Түргеяҡ (рус. Тургояк) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең күле, Мейәс янында урынлашҡан.

Озеро
Түргеяҡ
Морфометрия
Абсолют бейеклеге320 м
Үлсәме6,9 × 6,3 км
Майҙаны26,4 км²
Яр һыҙаты27 км
Иң тәрән урыны34 м
Уртаса тәрәнләк19,2 м
Гидрология
Үтә күренеүсәнлеге17,5 м
Бассейн
Площадь бассейна76 км²
Урынлашыуы
55°09′ с. ш. 60°04′ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыСиләбе өлкәһе
Идентификаторы
Код в ГВР: 14010500811111200008486
Регистрационный номер в ГКГН: 0324930
Рәсәй
Точка
Түргеяҡ
Силәбе өлкәһе
Точка
Түргеяҡ
 Түргеяҡ Викимилектә

Этимологияһы

үҙгәртергә

Башҡорт теленән «түрге яҡ» һүҙбәйләнешенән килгән тип аңлата географ, топонимдар белгесе Шувалов Николай Иванович [1].[2]

Шулай уҡ "тургай аяҡ", "түр ҡояҡ" тигән варианттар ҙа осрай, әммә улары аныҡ ҡына аңлатма түгел [3].

Тасуирлама

үҙгәртергә

Тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Акватория майҙаны 2638 гектар. Күл грунт һыуҙары менән, атмосфера яуым-төшөмдәренең бөтә инфильтрацияһы менән, шулай уҡ ҙур булмаған йылғалар, шишмәләр иҫәбенә туҡлана.

Түргәяҡтың һыуйыйғыс майҙаны 476 квадрат километр, уның төньяҡтан көньяҡҡа оҙонлоғо 12,5 километр, көнбайыштан көнсығышҡа — 11,0 километр[4].

Күл көҙгөһө майҙаны — 26,4 квадрат километр. Уртаса тәрәнлеге — 19,1 м, максималь тәрәнлеге — 36,5 метр. Үтәҙеклеге 10 метрҙан 17,5-кә тиклем тәшкил итә [4], был күрһәткес буйынса күл Рәсәйҙә икенсе урында[5].

Түргеяҡ күленән 3 км төньяҡ-көнбайышта, уның үҙәгенән 7,2 км алыҫлыҡта Варган тауы түбәһе урынлашҡан.

Утрауҙары

үҙгәртергә

Күл кимәленән 10-12 утрау иҫәпләп була. Уларҙың иң ҙуры — Вера (Пинаев) утрауы (һыу ҡайтҡанда - ярымутрау), Крестовый ярымутрауы (һыу ташҡанда утрауға әйләнә).

Күл буйында йәшәгән боронғо кешеләрҙең эҙҙәре табылған. Иң билдәлеләре Вера утрауындағы мегалиттар. Бында археологик ҡомартҡылар тотош комплекс (бер нисә тиҫтә) тәшкил итә. Бында боронғо дольмен, кәшәнә, таш онтағыстар табылған. Уларҙың йәше — яҡынса 6 мең йыл [6].

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  2. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
  3. Тургояк (озеро) 2019 йыл 29 март архивланған.
  4. 4,0 4,1 Тургояк күле тәбиғәт ҡомартҡыһы тураһында положение. Г 23.03.2007 менән силәбе өлкәһе хөкүмәте ҡарары № 62-п 2016 йыл 13 май архивланған.
  5. «Уральская Швейцария»: фотовыставка в Пущинском музее
  6. Озеро Тургояк 2019 йыл 24 март архивланған.