяҡ Урал, Урал һәм Себер араһында шартлы сик уҙа.
Силәбе өлкәһе географияһы | |
Силәбе өлкәһе географияһы Викимилектә |
Географик урыны
үҙгәртергәКөнбайыш-Себер уйһыулығы көнбайыштан горизонталь рәүештә сикләнгән (диңгеҙ кимәленән 190 м), был сик Бәғерәк, Ҡоншаҡ ауылдары аша һәм артабан Силәбе аша — көньяҡтан үтә. Уйһыулыҡ төньяҡ-көнсығышҡа табан ауышҡан, өлкәнең көнсығыш сигендә 130 метрға ҡәҙәр түбәнәйә. Ул киң үҙәндәр менән бүлгеләнгән.
Өлкәнең географик үҙәге Уй йылғаһының уң ярында, Уй районының Түбәнге Усцелем ауылынан өс саҡрым көньяк-көнсығышта урынлашҡан. Силәбе өлкәһе майҙаны буйынса Уралдың һигеҙ төбәгенән 5-се урын һәм Рәсәй буйынса 39-сы урын алып тора. Сиктәренең дөйөм оҙонлоғо 2750 км тәшкил итә.
Көнсығыш битләүе Көньяҡ һәм Урта Уралға ингән Силәбе өлкәһенең көнсығыш өлөшөн биләй. Бары тик бәләкәй генә бер өлөшө — Горно-Заводская зона тигән урыны — Урта Уралдың һәм Көньяҡ Уралдың көньяҡ-көнбайыш битләүенә ингән[1].
Рельефы
үҙгәртергәСиләбе өлкәһе рельефы күп төрлө. Ул миллион йылдар дауамында формалашҡан. Силәбе өлкәһе биләмәләрендә төрлө урындар — уйһыулыҡтарҙан һәм убалы тигеҙлектәрҙән алып түбәләре 1000 метрҙан артып киткән тау һырттарына тиклем бар. Өлкәнең иң бейек нөктәһе — Нөргөш тауы (1406 м).
Урал аръяғы ҡалҡыулыҡлы тигеҙлек (Урал аръяғы пенеплены) өлкә биләмәһенең үҙәк өлөшөн алып тора һәм Урал тауҙарының көнсығыш биттәре буйлап һыҙат булып 50 км, төньяҡта 150 км-ға ҡәҙәр һуҙыла. Уйһыулыҡтың көньяҡ-көнбайыш ситендә — Урал ваҡ убалығы, ул Ҡарағай тауҙарын һәм Ҡуйбас ҡалҡыулығын үҙ эсенә алған. Уйһыулыҡ өҫтө күл соҡорҙары һәм һөҙәк битләүле йылға уйһыулыҡтары менән сыбарланған.
Гидрография
үҙгәртергәСиләбе өлкәһе территорияһында урынлашҡандар[2]:
- 3602 йылға, дөйөм оҙонлоғо яҡынса 18 000 км, шуларҙың 90 процентының оҙонлоғо 10 км-ҙан әҙерәк;
- 467 һыуһаҡлағыс һәм быуа;
- 3170 км2 һыу көҙгөһө булған 2125 күл (шул иҫәптән 1340 иҫәпкә алынған, уларҙың дөйөм майҙаны 1500 км2-ҙан ашыу).
Был сығанаҡтар Каспий һыу бассейнына инә.3[2].
Өлкәлә Кама, Тубыл һәм Яйыҡ бассейндарына ҡараған күп һанлы йылғалар башлана. Бында инештәре генә булғанлыҡтан, улар тәрән түгел. 10 саҡрымдан ашыу оҙонлоҡтағы йылғалар 348 иҫәпләнә, уларҙың дөйөм оҙонлоғо 10 235 саҡрым тәшкил итә.
Оҙонлоғо 100 км-ҙан ашыу барлығы 17 йылға бар. 7 йылғаның ғына: Мейәс, Уй, Яйыҡ, Әй, Ҡариҙел, Уйылға, Ғөмбәй — оҙонлоғо 200 км-ҙан ашыу.
Өлкәнең ҙур өлөшө Обь һыу бассейнына инә. Көнсығышҡа табан, Тубылға һәм ҡушылдыҡтарына, Силәбе Урал аръяғының күпселек йылғалары ағып төшә: Синара, Тинес, Мейәс, Уйылға, Уй, Тоғыҙаҡ, Ҡараталаят, Һынташты һәм башҡалар.
Мейәс йылғаһы Башҡортостандың Учалы районы территорияһында Нәрәле һыртының көнсығыш битендә баш ала, тәүҙә тауҙар араһынан төньяҡҡа аға, шуның менән бергә, Ҡарабаш янында көнсығышҡа табан боролоп, урман-дала зонаһын киҫеп үтә һәм өлкәнең сиктәрен үтеп Иҫәткә ҡоя. Уның оҙонлоғо өлкә сиктәрендә 384 км тәшкил итә (дөйөм оҙонлоғо 658 км).
Мейәс һыу ағымын Арғужа һәм Шершни һыуһаҡлағыстары көйләп тора.
Уй йылғаһы Башҡортостандың Учалы районы Урал-Тау армыттары территорияһында башлана, көнсығышҡа табан ағып, бөтә өлкә аша үтә. Йылғаның дөйөм оҙонлоғо 462 км, шуларҙың 370 км — өлкә эсендә. Уның иң эре ҡушылдығы Уйылға һулдан килеп ҡоя. Был йылғалар Троицк ҡалаһында ҡушыла. Икеһендә лә плотина төҙөлгән, Южноуральск һәм Троицк ГРЭС-тарына ҙур һыуһаҡлағыс булып хеҙмәт итә.
Һынташты, Ҡараталаят һәм Тоғыҙаҡ дала йылғалары иң ҡырыҫ ҡыштарҙа ныҡ туңа. Ташҡын ваҡытында уларҙа һыу 2 метрға тиклем күтәрелә.
Тәбиғи йылғаларҙан тыш яһалма һыу сығанаҡтары бар (йәки булған), мәҫәлән, Оло Кәҫле — Ирташ күлдәр системаһы араһында, Ҡариҙел йылғаһынан Мейәскә (Долгобродск һыуһаҡлағысынан) һәм Чусовая йылғаһына (Наҙы-Петровск һыуһаҡлағысынан), Иткүл — Чусовая араһында каналдар бар[2][3].
Силәбе өлкәһе — күлдәр иле. Төбәктә 3748 ашыу күл, дөйөм майҙаны — 2125 квадрат км. Күпселек күл төньяҡ-көнсығыш төбәктә урынлашҡан.
Тау-урман зонаһында иң билдәлеләрҙең береһе булып Йөрәккүл күле тора, ул 724 м бейеклектә ята. Бында Көньяҡ Урал ғорурлығын тәшкил иткән Оло Киҫегәс, Уйылды, Түргеяҡ һ. б. күлдәр теҙелеп киткән, уларҙың ярҙарында күп һанлы шифаханалар төҙөлгән. Төп төркөмдә Урал аръяғының убалы тигеҙлегендә һәм Көнбайыш Себер тигеҙлегендә урынлашҡан, әммә улар майҙаны буйынса ҙур түгел.
Күлдәрҙең килеп сығышы төрлө. Уралдың көнсығыш битләүҙәрендәгеләр — тектоник сығышлы. Был күлдәр майҙандары менән айырылып тора, яр һыҙаттары бик ҡатмарлы, йыш ҡына 30-40 метр тәрәнлеккә етә. Урманлы дала һәм дала зонаһы күлдәренең килеп сығышы башҡа. Уларҙың күпселеге эрозия-тектоник йоғонто менән барлыҡҡа килгән.
Күлле матур пейзаждар туризм үҫешенә булышлыҡ итә.
Геологик төҙөлөшө
үҙгәртергәГеологик-морфологик йәһәттән Силәбе өлкәһе Өфө яйлаһының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә (өлкәнең төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә), Урал тауҙарында (Урта Уралдың көньяҡ өлөшө һәм Көньяҡ Уралда, тау итәктәрен һәм Урал арҡаһын индереп — төбәктең көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан; Урал аръяғы пенеплены — өлкәнең урта (меридианаль) өлөшө), Көнбайыш Себер тигеҙлеге (өлкәнең көнсығыш өлөшө).
Структур яҡтан төрлө тарихи дәүерҙәрҙең диңгеҙ ултырма тоҡомдары һәм боронғо вулкан утраусыҡтары менән сиратлашып килә. Өлкә территорияһында Урал алды бөгөлө (Әшә районы), Көнбайыш Урал йыйырсыҡлы тау теҙмәләре зонаһы (Наҙы-Петровск , Әшә, Ҡытаутамаҡ, Һатҡы райондары), Үҙәк Урал ҡалҡынышы (Ҡытау-Ивановск районы, Һатҡы районы, Ҡуҫа, Златоуст, Үрге Өпәле райондары), Магнитогорск бөгөлө/вулкан бүлкәте (Магнитогорск, Мейәс, Ҡарабаш, өлкәнең 10 районында), Көнсығыш Урал бөгөлдәр һәм ҡалҡыныштар зонаһы (Кәҫле районынан Бреды районына тиклем), Урал аръяғы ҡалҡынышы (Ҡоншаҡ районынан Троицк һәм Варна райондарына тиклем)[4].
Өлкәнең яҡынса ⅓ өлөш майҙанын карст провинциялары[5] алып тора, уларға 110 карст яланы (иҫәпкә алынғаны)[6] һәм 800-гә яҡын мәмерйә (тикшерелгән һәм теркәлгәне) инә, уларҙың ҡайһы берҙәре айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе (ООПТ)тип иғлан ителгән, мәҫәлән Шәмәхә карст яланы, Ҡоро Әтә мәмерйәһе һәм башҡалар[7][8].
Ҡурсаулыҡтар һәм тәбиғәт парктары
үҙгәртергә13 ҡала янындағы йәшел зоналар (дөйөм майҙаны 164,7 мең гектар) һәм Түргеяҡ, Уйылды, Оло Киҫегәс күлдәре буйындағы курорттарҙы санитар һаҡлау зонаһы (дөйөм майҙаны 164,7 мең гектар) раҫланған. Тарихи-мәҙәни йүнәлештәр ҡурсаулыҡтары ла бар. Арҡайым — ошоға миҫал.
Силәбе өлкәһендә ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар 200 мең гектар самаһы майҙанды биләй, һунар һәм ботаник тыйыулыҡтары — 500 меңдән ашыу гектар, ботаник тәбиғәт ҡомартҡылары, шул иҫәптән дөйөм майҙаны 184 мең гектар тәшкил иткән 20 утрау һәм ылыҫлы ағастар һыҙаттары. Һаҡлана торған биләмәләр 1 000 000 гектар самаһы — өлкә майҙанының ундан берҙән ашыуыраҡ өлөшөн биләй. Ғалимдар иҫәпләүенсә, экологик хәлде яҡшыртыу өсөн һаҡланған территорияларҙың майҙанын арттырырға кәрәк.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ А. И. Левит. Южный Урал: география, экология, природопользование. Учебное пособие, 2001
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Постановление правительства Челябинской области № 389-П от 24.11.2008 г. «О схеме территориального планирования Челябинской области» / Схема развития водохозяйственного комплекса // Опубликовано в газете «Южноуральская панорама» 09.12.2008 г.
- ↑ Откуда пьёт Екатеринбург // Статья от 23.11.2017 г. Сетевое издание «Областная газета», опубликовано в № 219 от 24.11.2017 г. печатной версии газеты. Т. Морозова.
- ↑ Левит А. И. Южный Урал: География, экология, природопользование / Изд. 2-е, испр. и доп. // Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 2005. — 246 с. ISBN 5-7688-0781-0. С. 9-26.
- ↑ Юрин В. И. О перспективности изучения пещер Южного Урала / Статья в «Пещерный палеолит Урала» (материалы Международной Конференции 9-15 сентября 1997 года) 2020 йыл 27 ноябрь архивланған. // Уфа: Принт, 1997. — 140 с. (С. 39).
- ↑ Челябинская область в цифрах. Статистический справочник // Челябинск: Челябинский областной комитет государственной статистики, 2005 г. С. 12.
- ↑ Челябинская область // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017..
- ↑ Семен Баранов: «Спелеология — это азарт исследования, возможность совершать новые открытия…» // Статья от 07.12.2011 г. «Московский комсомолец». В. Вериго.