Төп менюны асырға

Зәңгәр Нил[1] йәғни Бахр-әл-А́зрак[1] (ғәр. البحر الازرق‎ йәғни ғәр. النيل الأزرق‎, Ән-Ниль-әл-Азрак[2]), Эфиопияла — Абба́й[3] (амх. ጥቁር አባይ, һүҙмә һүҙ «ҡара») — Судан һәм Эфиопияла йылға, Нилдың уң ҡушылдығы.

Зәңгәр Нил
ғәр. النيل الأزرق, амх. ጥቁር አባይ
Бахр-Дар ҡалаһы янандағы тупһалар, Эфиопия
Бахр-Дар ҡалаһы янандағы тупһалар, Эфиопия
Характеристика
Оҙонлоғо 1783 км
Һыу сығымы 1525,3 м³/с
Һыу ағымы
Инеше Тана
 · Урынлашыуы Эфиопия таулығы
 · Бейеклеге 1830 м
 · Координаталар 11°37′14″ с. ш. 37°24′30″ в. д.HGЯO
Тамағы Нил
 · Урынлашыуы Хартум
 · Координаталар 15°37′25″ с. ш. 32°30′07″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Нил → Урта диңгеҙ

Илдәр Эфиопия Эфиопия, Судан Судан
Зәңгәр Нил (Африка)
Blue 0080ff pog.svg
инеше
Blue pog.svg
тамағы
Зәңгәр Нил Викимилектә

ГеографияҮҙгәртергә

 
Зәңгәр Нил картала

Оҙонлоғо 1783 км[4]

Эфиопия таулығындағы Тана күлендә башлана. Күлдән сыҡҡан һыу гидроэлектростанциялы быуа менән тәртипкә һалынған. Зәңгәр Нил йылғаһы тамағынан 580 километрға юғарыраҡ өлөшөндә суднолар йөрөй ала.

Үрге ағымы Эфиопия таулығы өлөшөндә Аббай исемен йөрөтә. 500 км дауамында 900—1200 метр тәрәнлектәге каньон аша аға. Эфиопияла изге йылға тип иҫәпләнә, шунлыҡтан уға икмәк һәм башҡа аҙыҡ-түлек рәүешендә бүләк алып киләләр.

Судан территорияһында йылға Бахр-әл-Азрак (ғәр. бахр — «диңгеҙ» һәм азрак — «зәңгәр») исемен йөрөтә һәм бында Росейрес ҡалаһы эргәһендә ҙур һыуһаҡлағыс төҙөлгән.

Хартум ҡалаһында Зәңгәр Нил Аҡ Нил менән ҡушылып Нил йылғаһын барлыҡҡа килтерә.

Ямғырҙар осоронда Зәңгәр Нилдең һыуҙары Нилға ағып төшкән дөйөм һыу күләменең 60 %-ын тәшкил итә, ҡоро осорҙа йылға ныҡ һайыға. Түбәнге ағымында ебәк баҫыуҙарын һуғарыу һәм һыу менән тәмьин итеү өсөн ҡулланыла. Ямғырҙар осоронда уртаса һыу сығымы 2350 м³/сек.

2011 йылда йылғала «Бөйөк Эфиопия Яңырыу быуаһы» төҙөү башлана, ул 15 гидроагрегаттан тора. ГЭС ҡеүәте 5250 МВт тәшкил итәсәк[5][6].

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — Б. 93.
  2. Инструкция по передаче на картах географических названий арабских стран. — М.: Наука, 1966. — С. 22.
  3. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — Б. 7.
  4. Brücken über den Nil in Khartoum/SudanDipl.-Ing. Gregor Gebert und Dr.-Ing. Andreas Reichelt, 2010, Seite 6, Auf: vsvi-mv.de (pdf; 14,2 MB)
  5. AFRICA 2013 выставка и конференция использования водных ресурсов и гидроэнергетики в Африке
  6. «Ethiopia: Nile Dam Project a Hydropower Hope, but Regional Sore Point», Africa: Allafrica.com, 2012, <http://allafrica.com/stories/201211260357.html?aa_source=acrdn-f0> 

ҺылтанмаларҮҙгәртергә