Иткүл (Үрге Өпәле округы)
Иткүл (Этҡол; элекке атамаһы — Ыйыҡкүл; рус. И́ткуль) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Үрге Өпәле ҡала округындағы күл.
Иткүл | |
Күлгә ҡойоусы йылғалар | Үҙъйылға (Иткүл ҡушылдығы) |
---|---|
Илдәрҙә объекттың бассейны | Рәсәй |
Бассейн майҙаны | 144 км² |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 273 метр |
Оҙонлоҡ | 7 km |
Киңлек | 5 km |
Вертикаль тәрәнлеге | 166 метр |
Майҙан | 30,1 км² |
Иткүл Викимилектә |
Географияһы
үҙгәртергәИткүл — Силәбе өлкәһенең төньяҡ өлөшөндә, Үрге Өпәле ҡалаһынан 20 километр алыҫлыҡта урынлашҡан һыу ятҡылығы.
Тәбиғәте иҫ киткес матур һәм бай, шуның өсөн дә тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән[2].
Һыу өҫтө майҙаны — 30,1[3] км².
Һыуйыйғыс бассейны майҙаны 154[3] км².
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 273[4] м.
Күлдән Синараға ҡойған Исток йылғаһы баш ала[4].
Күлде бейек түгел тауҙар уратып алған, уларҙың иң бейеге — күлдең көньяҡ-көнбайыш ярындағы Ҡарабай (544 м). Бында күлгә Ҡарабай йылғаһы ла килеп ҡоя. Атама башҡорт телендәге Ҡарабай исеменә барып тоташа, «ҡара бай» — үтә, самаһыҙ бай тигән мәғәнә лә бирә[5].
Ыйыҡташ
үҙгәртергәКүлдең көньяҡ яры, башлыса текә, урыны менән ярлауҙар бик бейек. Бер ярлау ҡаршыһында яңғыҙ ҡая (торонташ) тора, уны башҡорттар «Ыйыҡташ» тип атай[6], ә урыҫтар рус. Шайтан-камень — Шайтан ташы (ғәр. «шайтан» — яуыз рух, иблис). Шундай йола булған[7]: әгәр йәй ямғырлы булһа, күктән болот китмәһә, Ыйыҡташҡа аҡ ҡуй (һарыҡ) һуйып, аяҙытыуҙы һорағандар; әгәр ҡоролоҡ килһә, шул ташта ҡара ҡуй (һарыҡ) һуйып, ямғыр һорағандар.
П. П. Бажов үҙенең «Алтын сәс» тигән хикәйәтендә йәнә бер урындағы риүәйәтте килтерә:
Дедко Филин тогда и говорит:
— Приметку надежную скажу. Побегай, погляди по озёрам и увидишь, — в одном посередке камень тычком стоит вроде горки. С одной стороны сосны есть, а с трех — голым-голо, как стены выложены. Вот это место и есть. Кто с золотом доберется до этого камня, тому ход откроется вниз, под озеро. Тут уж Полозу не взять.
Был урында аждаһа йәшәй тигән хөрәфәт булған, һәм унда батып үлеүселәр күп[8]
1973—1976 йылдарҙа Чусоваяға күлдең һыуын ебәрер өсөн насос станцияһы төҙөгәндәр. Һыу кимәле 2,5 метрға төшкәс, Ыйыҡташ аҫтында мәмерйә асылған.
Тарихы
үҙгәртергәБыл күл янында өс йөҙ йылдан ашыу башҡорттар йәшәй[7].
Дауыт ауылында терһәк ырыуы башҡорттарынан 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙарға һәйкәл ҡуйылған. Күлдең төньяҡ-көнбайышында таш ҡаялар теҙмәһенән торған утрау урынлашҡан[9].
XX быуат башында күл буйында ҡымыҙ менән дауаланған курорт урынлашҡан булған.
Этимологияһы
үҙгәртергәБажов Павел Петрович «Демидовские кафтаны» тигән әҫәрендә былай тип яҙа:
«А Иткуль-озеро на высоком местичке пришлось. Берега — песок да камень, сухим-сухохоньки, а кругом сосна жаровая. Как свечки поставлены. Глядеть любо. Вода как стеклышко — все камни на дне сосчитай. Только скрасна маленько. Как вот ровно мясо в ней полоскали. Дно, вишь, песок-мясника, к нему этак отливает. Оттого будто озеро Иткулем и прозывается. На башкирском говядину называют ит, а озеро — куль, вот и вышло мясно озеро — Иткуль.»[10]
Йәғни, Бажов гидронимдың нигеҙендә «ит» һүҙе ята тип иҫәпләй.
Икенсе бер фараз буйынса күл атамаһы элек Ыҡкүл (дөрөҫөрәге Ыйыҡкүл) булған. Ыйыҡ, йәнәһе башҡорт теленән «изге» тип тәржемә ителә[7]. Күл янында Ыйыҡтау һәм Ыйыҡ йылғаһы урынлашҡан, ә күл эсендә урынлашҡан торонташ (ҡая) Ыйыҡташ — башҡорттарҙың изге табыныу, намаҙ уҡыу, ҡорбан килтереү урыны булған[6]. Хәҙерге башҡорт телендәге «ыйыҡ» һүҙе аттың муйынын ҡамыт һуғып, еүешләне торған урыны тип аңлатыла. Ыҡкүл тигән осраҡта «ыҡ» — тыныс, елһеҙ урын тигән мәғәнә бирә[11]. Был фараз ысынбарлыҡҡа тура килеүе мөмкин.
Силәбе топонимисы, географ Шувалов Николай Иванович иһә ошондай аңлатма бирә: Иткуль, озеро, село, железнодорожный разъезд, поселок, территория города Верхнего Уфалея. В источниках ХVIII — XIX вв.— Иткол, Иткул, Эткол, Иткула. Название от древнего башкирского мужского имени Иткол, Иткул, где эт (в диалектах ит) — «собака»[12][13]. Ошо фараз иң ышаныслыһы тип таныла [14].
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Об утверждении границ памятника природы Челябинской области озера Иткуль и его охранной зоны | Красная Книга Челябинской области 2010 йыл 10 ғинуар архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 «Иткүл (Үрге Өпәле округы)» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ 4,0 4,1 Карта бите O-41-XXXI. Масштаб: 1 : 200 000. Указать дату выпуска/состояния местности.
- ↑ Иткуль . toposural.ru. Дата обращения: 2015-5-24. Архивировано из оригинала 27 декабрь 2014 года. 2014 йыл 27 декабрь архивланған.
- ↑ 6,0 6,1 Студенников Евгений. Иткуль — мясное озеро // Уральский следопыт. — 2019. — № 11. — С. 15.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 Священное озеро Семь тысяч лет продолжается любовь людей к озеру Иткуль 2021 йыл 14 май архивланған.
- ↑ Скала Шайтан-Камень 2019 йыл 31 май архивланған.
- ↑ Данные получены при помощи картографического сервиса Яндекс.Карты.
- ↑ Бажов П.П Демидовские кафтаны
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 693-сө бит
- ↑ Шувалов Н. И. Иткуль// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
- ↑ Топонимика Челябинской области . Архивировано из оригинала 28 май 2011 года. 2011 йыл 28 май архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Фонотов М. Голубые зеркала каменного пояса. — Челябинск: Взгляд, 2003. — 253 с. — ISBN 5-93946-057-7.
- Весновский В. Иллюстрированный путеводитель по Уралу. — 1-е изд. — Екатеринбург: Типография "Уральской жизни", 1904. — С. 381. — 442 с.
- Ҡалып:Вершины Каменного Пояса
- Чибилев Е.А. Памятник природы озеро Иткуль. — Челябинск: REDBOOK.RU, 2008.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 693-сө бит
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Скала Шайтан-Камень 2019 йыл 31 май архивланған.
- От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [1]