Оло Киҫегәс (күл, Сыбаркүл районы)

Оло Киҫегәс (рус. Большой Кисегач - Рәсәй Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл районындағы күл. Сыбаркүл ҡалаһынан төньяҡ-көнбайыштараҡ 5 км алыҫлыҡта.

Оло Киҫегәс
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Оҙонлоҡ 6,2 km
Киңлек 3 km
Вертикаль тәрәнлеге 34 метр
Майҙан 14,2 км²
Карта
 Оло Киҫегәс Викимилектә

Этимологияһы

үҙгәртергә

«Киҫегәс» — күлдең хәҙерге атамаһы. Иҫәт провинцияһының 1742 йылғы ландкартаһында рус. Кисега тип күрһәтелгән, академик Паллас П. С. күлде Кисегаташ тип атаған, «Ырымбур губернаһы» тигән географик очеркында Д. Н. Соколов күлде Кисъ-Агачъ тип яҙа.

Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнеп, китаптар сығарған географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә күлдең исемен башҡортса "киҫеү" һүҙе менән бәйләй. Сығанаҡтарҙа топоним бер иш кенә яҙып алынмаған, ти ул: рус. Кисягач, Кидагач, Косе-Гач, Кис-Агач, Кисегаташ. Атаманы ике һүҙгә: «киҫеү» һәм «ағас» һүҙгә бәйләп ҡуялар. 1742 ландкартала яҙылған Кисега атамаһы киҫек — урыҫса «резко, неожиданно, обрублено, обрезано» тигәнде белдерә тип аңлата Н.И. Шувалов. Киҫегес иң тәүге топоним булып торғандыр. Күлдең ярҙары һәм төбө, ысынлап та, ҡапыл борола, үҙгәрә, ә Кисегаташ — «обрывистый камень», тип дауам итә топонимсы. Ҡаялы ярҙары ҡапыл ғына киҫелеп, тәрән һыу ятҡылығы хасил була[2]..

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Күлдең оҙонлоғо 6,3 км, киңлеге — 2,2 км -ҙан 4,5-кә тиклем. Көҙгөһөнөң алыҫлыҡта майҙаны — 15,4 км² тиклем (йылдың яуынлылығына ҡарап), һыу күләме — 268,2 млн м³ тиклем.

Максималь тәрәнлеге — 33 метр, уртаса — 12 метр.

Һыуҙың үтәҙеклелеге - 10 м. Күл тәрән булыу арҡаһында йәйге ваҡытта һыу төбө менән өҫтөндәге температура айырмаһы ҙур - 10-13 градусҡа етә.

Киҫегәс утрауҙары ун ике. Иң ҙурҙарының атамалары атамалары бар. Иң ҙур утрауҙары күлдең төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан.

Күл тектоник сығышлы.

Көнбайыш яғынан күлгә бер нисә йылға ҡушыла, ҡоролоҡло йылдарҙа уларҙың ҡайһы берҙәре кибеүсән. Бынан тыш, көньяҡтан күлгә Тәрәнкүлдән ҡылымыҡ килеп ҡушыла, ә төньяҡ өлөшөндә унан Инеш йылғаһы ағып сыға, һәм Кесе Киҫегәс күленә барып ҡоя.

Күл ярҙары - ташлы, урмандар менән ҡапланған, күп һанлы ҡултыҡтар менән йырғыланған. Көнбайыш яры — Илмән ҡурсаулығы сиге. Күл тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән.

1926 йылдан күл буйында ял йорто эшләп килә (әлеге ваҡытта — «Киҫегәс» шифаханаһы).

Күлдең көньяғында бер нисә ял базаһы һәм Колоколенки ҡасабаһы.

Һыу реестры мәғлүмәттәре

үҙгәртергә
  • Һыу объекты коды 14010500911111200008652
  • Иртыш бассейны округы бассейн округы (14)
  • Иртыш йылға бассейны (1)
  • Тубыл йылға ярҙамсы бассейны ( бассейндың рәсәй өлөшө) (5)
  • Мейәс һыу хужалығы участкаһы Арғаҙынан Силәбегә тиклем (9)
  • Гидрологик тикшерелгәнлеге коды 211200865
  • ДИ буйынса томы 11
  • ДИ буйынса сығарылыш 2

Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы

үҙгәртергә

Күлдә тереклек иткән балыҡтар: алабуға, сабаҡ, суртан, ҡарабалыҡ, алабалыҡ, этеш, ротан, ҡорман, опто. Ҡыҫалалар ҙа бар.

Күл ярҙарын урмандар ҡаплаған. Бында ҡайын, йүкә, ҡара ерек, урыны менән ҡарағай үҫә. Йылға ҡоштары оя ҡора, шул иҫәптән ҡырағай өйрәктәр, аҡсарлаҡтар тереклек итә.

 
Оло Киҫегәс
 
Оло Киҫегәс (1)
 
Оло Киҫегәстәге шифахана
 
Оло Киҫегәстәге эңер
 
Оло Киҫегәс. Утрау күренеше
 
Оло Киҫегәстән Илмән һыртына күренеш
 
Оло Киҫегәс
 
Оло Киҫегәстә кис
  • Рахимов Э. Х. Озёра Чебаркульского края. — Чебаркуль, 2010.
  • Захаров С. Г. «Озеро Большой Кисегач». — Челябинск, 2002.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Шувалов Н. И. Курлады // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Шувалов Н. И. Кисега // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7

Һылтанмалар

үҙгәртергә