Шәмәхә карст яланы
Шәмәхә карст яланы (рус. Шема́хинское ка́рстовое по́ле)— Силәбе өлкәһенең Наҙы-Петровск районы Сказ ҡасабаһында урынлашҡан карст яйлаһы. Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе, төбәк әһәмиәтендәге геологик-геоморфологик тәбиғәт ҡомартҡыһы. Тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы Силәбе өлкә халыҡ депутаттары Советы башҡарма комитетының 1989 йылдың 23 октябрендәге 407-се ҡарары менән нығытылған. Ғәмәлдәге файҙаланыу режимы 2011 йылда билдәләнгән[1]
Шәмәхә карст яланы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Шәмәхә карст яланы Викимилектә |
Майҙаны — 1018,03 га[2].
Рәсәйҙә мәмерйәләрҙә ағып сыҡҡан ҙур ер аҫты йылғаларының береһе[3][4], эре ер аҫты гидрографик системаһы[5] булған күләмле карст яйлаларының береһе[3]
Урынлашыуы
үҙгәртергә- Географияһы
Шәмәхә карст ҡатламы Өфө яйлаһының сиге Урта Уралдың көньяҡ өлөшөндәге бейек булмаған һырттар системаһына тоташа барған биләмәлә урынлашҡан. Яйланың диңгеҙ кимәленән бейеклеге 360—280 метр тәшкил итә һәм Барҙы һыртынан көньяҡ-көнбайышҡа табан Ҡоро Шәмәхә үҙәне яғына табан кәмей. Яйла урынлашҡан һырттың көнбайыш битләүҙәре һәм карст яйлаһы үҙе Шәмәхә йылғаһының һыуйыйғыс бассейны (Ҡариҙел йылғаһының уң ҡушылдығы) булып тора[6].
Йылғалар ирегән ҡар (ағым күләменең 50-70 проценты) һәм ямғыр һыуы менән туйына. Ағым күләме айырым миҙгелгә бәйле, атап әйткәндә, яҙғы ташҡын ваҡытында 85 процентҡа тиклем үҙгәреш кисерә[7]. Шул уҡ ваҡытта урман массивтары, айырыуса тау тайгаһы ҡара ылыҫлылары, дымды туплауға һәм ҡар, көслө ямғыр һыуҙарының тигеҙ тупланыуына булышлыҡ итә.
- Спелеологик топонимика
Рәсәй спелеологик районлаштырыу схемаларына ярашлы, яйла урынлашҡан территорияларҙы түбәндәгесә кластарға бүленә: Урал спелеологик иле, Көнбайыш Урал спелеологик провинцияһы, Урта спелеологик өлкә, Өфө амфитеатры спелеологик районы, Үрге Өфө кесе спелеологик районы, Шәмәхә карст участкаһы, Шәмәхә карст яйлаһы[8][9][10].
Тасуирламаһы
үҙгәртергә«Шәмәхә карст мәмерйәһе» айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһе (ООПТ) 1989 йылда бер үк исемле карст яйлаһын (яландарын) үҙгәртеп ҡороу һәм «Козитовый овраг» айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһен берләштереү юлы менән булдырылған.
ООПТ территорияһының дөйөм майҙаны 1018 гектар тәшкил иткән 4 участканан тора, уны Сказ ҡасабаһы менән Көнбайыш Урал тимер юлы төҙөлөшө ваҡытында һалынған тимер юлы бүлә. Төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа табан 4,5 саҡрым самаһына, төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа 2 км самаһына һуҙылған[11].
Шәмәхә карст яйлаһы карст күренештәре һәм формалары төрлө булыуы менән фәнни һәм рекреацион әһәмиәткә эйә булған уникаль тәбиғәт комплексы. Күп йылдар дауамында бер нисә быуын спелеологтары өсөн үҙенсәлекле уҡытыу һәм спорт полигоны булып тора[6].
Әһәмиәтле объекттар
үҙгәртергә2013 йылдың 1 октябренәҡарата яйланың үҙендә һәм уның периферияһында, Гремячая, Түбәнге Шәмәхә һәм Ҡоро Шәмәхә йылғаларының үҙәндәрендә, төрлө секцияларҙың спелеологтары тарафынан 23 карстҡыуышлығы, шул иҫәптән ҙур карст күпере — «Таш Күпер» табылған. Айырыуса әһәмиәтле асыҡланған һәм иҫәпкә алынған объекттар: Шәмәхә-1, Шәмәхә-2, Балсыҡлы, Экологик, Ҡоро Шәмәхә-5, Холодный мәмерйәләре[6].
Һаҡ режимы
үҙгәртергәСиләбе өлкәһе Хөкүмәтенең 2011 йылдың 15 июнендәге 188-се ҡарары менән «Силәбе өлкәһенең тәбиғәт ҡомартҡылары тураһында положениелар тураһында» 188-се ҡарары менән Шәмәхә карст яланы тәбиғәт ҡомартҡыһын махсус һаҡлау режимы билдәләнгән.
Шәмәхә карст яланы территорияһында шулай уҡ бик һирәк осрай һәм Ҡыҙыл китапҡа индерелгән фауна һәм флора объекттары ла бар, шуға бәйле рәүештә айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһен киңәйтеп уны заказник итеп үҙгәртеп ҡороу тәҡдим ителгән[12].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ В Челябинской области 8 территорий стали памятниками природы . regnum.ru. Дата обращения: 6 март 2021. // Статья от 15.06.2011 г. «Regnum».
- ↑ Шемахинское карстовое поле . Сайт «Особо охраняемые природные территории Челябинской области» (Министерство по радиационной и экологической безопасности Челябинской области). Дата обращения: 16 ноябрь 2020. 2020 йыл 20 сентябрь архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 Челябинская область // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- ↑ Челябинская область в цифрах. Статистический справочник . books.google.ru. Дата обращения: 6 март 2021. // Челябинск: Челябинский областной комитет государственной статистики, 2005 г. С. 12, 18.
- ↑ Челябинская область в цифрах. Статистический справочник // Челябинск: Челябинский областной комитет государственной статистики, 2005 г. С. 12, 18.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 Баранов С. М. Шемахинское карстовое плато — состояние изученности и перспективы дальнейших исследований // Спелеология и спелестология. — 2013. — № 4. — С. 87—92.
- ↑ Постановление правительства Челябинской области № 389-П от 24.11.2008 г. «О схеме территориального планирования Челябинской области» / Схема развития водохозяйственного комплекса // Опубликовано в газете «Южноуральская панорама» 09.12.2008 г.
- ↑ Описания пещер. Уральская спелеострана . Русское географическое общество (сайт Российского союза спелеологов).(недоступная ссылка)
- ↑ Уральская пещерная страна. Подборка статей из печатных изданий на сайте pandia.ru .
- ↑ Чикишев А. Г. Пещеры на территории СССР / Разделы «Районирование пещер», «Подземные ландшафты» // М.: Наука, 1973. — 137 с.
- ↑ Шемахинское карстовое поле . ФГБУ «ААНИИ», Лаборатория геоинформационных технологий.
- ↑ Красная книга Челябинской области: животные, растения, грибы / Под общ. ред. В. Н. Большакова. — М.: Реарт, 2017. — С. 175, 310, 419. — 504 с. — ISBN 978-5-906930-92-7.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Шемахинское карстовое поле (рус.). Сайт «Особо охраняемые природные территории Челябинской области» (Министерство по радиационной и экологической безопасности Челябинской области).
- Шемахинское карстовое поле (рус.). Сайт «Природопользование Урала» (Институт минералогии УрО РАН г. Миасс).
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- «Особо охраняемые природные территории Челябинской области». В. А. Бакунин, В. Н. Воронцев, А. С. Матвеев, Ю. Н. Разумов, Н. К. Шапкина, Н. Т. Матвеев. Под общей редакцией А. С. Матвеева. Челябинск, «АТОКСО», 1992 г.
- Решение исполнительного комитета Челябинского областного Совета народных депутатов от 23 октября 1989 года № 407 «Об отнесении к памятникам природы областного значения» (в редакции постановления правительства Челябинской области от 17.03.2008 г. № 42-П).
- Постановление Законодательного собрания Челябинской области от 20 марта 1997 года № 57 «О порядке использования памятников природы Челябинской области». (в редакциях постановлений Законодательного собрания области от 30.03.2000 г. № 820; от 27.09.2001 г. № 269; от 25.03.2004 г. № 1165; от 27.04.2006 г. № 99).
- Постановление правительства Челябинской области от 21 февраля 2008 года № 34-П «Об утверждении Схемы развития и размещения особо охраняемых природных территорий Челябинской области на период до 2020 года» (с изменениями и дополнениями от 15.12.2010 г., 26.06.2013 г.).
- Постановление правительства Челябинской области от 18 мая 2011 года № 153-П «О внесении изменений в некоторые решения исполнительного комитета Челябинского областного Совета народных депутатов».
- Постановление Законодательного собрания Челябинской области от 31.03.2011 г. № 288 «Об утверждений границы памятника природы Челябинской области Шемахинского карстового поля».
- Постановление правительства Челябинской области от 15.06.2011 г. № 188-П «О Положениях о памятниках природы Челябинской области» (в том числе «Положение о памятнике природы Челябинской области Шемахинское карстовое поле»). Опубликовано 07.07.2011 г. в № 169 (2650) спецвыпуска № 48 . up74.ru. Дата обращения: 6 март 2021. газеты «Южноуральская панорама», с. 3.