Арғынбаева Светлана Роберт ҡыҙы

(Светлана Арғынбаева битенән йүнәлтелде)

Арғынбаева Светлана Роберт ҡыҙы (8 ғинуар 1966 йыл) — йырсы (меццо сопрано). 1993 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003). Опера йырсыларының Дж. Виотти исемендәге халыҡ-ара конкурсы лауреаты (Верчелли ҡалаһы, Италия, 1994), шулай уҡ күп кенә халыҡ-ара конкурстар дипломанты.

Арғынбаева Светлана Роберт ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 ғинуар 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (58 йәш)
Тыуған урыны Сибай, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө йырсы
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Музыка ҡоралы вокал[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡортостандың халыҡ артисы

Биографияһы үҙгәртергә

Светлана Роберт ҡыҙы Арғынбаева 1966 йылдың 8 ғинуарында Башҡорт АССР-ының (1992 йылдан Башкортостан Республикаһы) Сибай ҡалаһында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһын (1987), Өфө дәүләт сәнғәт институтын (1993) тамамлаған. 1993 йылдан Башҡорт опера һәм балет театры солисы.

Ижады үҙгәртергә

Төп партиялар: Розина («Севилья цирюльнигы», Дж. Россини, дебют, 1994), З. Исмәғилевтың «Салауат Юлаев опера» операһында — Көнбикә, «Шәүрә» операһында — Яубикә, Кармен («Кармен», Ж.Бизе), һ. б. 1994—1997 йылдарҙа Озимо ҡалаһында (Италия) Опера сәнғәте академияһында, 2000 йылда Дж. Россини ис. опера академияһында (Пезаро ҡ., Италия) стажировка үтә. Репертуарында сит ил, үҙ илебеҙ композиторҙары операларынан ариялар, башҡорт халыҡ йырҙары. «Лисео» (Барселона, Испания), «Перес Гальдос» (Лас-Пальмас ҡ., Испания), «Россини» (Пезаро) театрҙарында йырлай.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1995).
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003).

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

  • Опера йырсыларының Дж. Виотти исемендәге халыҡ-ара конкурсы лауреаты (Верчелли ҡ., Италия, 1994),
  • С. Я. Лемешев исемендәге халыҡ-ара опера йырсылары конкурсы дипломанты (Тверь ҡ., 1992),
  • Ф. Виньяса исемендәге вокалистар конкурсы дипломанты (Барселона ҡ., Испания, 1993),
  • Л. Вольпи исемендәге опера йырсылары конкурсы дипломанты (Латина ҡ., Италия, 1995)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Сибай: энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — ISBN 978-5-88185-246-7.

Һылтанмалар үҙгәртергә