Сибай ҡалаһы флагы

Сибай ҡалаһы флагы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының Сибай ҡалаһы ҡала округы символы.

Сибай ҡалаһы
ҡала округы
Сибай
Башҡортостан Республикаһы
Рәсәй

Раҫланған

14 июль 2006[1]

Пропорция

2:3

ДГР номеры

3240[2]

Авторлыҡ коллективы

Санкт-Петербург дизайн-төркөмө

Башҡортостан Республикаһының Сибай ҡалаһы ҡала округы Советы ҡарары менән 2006 йылдың 14 июлендә 125-се номер аҫтында раҫланған.

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символика регистрына 035 регистрацион номеры аҫтында индерелгән.

Рәсәй Федерацияһының геральдик регистрына 3240 регистрацион номеры аҫтында индерелгән.

Авторҙары — Санкт-Петербург ҡалаһынан дизайнерҙар төркөмө[3].

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Оҙонлоғо киңлегенә 2:3 нисбәтендә булған тура мөйөшлө туҡыма, ул өс горизонталь һыҙаттан тора: күк төҫтәге — өҫкө, аҡ төҫтәге — урта һәм йәшел төҫтәге — аҫҡы өлөш (һәр береһенең киңлеге туҡыманың 1/5 киңлегенә тиң). Йәшел менән аҡ һыҙаттар араһында бер-береһенә үтеп ингән башҡорт орнаменты; йәшел һыҙат уртаһында — флаг һабы яғына югереп барған һары төҫтәге һыуһар[3].

Символиканы дәлилләү

үҙгәртергә

Флаг тарихи, мәҙәни һәм иҡтисади үҙенсәлектәрен символдар һәм аллегориялар аша сағылдырған ҡала гербы нигеҙҙендә булдырылған.

Сибай ҡалаһы Европа һәм Азия сигендә, Көньяҡ Уралдың көнсығыш тау алды иң матур һырттарҙың береһе булған Ирәндек һиҙелмәйенсә генә Урал аръяғы платоһына күскән ерҙә урынлашҡан. Үҙенең барлыҡҡа килеүе менән ҡала крайҙың тәбиғәт байлыҡтарына бурыслы. Уралда бик бородан кешеләр баҡыр сығарғандар. Быны Арҡайым һәм Таналыҡ боронғо ҡалалары урындарындағы ҡаҙыныу эштәре иҫбат итә. Легендаға ярашлы, Иҫке Сибай ауылынан бер ябай һунарсы ҡалаға нигеҙ һала: ул һыуһар өңөн ҡаҙған саҡта ҡыҙыл балсыҡҡа юлыға. Асыҡланыуынса, балсыҡта бик күп баҡыр, алтын һәм көмөш булып сыға. Ул асҡан ятҡылыҡ урырында Сибай ҡалаһы барлыҡҡа килә, шуға күрә флагтың төп фигураһы — йәшел ерлектә йүгереп барған һыуһар.

Йәшел ерлек ҡаланың башҡорт ерҙәрендә урынлашҡанын күрһәтеп, тауҙар силуэты рәүешендәге «ҡусҡар» милли орнаменты менән биҙәлгән. Флаг композицияһына тауҙар силәэтын индереү Сибайҙың үҫеше тау-сығарыу сәнәғәте менән бәйле булыуын күрһәтә. Флагта республика флагының өс төҫөн — күк, аҡ һәм йәшел — ҡулланыу Сибай ҡалаһының Урал аръяғындағы иҡтисади һәм мәҙәни үҙәге булараҡ урынын билдәләй.

Зәңгәрһыу (күк) төҫ асыҡлыҡ һәм уй-ниәттәренең сафлығын аңлата.

Көмөш (аҡ) төҫ — тыныслыҡҡа ынтылыу, асыҡлыҡ, үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә әҙерлек символдары .

Йәшел төҫ — тәбиғәт, яҙ, өмөт, мәңгелек тормош төҫө[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Решение Совета городского округа город Сибай Республики Башкортостан от 14.07.2006 № 125
  2. Внесён в Государственный регистр символики в Республике Башкортостан под № 035
  3. 3,0 3,1 3,2 [1] Символика городов и районов Республики Башкортостан. Город Нефтекамск, стр. 83-84

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Сибай ҡалаһы гербы