Сибай тарих-крайҙы өйрәнеү музейы
Сибай тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы — музей, мәҙәниәт һәм сәнғәт муниципаль бюджет учреждениеһы. Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһында урынлашҡан. Адресы: Таусылар проспекты, 45-се йорт.
Сибай тарих-крайҙы өйрәнеү музейы | |
Нигеҙләү датаһы | 1959 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Сибай |
Рәсми сайт | sibay-museum.ru |
Тарихы
үҙгәртергә1959 йылда Ф. В. Папков башланғысы менән ВЛКСМ ҡала комитеты кабинетында ҡаланың мәктәп тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы булараҡ барлыҡҡа килә.
1966 йылда ябыла, экспонаттары Сибай мәктәп-интернаты бинаһында һаҡлана.
1969 йылда Магнитогорск тау-металлургия институтының уҡыу-консультация пунктында ҡаланың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы асыла.
Ике залда «Тыуған яҡ тәбиғәте», «Нумизматика», «Башҡорт халыҡ кейеме», «Крайҙа Совет власы өсөн көрәшеүселәр портреттары», «Сибай ятҡылығын 20-40-сы йылдарҙа үҙләштереү тарихынан» экспозициялары урын ала.
1976 йылда музей ябыла, экспонаттары Пионерҙар йортоноң тыуған яҡты өйрәнеү түңәрәгенә тапшырыла. Ҡала йәмәғәтселеге тарафынан түңәрәккә йәмәғәт музейы статусы бирелә.
1984 йылда музей эше яңынан тергеҙелә, Ленин урамындағы ике этажлы бинала «Кем Сибай ятҡылығын асҡан?», «Ғалимдар беҙҙең край тураһында», «Тыуған яҡтың боронғо тарихынан», «Совет власы өсөн», «Баймаҡ баҡыр заводы» (бер бүлеге Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинаты бағышлана), «Сибай халҡының Бөйөк Ватан һуғышындағы батырлығы» экспозициялары төҙөлә.
1991 йылда музей Башҡортостан Республикаһының Милли музейының филиалдар рәтенә инә.
1993 йылдан хәҙерге бинаһында урынлаша. 1996 йылда Хеҙмәт даны музейы менән берләшеп, комбинат үҫеше тарихына бағышланған экспозициялар эшләй башлай. А. А. Шарипов, Р. Тураев шахтаның макет-киҫәлешен, баҡыр иретеү заводы моделен, Сибай карьеры макетын эшләйҙәр, улар СССР-ҙың халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә 1975-85 йылдарҙа күрһәтелә.
2006 йылдан музейға бөгөнгө статусы бирелә.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Сибай: энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — ISBN 978-5-88185-246-7.