Ришат
Ришат — башҡорт ир-ат исеме.
Этимология
үҙгәртергәҒәрәп теленән тура юлдан барыусы; зирәк, аҡыллы, батыр, ҡыйыу тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергә- Исмәғилев Ришат Сәлих улы (15 апрель 1920 йыл — 3 сентябрь 2020 йыл) — мәғариф ветераны. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1959), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1960). I (1985) һәм II (1957) дәрәжә Ватан һуғышы һәм «Почёт Билдәһе» (1960) ордендары кавалеры. 1‑се Бөтә Рәсәй уҡытыусылар съезы (Мәскәү, 1960), Башҡорт АССР‑ы уҡытыусыларының 1—7‑се съездары делегаты.
- Исхаҡов Ришат Сәлмән улы (7 апрель 1956 йыл), хеҙмәт ветераны, ауыл хужалығы эшмәкәре һәм муниципаль хеҙмәткәр, инженер-механик. 2000—2012 йылдарҙа Иглин район хакимиәте башлығы. Рәсәй Федерацияһының (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының (1999) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2001).
- Рәхимов Ришат Рәшит улы (24 октябрь 1953 йыл) — ҡурайсы, педагог, композитор. 1998 йылдан Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982).
- Булгаков Ришат Тимерғәли улы (6 июнь 1931 йыл — 23 февраль 1989 йыл) — ғалим-нефтсе, йәмәғәтсе. Техник фәндәр кандидаты. 1972 йылдан «Татнефть» производство берекмәһенең баш инженеры, 1977—1980 йылдарҙа — берекмәнең генераль директоры. СССР-ҙың унынсы саҡырылыш (1979—1984), Татар АССР-ының алтынсы һәм туғыҙынсы саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. КПСС-тың XXVI, ВЛКСМ-дың XIII съезы делегаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1977), ике тапҡыр Губкин исемендәге премия лауреаты (1969, 1970).
- Ниғмәтуллин Ришат Ғаяз улы (20 апрель 1952 йыл) — комсомол, партия органдары хеҙмәткәре, хужалыҡ эшмәкәре, ғалим. Нефтехимия һәм химмотология өлкәһе белгесе. Техник фәндәр докторы, профессор. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының бүлек ағзаһы[2], Рәсәй инженер академияһының[3], ағза-корреспонденты, Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы академигы[4], Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы[5].
- Шәрипов Ришат Муса улы (1 ғинуар 1933 йыл — 17 июнь 2004 йыл) — Өфө приборҙар эшләү заводының комплекслы бригадаһы бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- Төхвәтуллин Ришат Айрат улы (3 март 1989 йыл) — эстрада йырсыһы (лирик тенор). Башҡортостан Республикаһының (2018) һәм Татарстан Республикаһының (2020) атҡаҙанған артисы.
- Хәсәнов Ришат Фәүҡәт улы (5 сентябрь 1954 йыл) — ғалим-әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2005) һәм мәғариф отличнигы (2000).
- Муллагилдин Ришат Усман улы (3.02.1969—15.04.2022), архитектор. Өфөләге «Торатау» Конгресс-холы бинаһы проекты авторы (Япония архитекторы Киоказу Араи менән берлектә). 1999 йылдан Рәсәй Архитекторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2008) һәм Японияның «AIDA Awards» милли премияһы (Токио, 2011) лауреаты.
- Ниғмәтуллин Ришат Вәхит улы (11.01.1959), ғалим-юрист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Юридик фәндәр докторы (2008), профессор (2013). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2009), Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының почётлы хеҙмәткәре (2009)[6].
- Вәхитов Ришат Рәкип улы (1947), Күмертау ҡала дауаханаһының балалар хирургы, һәүәҫкәр йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Ғайсин Ришат Зөфәр улы (23.08.1958), спортсы. Ауыр атлетика буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1982), СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1982—1983). Икебәйгелә РСФСР чемпионы (1981—1984), СССР кубогы һәм СССР халыҡтары спартакиадаһының көмөш призёры (икеһе лә — 1983), СССР чемпионатының бронза призёры (1982). Бөтә донъя ветерандар уйындары еңеүсеһе (1998), ветерандар араһында донъя (1996—1997) һәм Европа (1995) чемпионы[7].
- Сәғитов Ришат Рәфҡәт улы (1962), композитор, баянсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2007).
- Күзбәков Ришат Сөләймән улы (1957), ғалим-невролог, медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Ғайсин Ришат Зөфәр улы (1958), спортсы. Ауыр атлетика буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1982), СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1982—1983). Икебәйгелә РСФСР чемпионы (1981—1984), СССР кубогы һәм СССР халыҡтары спартакиадаһының көмөш призёры (икеһе лә — 1983), СССР чемпионатының бронза призёры (1982). Бөтә донъя ветерандар уйындары еңеүсеһе (1998), ветерандар араһында донъя (1996—1997) һәм Европа (1995) чемпионы.
- Рамазанов Ришат Фагам улы (2.11.1968), балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре[8].
- Ниғмәтуллин Ришат Вәхит улы (1959), ғалим-юрист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Юридик фәндәр докторы (2008), профессор (2013). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2009), Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының почётлы хеҙмәткәре (2009).
Башҡа мәғәнәләре
үҙгәртергә- Ришат (Гальб-Эр-Ришат) — Уадан ауылы янында Сахара сүллегенең Мавритания өлөшөндә урынлашҡан геологик барлыҡ.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Таңһылыу Күсимова. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит. 2018 йыл 16 май архивланған.
- ↑ Доктора наук Академии Наук Республики Башкортостан
- ↑ Состав действительных членов и членов-корреспондентов РИА
- ↑ Состав академиков Российской академии естествознания
- ↑ Ришат // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ниғмәтуллин Ришат Вәхит улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 5 ғинуар 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ғайсин Ришат Зөфәр улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 19 август 2018)
- ↑ Муниципальное автономное учреждение дополнительного образования Детская школа искусств с. Куяново. Официальный сайт. Преподаватели ОП Музыкального искусства 2015 йыл 2 май архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 октябрь 2018)