Карст, шулай уҡ карст күренеше (нем. KarstKarst — Балҡан ярымутрауындағы Карст яйлаһы атамаһы буйынса) — тәбиғи һыуҙарҙың тау тоҡомдарын иретеп, үҙенсәлекле рельеф формаларын һәм комплекстарын хасил итеүе. Карст күренеше һыуҙа еңел ирей торған тау тоҡомдары — эзбизташтар, доломиттар, гипстар, таштоҙҙар, мәрмәр ер өҫтөнә яҡын урынлашҡан урындарҙа осрай. Донъяла эзбизташлы иң ҙур карст — Nullarbor Plain (Австралия). Словения карст упҡындары ҡурҡынысы буйынса беренсе урында, АҠШ икенсе урында.

Шүлгәнташ мәмерйәһе
Карст
нем. Karst
Ҡайҙа өйрәнелә карстоведение[d]
Commons-logo.svg Карст Викимилектә

Карст үҙенсәлекле гидрографияға эйә: ер аҫты һыуҙарының хәрәкәте бары тик карслы урындарҙа ғына мөмкин, быға ер аҫты күлдәре, ер аҫтында юғалыусы йылғалар, ҡоро үҙәндәр, ҡыуышлы үҙәндәр миҫал булып тора.

Карст үҫешеҮҙгәртергә

Карст үҫеше процесы барһын өсөн түбәндәге шарттар кәрәк:

  • һыу йыйылып, эскә үтеп инә алһын өсөн тигеҙ йә иһә бер ни тиклем ауыш өҫлөк;
  • карсланыуға (иреүгә) бирешеүсе ярайһы ҡалын тау тоҡомдары һәм уларҙың ярылыусанлығы;
  • иреүсән тау тоҡомона ер аҫты һыуҙарының тигеҙһеҙ йәки агрессив тәьҫир итеүе;
  • ер аҫты һыуҙарының хәрәкәтен тәьмин итә торған шарттар булыу.

Карст төрҙәреҮҙгәртергә

Ер аҫты һыуҙары кимәле буйынса тәрән һәм һай карст төрҙәренә айыралар.

 
Убалы карст ландшафы (Ирландия)

Шулай уҡ «яланғас», йәки Урта диңгеҙ карсы ла осрай,[1] бындай карст формалары тупраҡ һәм үҫемлек ҡапламынан (мәҫәлән, Тау Ҡырымы) мәхрүм, һәм «ҡапланған» йәки европа карсы, унда тупраҡ һәм үҫемлек ҡапламы һаҡлана.

Карсҡа ер өҫтө (соҡорҙар, каррҙар, улаҡтар, ҡаҙанлыҡтар, каверна һ. б.) һәм ер аҫты (карст мәмерйәһе, галереялар, ҡыуышлыҡтар, юлдар) комплекстары хас.

Иреүсән тау тоҡомдарының литология составы буйынса бүленеүе[2]:

  • Карбонатлы карст — эзбизташ, мәрмәр, доломит
  • Тоҙло карст — таш тоҙ, сильвинит
  • Сульфатлы карст — гипс, ангидрит

Ялған карстҮҙгәртергә

Шулай уҡ тыштан карсҡа бик оҡшаған — ялған (псевдокарст) формаһы бар. Псевдокарстың бер төрө булып термокарст тора, (вечная мерзлота) мәңгелек туңлыҡ шарттарында боҙ иреү менән бәйле күренештәр шуға инә.

Балсыҡлы карст ялғандың башҡа төрө булып тора. Был ысын карсты хәтерләткән тәрән ер аҫты юлдары һәм упҡындары, көслө карбонатлы ярымбалсыҡ һәм балсыҡтарҙа барлыҡҡа килә.

Карст ландшафыҮҙгәртергә

Мәмерйәләр булыуы ер өҫтөндә бик һиҙелмәй, эзбизташлы ҡая ландшафттарын йыш ҡына карст тип атайҙар. Ярыҡтар, соҡорҙар — карст ландшафттарының күп кенә формалары барлыҡҡа килеүҙең сәбәбе.

Карст тектоник ярыҡтар буйлап үҫешеүе мөмкин.[3]

Карстың биотаға һәм экосистемаларға йоғонтоһоҮҙгәртергә

Евразия тайгаһының карст ландшафтары өсөн үҙенсәлекле биоценоздар хас, үҫемлектәрҙең төр составы һәм структураһы тундра һәм урман-тундра берләшмәләрен хәтерләтә[4]

Карстың дәррәү үҫеш райондарында йыш ҡына һирәк һәм реликт бөжәк төрҙәре популяцияһы күҙәтелә[5][6].

Башҡортостан мәмерйәләреҮҙгәртергә

Башҡортостанда бөтә донъяға билдәле бер нисә мәмерйә бар, барыһы ла — карст мәмерйәләре. Уларҙың күбеһе тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән.

Иң атаҡлыһы — Бөрйән районында, Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында, Шүлгәнташ ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан Шүлгәнташ мәмерйәһе, тәүтормош сәнғәте ҡомартҡыһы[7]

Уралдың — иң ҙур, Башҡортостан Республикаһының иң оҙон мәмерйәһе, боронғо протозерой ҡатламдарында барлыҡҡа килгән Ҡыҙылъяр мәмерйәһе (рус. Кызылъяровская пещера) — Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт ҡомартҡыһы[8].

Башҡортостан Республикаһы элек-электән тәбиғи карст мәмерйәләренә бай төбәк булараҡ билдәле. Хәҙерге көндә республика территорияһында 700-гә яҡын мәмерйә иҫәпкә алынған. Был Урал һәм Урал алды мәмерйәләренең өстән бер өлөшө тиерлек.

Уралдағы Башҡортостан биләмәһенә ингән егерме өс мәмерйә Бөтә Союз тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәте тарафынан тәбиғәт ҡомартҡыларына индерелгән һәм һаҡлана. Милли парктар территорияһына ун һигеҙ мәмерйә ингән[9].

ГалереяҮҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙҮҙгәртергә

  • Суффозия

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Карбонатный карст в многолетнемерзлых породах. 21 сентябрь 2020 тикшерелгән.
  2. Типы карста Пермского края. 21 сентябрь 2020 тикшерелгән.
  3. Гвоздецкий Н. А. Карст — Москва: Мысль, 1981. — Б. 11. — 214 б. — (Природа мира).
  4. Шварцман Ю. Г., Болотов И. Н. Пространственно-временная неоднородность таёжного биома в области плейстоценовых материковых оледенений. Екатеринбург: Изд-во УрО РАН, 2008. 263 с.
  5. Bolotov I.N., Gofarov M.Yu., Kolosova Yu.S. & Frolov A.A. 2013. Occurrence of Borearctia menetriesii (Eversmann, 1846) (Erebidae: Arctiinae) in Northern European Russia: a new locality in a disjunct species range. — Nota lepid. 36 (1): 65-75.
  6. Bolotov I.N., Gofarov M.Y., Rykov A.M., Frolov A.A., Kogut Y.I. 2013. Northern boundary of the range of the Clouded Apollo butterfly Parnassius mnemosyne (L.) (Papilionidae): climate influence or degradation of larval host plants? — Nota lepid. 36 (1): 19-33.
  7. Комитет Республики Башкортостан по делам ЮНЕСКО
  8. Ю. В. Соколов. Кызылъяровская пещера//Башкирская энциклопедия
  9. Пещеры

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә