Урал алды бөгөлө
Урал алды бөгөлө (Урал алды тирәсле бөгөлө, Урал алды депрессияһы) — Урал йыйырсыҡлы системаһының эре геологик структураһы. Уралдың һәм Көнсығыш Европа платформаһындағы Рус плитаһы көнсығыш ситенең, шулай уҡ Печора һәм Баренц диңгеҙе метаплатформалы өлкәһенең йыйырсыҡтары араһында урынлашҡан 1-се дәрәжәле кире тектоник структура.
Урал алды бөгөлө |
Төҙөлөшө
үҙгәртергәУрал алды тирәсле бөгөлө Моғажарҙан алып Баренц диңгеҙе ярҙарына тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Бөтә оҙонлоғо — 2000 километр, Башҡортостан территорияһында — 525 километр, киңлеге — 70 километрға тиклем. Башҡортостанда Ҡаратау ҡалҡыуы Урал алды бөгөлөн төньяҡ һәм көньяҡ өлөштәргә бүлә. Төньяҡ өлөшөндә — Йүрүҙән—Сылва депрессияһы, көньяҡ өлөшөндә Шихан—Ишембай биләне бүлгән Мораҡ депрессияһы менән Ағиҙел депрессияһы айырыла[1] 2020 йыл 4 август архивланған..
Урал алды бөгөлө кембрий алдының өҫкө өлөшө, палеозой һәм кайнозой ултырмаларынан тора. Урал алды бөгөлөнөң риф массивтары зонаһы кәүҙәләндергән көнбайыш сиген әселе‑әртә йәшендәге платформа фацияһының карбонатлы тау тоҡомдары менән шул уҡ йәштәге депрессия фацияһының карбонатлы‑балсыҡлы тау тоҡомдарының алмашыныуы билдәләй. Уға аҫҡы пермь һәм өҫкө карбон ҡатламдарының гравитацион киртләсе йәки флексура бөгөмө тап килә.
Урал алды бөгөлөнөң көнсығыш сигенә әртә ярусындағы тотош үҫештәге терриген тоҡомдарҙың карбон карбонаттарына алмашыныуы хас.
Аҫҡы пермь ултырмаларына геологик-геофизик тикшереүҙәр үткәреү һөҙөмтәһендә Урал алды бөгөлөнөң киңлек һәм меридиан зоналары билдәләнә.
Бөгөл көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай тышҡы, үҙәк һәм эске зоналарға айырыла[2] 2020 йыл 4 август архивланған..
Тышҡы зоналағы әселе‑әртә ҡатламдарында барьер тибындағы риф массивтары киң үҫешкән. Шихан—Ишембай биләнендә улар өлөшләтә ер өҫтөнә сыға, Ҡаратау яны районында, Ағиҙел депрессияһында һәм Йүрүҙән‑Сылва депрессияһының барлыҡ һуҙымында тулыһынса ер өҫтөндә ята.
Күмелеп ҡалған риф массивтарының күбеһе нефть һәм газ тоҙаҡтары булып тора, мәҫәлән, уларға Ишембай, Столяровка, Введеновка нефть ятҡылыҡтары инә.
Бөгөлдөң үҙәк зонаһына көңгөр ярусының иң ҡалын тоҡомдары киҫелеше ҡарай.
Бөгөлдөң төньяғында өҙәр боҙоҡлоҡтар буйлап көнсығышҡа ҡарай платформа ҡапламаһы ултырмалары киртләсләп күмелгән. Бер нисә китләстә урта һәм өҫкө карбон ҡатламдарында нефть‑газ һәм нефть ятҡылыҡтары асылған (Мәтәле, Ҡыҙылбай, Әләгәҙ һ.б.).
Урал алды бөгөлөнөң көньяҡ өлөшөндә ҡаплау шыуҙырмалары күп, уларҙың алғы яғы буйлатып — кинйәбулат тибындағы теҙмә йыйырсыҡтар, артҡы өлөштәрендә тәйрүк тибындағы көмбәҙгә оҡшаш йыйырсыҡтар барлыҡҡа килгән. Ҡаплау шыуҙырмаһы өлгөһө — Ҡарлы—Волостновка—Тәүәкән ҡаплау шыуҙырмаһы, ул төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай 220 километрға һуҙылған. Был ҡаплау шыуҙырмаһын 3—8 километр оҙонлоғондағы, 1—3 километр киңлектәге асимметрик йыйырсыҡтар ҡатмарландырған. Йыйырсыҡтарҙың көнбайыш битләүҙәре текәрәк, уларға өҫкө франс‑турней, урта карбон һәм аҫҡы пермь ултырмаларындағы ятыштар менән Ҡарлы, Борон, Цветаевский, Сәлих, Кинйәбулат, Воскресенск, Волостновка һәм Тәүәкән нефть ятҡылыҡтары ҡарай[3] 2020 йыл 4 август архивланған..
Көньяҡ‑көнсығышта урта карбондың сатнаған коллекторҙарында көкөртлө водородлы газ ятҡылыҡтарын (Бөркөт, Исем, Һарытау, Подгорный) контролдә тотҡан ҡаплау шыуҙырмаһы табылған.
Бөгөлдөң эске зонаһы аҫҡы пермдең әртә һәм һаҡмар ярустарының иң ҡалын депрессия ултырма тоҡомдарынан тора, унда көңгөр ярусы тоҡомдары юҡ.
Тектоник төҙөлөшөн дә Йүрүҙән—Сылва депрессияһындағы ҡаплау шыуҙырмалары йыйылмалары билдәләй. Эске зона ҡаплау шыуҙырмалары ҡатмарлы төҙөлөш хаслө, улар менән бәйләнгән йыйырсыҡтар оҙонораҡ, битләүҙәре текәрәк.
Эске зонала Йүрүҙән—Сылва депрессияһы сиктәрендә Апут газ ятҡылығы асылған[4] 2020 йыл 4 август архивланған..
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Проворов В. М. Предуральская депрессия // Минерально-сырьевые ресурсы Пермского края. Пермь, 2006. С. 71-74.
- Особенности геологического строения Предуральского краевого прогиба / Неганов В. М. и др. // Геофизика, 2000. С. 29-33.
- Урал алды бөгөлө // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.