Һынташты (археология)

бронза дәүере археологик ҡомартҡылары комплексы.

Һынташтыбронза дәүере археологик ҡомартҡылары комплексы. Радиоуглерод дата билдәләү өлкәһендәге иң яңы тикшеренеүҙәр буйынса, һынташты боронғо ҡомартҡыларының йәше б. э. т. XXI быуаттар араһындағы осор менән билдәләнә[1].

Файл:Sintashta.jpg
Һынташтының балсыҡтан яһалған эшләнмәләре (изделие)

Силәбе өлкәһенең Бреды районында Һынташты йылғаһының (Тубыл йылғаһының һул ҡушылдығы) уң ярында, Рымникский һәм Мирный ҡасабалары араһында урынлашҡан. Уның эсенә нығытылған Һынташты ултырағы, (СП һәйкәле), Оло Һынташты ҡурғаны (СБ), Һынташты ҡәберлеге (СМ), III Һынташты ҡорғаны (CIII) һәм Бәләкәй (грунт) һынташты ҡәберлеге инә. Ҡомартҡыны 1968 йылда Урал дәүләт университеты экспедицияһы таба. Тикшеренеүҙәр һәм ҡаҙыныу эштәре В. Ф. Генинг һәм Г. Б. Зданович етәкселегендәге Урал-Ҡаҙағстан археологик экспедицияһы тарафынан 1986 йылға тиклем алып барыла. Һынташты комплексын өйрәнеү буйынса эштәрҙә Л. Н. Корякова, В И. Стефанов, Н. Б Виноградов кеүек һ. б. урал археологтары ҡатнашты.

Һынташты нығытылған ултырағы йылға йырҙаһының (һыу юлы) үҙгәреүе арҡаһында байтаҡ емерелгән. Борон ҙур торлаҡ ҡоролмалары кварталдарын тотош уратып алған оборона төҙөлмәләре ҡулсаһы булған. Ултыраҡ биләмәһе майҙаны 14,5—15 мең м² тәшкил иткән. Фортификация ҡоролмалары нигеҙендә тупраҡ һәм ағастан һалынған стена, шулай уҡ соҡор. Биләмәгә ике: йылғаға ҡараған көньяҡ, ғибәҙәтхана-ерләү комплексы һәм ҡәберлеккә ҡарағаны — төньяҡ инеү урыны бар.

Ҙур ҡәберлектә — 40 ҡәбер, бәләкәйендә — 9. Ир-ат ҡәберлегенә аттар күмелгән: уларҙың аяҡтары йүгереүҙе хәтерләтә. Балсыҡтан яһалған керамикала сатраш свастика рәүешендәге орнамент осрай. Кәкре күл буйындағы таш быуат тораларында, ат һөйәктәре буйынса билдәләнелгәнсә, б. э. т. 2026 йылға тап килеүсе хәрби ике тәгәрмәсле арба табылған. Шулай итеп, һынташты мәҙәниәтенә эйә булыусылар тарихта һаҡланып ҡалған беренсе хәрби арбаларҙы файҙаланған. Һынташты йылғаһы сығанағынан алып Арҡайым ҡалаһы урынлашҡан Оло Ҡараған йылғаһы башына тиклем туранан-тура — һыуайырғыс аша — алты километр. Ә Арҡайымдың үҙенә тиклем — яҡынса утыҙ километр.

Һынташтыға хәҙерге археологик экспедициялар

үҙгәртергә

Силәбе университеты профессоры Г. Б. Зданович етәкселегендәге рәсәй ғалимдары төркөмө 2016 йылда Һынташты экспедицияһынан әйләнеп ҡайтты[2].

«Ҡалалар иле» (Арҡайым-Һынташты тибындағы) археологик мәҙәниәтенә ҡараған «Һынташты IV» бронза дәүере ҡәберлектәре комплексын өйрәнеү маҡсатында, «Һынташты 2016» археологик лагеры ойошторола. 2015 йылдың йәйендә билдәле Оло Һынташты ҡурғанына туранан-тура яҡын археологик разведка үткәргән ваҡытта күрһәтелгән объект табыла.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Епимахов А. В., Семьян И. Аркаим и Синташта: история открытия и археологическая реальность. Антропогенез.ру. Дата обращения: 1 март 2017.
  2. Археологическая экспедиция "Синташта 2016". 2018 йыл 7 март архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә