Арғужа һыуһаҡлағысы

Арғужа һыуһаҡлағысы — рус. Аргази́нское водохрани́лище - яһалма һыу ятҡылығы, 19391946 йылдарҙа Мейәс йылғаһында Арғужа һыуһаҡлағысы өсөн плотина төҙөгәндә барлыҡҡа килгән. Һыуһаҡлағыс Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Арғаяш районында төҙөлгән[1]. Силәбе өлкәһенең иң ҙур һыуһаҡлағысы. Һыу баҫтырған ваҡытта Арғужа күле һыуһаҡлағыс эсенә инеп ҡалған[2].

Арғужа һыуһаҡлағысы
Нигеҙләү датаһы 1946
Рәсем
Күлгә ҡойоусы йылғалар Мейәс
Күлдән аҡҡан йылғалар Мейәс
Илдәрҙә объекттың бассейны Рәсәй
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 269 метр
Оҙонлоҡ 11 km
Майҙан 102 км²
Күләме 650 гектометр кубический
Карта
 Арғужа һыуһаҡлағысы Викимилектә

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Һыу өҫтө майҙаны — 84,4 км²[3]. Һыуҙың тулы күләме — 0,9661[4] км³. Һыуйыйғыс бассейны майҙаны — 2800 км²[3]. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге  — 270 м[5].

Һыуһаҡлағыс күп йылдарға көйләнә. Яр һыҙаты тотороҡло түгел, сөнки һыу кимәле алмашынып торе[2] до 6 метров), бормалы , ҡултыҡтары күп, ярҙарына бик яҡын булып ҡарағай һәм ҡайын урмандары үҫә. Утрауҙары күп[6].

Файҙаланылыуы

үҙгәртергә

Силәбе ҡалаһы өсөн төп эсәр һыу сығанағы булып хеҙмәт итә[7].

Рекреация әһәмиәтенә эйә: һыуһаҡлағыс ярҙарында ял йорттары урынлашҡан.

Балыҡ тотоу өсөн популяр урын. Һыуһаҡлағыста төрлө балыҡтар тереклек итә: суртан, опто, себер сабағы (сабаҡ), алабуға, шамбы,алабалыҡ, ҡорман, ҡарабалыҡ, һыла, этеш. Арғужа һыуһаҡлағысы рипус үрсетеү буйынса төп һыу ятҡылығы булып тора.Һирәкләп карп, бикре, йәйғорло бағыр һәм кумжа (Оло Ҡыялым йылғаһынан инә, ул һыуһаҡлағыстан саҡ ҡына өҫтәрәк Мейәс йылғаһына ҡоя)[2].

Тораҡ пункттар

үҙгәртергә

Һыуһаҡлағыс ярҙарында урынлашҡан ауылдар:

Этимологияһы

үҙгәртергә

Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә күлдең исемен башҡортса Арғужа тигән ир-ат исеменән килеп сыҡҡан тип яҙа. "Ар" (арыу, яҡшы) һәм хужа (ғужа) тигән һүҙҙәрҙән килеп сыҡҡан тигән аңлатма бирә[8].[9].

Атама мәҙәниәттә

үҙгәртергә

Башҡорт халыҡ йыры "Арғужа" (башҡ. Арғужа ) хәҙерге заманда һыуһаҡлағысҡа әйләнгән ошо атамалы күл тураһында. [10]

Башҡортса Урыҫса Инглизсә

Арғужа ла буйы, ай, һары тал,
Юнып ҡына алған ук кеүек.
Уйлаган да уйҙар, ай, юҡ кеүек,
Эскенәйем яна ут кеүек.

Арғужа ла буйлап йөрөгәнемдә,
Ятып ҡалды ҡайыш дилбегәм.
Дилбегәм дә өсөн ҡайғырмайым -
Ятып ҡалды тыуған илгенәм.

Арғужа ла буйлап йөрөгәнемдә
Исемемде яҙҙым ташына.
Ағай ҙа эне һүҙен тыңламайса,
Еттем, буғай, ғәзиз башыма.

Вдоль Аргужи, ай, жёлтый тальник,
Выструганным стрелам подобен.
Обдумываемых мыслей, ай, нет вроде бы,
Душа моя горит огню подобно.

Вдоль Аргужи когда ходил я,
Лежать остались мои ременные вожжи.
Из-за вожжей моих я не горюю -
Лежать осталась родная моя страна.

Вдоль Аргужи когда ходил я,
Имя мое написал я на камне.
Старших и младших (родственников) слов не послушав,
Погубил я, кажется, свою дорогую голову

Along Arguzhi, ah, yellow willow,
Planed arrows similar.
Ponders the thought, ah, do not like,
My soul burns like fire.

Arguzhi along when I went,
Lie left my belt reins.
Due to the reins of my I do not grieve -
Lie left my dear country.

Arguzhi along when I went,
I wrote my name in stone.
Senior and junior (relatives) words are not listened to,
I ruined it seems his dear head

 
Арғужа һыуһаҡлағысы күренеше
 
Арғужа һыуһаҡлағысы күренеше
 
Арғужа һыуһаҡлағысы күренеше
 
Арғужа һыуһаҡлағысы күренеше
 
Арғужа һыуһаҡлағысы күренеше
 
Арғужа буйы
 
Арғужалағы утрау
 
Арғужа буйлап кәмәлә
width="25%"

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Юрий Богатенков. Зыковская могила. газета «Уральский курьер» (6 июнь 2001). Дата обращения: 14 июль 2008. Архивировано из оригинала 16 апрель 2013 года.
  2. 2,0 2,1 2,2 Озеро Аргази. Рыбалка в Челябинской области. Дата обращения: 15 июль 2008. Архивировано 15 март 2012 года.
  3. 3,0 3,1 «Аргазинское водохранилище» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  4. Научно-популярная энциклопедия «Вода России»
  5. Лист карты N-41-13 Карабаш. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1979 г.
  6. О городе: Озеро Аргази. ЗАО «Урал-Интеркард». Дата обращения: 15 июль 2008. Архивировано 15 март 2012 года.
  7. Миасс «Силәбе» энциклопедияһында
  8. Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  9. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
  10. Bashkir folk song БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ЙЫРҘАРЫ

Һылтанмалар

үҙгәртергә