Ни́гер[1] (франц. Niger [niˈʒɛʁ], ингл. Niger [ˈnaɪdʒər], йоруба Niger, Ọya) — Көнбайыш Африкалағы иң мөһим йылға. Оҙонлоғо 4180 км, бассейны майҙаны 2 117 700 км²,[2] Африкала параметрҙары буйынса Нил һәм Конгонан ҡала өсөнсө урында тора.

Нигер
ингл. Niger
Мост через Нигер в Бамако
Мост через Нигер в Бамако
Характеристика
Оҙонлоғо 4180 км
Бассейн 2 117 700 км²
Һыу сығымы 8630 м³/с (тамаҡ)
Һыу ағымы
Инеше
 · Урынлашыуы Фута-Джаллон, Гвинеяның көньяҡ-көнсығышы
 · Бейеклеге 745 м
 · Координаталар 9°04′55″ с. ш. 10°43′24″ з. д.HGЯO
Тамағы Гвинея ҡултығы
 · Урынлашыуы Нигерияның көньяғы
 · Бейеклеге 0 м
 · Координаталар 5°19′00″ с. ш. 6°25′00″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Гвинея ҡултығы

Илдәр Гвинея Гвинея, Мали Мали, Нигер Нигер, Бенин Бенин, Нигерия Нигерия
Нигер (йылға) (Африка)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Нигер Викимилектә

Этимология

үҙгәртергә

Атаманың нисек килеп сыҡҡаны теүәл билдәле түгел. Тикшеренеүселәр араһында ла ошо юҫыҡта бәхәстәр бара. «Негр» һүҙе генә билдәле. Бәлки терминды европалылар индергәндер тигән фараздар бар. Сөнки уға тамырҙаш милләт исеме бар. Улар тарихи тамырҙаш исемдәр иҫәпләнә.

Фараздарҙан иң популяры туареги телендәге nehier-ren — ағын йылға, йылға. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса тамырын «егерев н’егерев» һүҙҙәренә лә бәйләйҙәр. Ул да тамашек телендә оло йылға тигән мәғәнәлә. Яр буйында йәшәгән башҡа халыҡтар ҙа Нигер тип атап йөрөткән.

латин һүҙе «niger»ҙан алынған тигән гипотезалар ҙа бар. Ул ҡара тигән мәғәнә бирә. Яр буйында йәшәгән ерле халыҡ йылғаны төрлөсә атай: Джолиба (мандинго телендә — «оло йылға»), Мэйо, Эгхирреу, Изо, Кворра (Куарра, Ковара), Баки-н-руу һәм башҡа телдәрҙә лә барыһы ла йылға мәғәнәһен бирә[3]

Гидрографияһы

үҙгәртергә
 
Нигер йылғаһының боролошо

Йылға башы Гвинеяның көньяҡ-көнсығышында Леон-Либерия ҡалҡыулығында урынлашҡан. Үрге ағымында йылға Джолиба́ тип атала[4]. Йылға төньяҡ-көнсығышҡа аға, Мали менән сикте киҫеп үтә. Үрге һәм түбәнге ағымында Нигер һикәлтәле, башлыса тар үҙәндә аға. Урта ағымында Нигер тигеҙлек йылғаһына хас һыҙатлы. Гвинеяның Курус ҡалаһынан Малиҙың баш ҡалаһы Бамакоға тиклем, шулай уҡ Серу ҡалаһынан түбәнерәк Нигер киң үҙәндә аға һәм суднолар йөрөрлөк. Малиҙың Ке-Масина ҡалаһынан түбәнерәк Нигер, эске дельта булдырып, бер нисә тармаҡҡа бүленә. Эске дельта районында Нигер үҙәне ныҡ һаҙлыҡланған. Элегерәк был урында ул тымыҡ күлгә ҡойған. Томбукту районында күп һанлы тармаҡтар бер үҙәнгә берләшә. Аҙаҡ йылға көнсығышҡа ҡарай Сахараның көньяк сиге буйлап 300 км дауамында аға. Бурем ҡаласығы янында Нигер көньяҡ-көнсығышҡа борола һәм тамағына тиклем киң үҙән буйлап аға, унда суднолар йөрөрлөк. Йылға Нигер территорияһы буйлап аға, унда йылғаларҙың ҡасандыр Нигерға ҡойған күп һанлы ҡоро үҙәндәре (вади) урынлашҡан, Бенин сиге буйлап, аҙаҡ Нигерия аша аға һәм Гвинея ҡултығына ҡоя, унда 24 мең км² майҙанлы ҙур Нигер дельтаһын хасил итә. Нун — дельтаның иң оҙон тармағы, әммә суднолар йөрөү өсөн тәрәнерәк Форкадос тармағы ҡулланыла[4].

Нигерҙың төп ҡушылдыҡтары: Мило, Бани (уң); Сокото, Кадуна һәм Бенуэ (һул).[5][6]

Нигер сағыштырмаса «таҙа» йылға, Нил менән сағыштырғанда уның һыуының болғансыҡлығы ун тапҡырға аҙ. Был Нигерҙың үрге ағымы ҡаялы ерҙән үтеүе һәм ләмдең күп булмауы менән бәйле[7]. Нил кеүек үк, Нигер йыл һайын таша. Был сентябрҙә башлана, иң ҙур ташҡын ноябргә тура килә, ә май айында тамамлана[7].

Йылғаның ғәҙәти булмаған үҙенсәлеге уның эске дельта тип аталған урыны, ул буйға һуҙылған үҙән ауышлығының ныҡ кәмегән урынында барлыҡҡа килгән. Урын үҙәнле күп тармаҡ өлкәһенән, ваҡыт-ваҡыты менән һыу баҫҡан һыу-һаҙлыҡлы урындарҙан һәм Бельгия ҙурлығындағы күлдәрҙән ғибәрәт. Оҙонлоғо 425 км, киңлеге 87 км. Миҙгелле ташҡындар эске дельтаны балыҡсылыҡ һәм ауыл хужалығы өсөн саманан тыш уңайлы яһай[8].

Нигер парланыу һәм фильтрация арҡаһында, Сегу менән Томбуктэске дельта участкаһында үҙ сығымдарының яҡынса өстән ике өлөшөн юғалта. Хатта Мопти ҡалаһы янындағы дельтаға ҡойған Бани йылғаһының һыуҙары ла был юғалтыуҙы ҡаплай алмай. Уртаса юғалтыуҙар 31 км³/йыл баһалана (уларҙың күләме йылдан йыл айырыла).[9] Эске дельтанан һуң Нигерға күп ҡушылдыҡтар ҡоя, әммә парланыуҙан булған юғалтыуҙар элеккесә ҙур булып ҡала. Нигерияға Йола районында килгән һыу күләме 1980 йылдар алдынан 25 км³/йыл баһаланған, һәм һикһәненсе йылдар дауамында 13,5 км³/йыл булған. Нигерҙың иң мөһим ҡушылдығы Бенуэ Локоджа районында ҡушыла. Нигерияла ҡушылдыҡтар күләме, ил терриорияһына ингәндә, Нигерҙың үҙ күләменә ҡарағанда алты тапҡыр ҙурыраҡ. Дельтаға Нигерҙың сығымдары 177 км³/йыл арта (1980 йылдарҙа тиклем мәғлүмәттәр буйынса, һикһәненсе йылдар дауамында — 147,3 км³/йыл[9].

Гидрология режимы

үҙгәртергә

Нигер йәйге муссон ямғырҙары һыуы менән туҡлана. Үрге ағымында һыу ташыу июндә башлана һәм Бамако янында сентябрь — октябрь айҙарында максимумына етә. Түбәнге ағымында һыу июндә урындағы ямғырҙарҙан күтәрелә, иң көслө ташҡын сентябрҙә була. Нигер һыуының уртаса сығымы тамағында 8630 м³/с, йыллыҡ аҡмаһы 378 км³, ә һыу ташҡан ваҡытта сығымы 30—35 мең м³/с етеүе ихтимал[4].

Нигерҙың һыу режимы Африканың субэкваториаль киңлектәренә тап килә һәм Судан төрөнә ҡарай. Был төрҙәге йылғалар башлыса ямғыр һыуҙары менән туҡлана һәм киҫкен миҙгелле сығым һәм аҡма менән характерлана (ғәҙәттә иң күп һыу йәй аҙағында һәм көҙгөлөк, иң әҙ һыу — ҡышын һәм яҙын). Нигер режимының иң төп үҙенсәлектәре уның үрге һәм түбәнге ағымдары яуым-төшөмдәргә бай өлкәләрҙә урынлашыуы менән бәйле, ә урта ағым бассейнына көслө ҡоролоҡ һәм көслө парланыу хас.

40 йыллыҡ (1952 йылдан 1992 йылға тиклем) күҙәтеүҙәр эсендә алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, Маланвиль гидрометрик станцияһы районында (Бениндың төньяғында урынлашҡан, яҡынса, Нигер тамағынан ағым буйлап өҫкә ҡарай 1100 км алыҫлыҡта), һыуҙың уртаса сығымы яҡынса 1053 м³/с тиң, иң юғары сығымы — 2726 м³/с, иң аҙ сығымы — 18 м³/с.

Нигер 1952 йылдан 1992 йылға тиклем айлыҡ сығым
(үлсәүҙәрв городе Маланвиль[en])[10]
 
Геродот буйынса Нигер Нилдың өлөшө булған

Урта быуаттарҙа ғәрәп географтары Нигер Нил менән тоташҡан тип уйлай. Был идеяға грек географтары башланғыс һала — Геродот буйынса, мәҫәлән, Нигер Атлас тауҙарынан ағып төшкән Нилдың сығанағы булған. Беренселәрҙән булып, инглиз сәйәхәтсеһе У. Д. Браун (1768—1813) үҙенең «Travels in Africa» (1799) тигән хеҙмәтендә килешмәгән был екер менән килешмәгәнен күрһәтә. 1796 йылда йәш шотланд табибы Мунго Парк европалыларҙан беренсе булып Нигерға барып етә. Парк Нигерҙың көнсығышҡа ҡарай ағыуын һәм уның Сенегалға ла, Гамбия йылғаһына ла ҡатнашлығы юҡлығын асыҡлай — элегерәк европалылар Нигер ике йылғаға бүленә тип иҫәпләгән. М. Парк Нигер ағымының йүнәлешен билдәләргә йыйына, әммә тропик биҙгәк арҡаһында кире боролорға мәжбүр була. 1805 йылда ул йәнә Нигерға килә һәм Бамаконан алып Буссангаға тиклем уның ағымын тикшерә, бында ул урындағы халыҡ тарафынан үлтерелә. Нигерҙың түбәнге ағымы тураһында ул ваҡытта бер нәмә лә белмәйҙәр, әммә ул Гвинея ҡултығына ҡоя тип уйлағандар. Был фекер 1825 йылғы Диксон Денем һәм Хью Клаппертон сәйәхәттәре һәм 1827 йылда Хю Каппертондың икенсе сәйәхәте раҫлай. XIX быуаттың 20-се йылдар аҙағында француз сәйәхәтсеһе Рене Кайе, үҙен ғәрәп сауҙагәре тип танатып, Томбуктуға бара. 1830 йылда Британия империяһы хөкүмәте Ричард Лендерҙы[en], Клаппертондың алдағы сәйәхәтендәге иптәшен Нигер ярҙарына, йылға ағымын ентекле өйрәнеү өсөн, ебәрә, Буссангаға етә, унан ағым буйлап түбәнгә төшә, һәм 900 км йөҙөп, Гвинея ҡултығына тиклем барып етә. 1832 йылда Лендер Нигерға Бенин бухтаһы аша инә һәм йылға буйлап өҫкә йөҙә; шундай уҡ сәйәхәтте, уның менән бер үк ваҡытта Лэрд[en] һәм Ольдфильд башҡара, уларҙан һуңғыһы Раббиға, тамағынан 750 километрға барып етә. Байки[en], инглиз диңгеҙ офицераҙары менән берлектә, 1857—1864 йылдарҙа Нигерҙың Раббаға тиклем түбәнге ағымын тикшерә һәм унда ярҙар буйлап сауҙа станцияларына нигеҙ һала. Йылғаның урта ағымы, Томбуктуҙан алып Саиға тиклем, 1854 йылда Барт тарафынан тикшерелә. Нигерҙың Бенуэ тамағы һәм Рабба араһындағы ағымын 1867 йылда Ральф тикшерә, ләкин әле 1832 йылда уҡ Лэнг Нигер сығанағына барып етә, уның төп сере 1879 йылда Мустье һәм Цвейфель тарафынан асыла. Гаммаки һәм Томбукту араһындағы картаға төшөрөп, теүәл тикшереүҙе француз офицеры Карон 1887 йылда башҡара.

XIX быуатта Нигер йылғаһының урта ағымының үрге өлөшөндә, Томбукту янында, француздар төпләнә. Сауҙа бынан көнбайышҡа, йәғни Сенегал йылғаһының түбәнге ағымына йүнәлтелә. Шул уҡ ваҡытта Нигерҙың түбәнге ағымында күптән Европа сауҙа факториялары була — XIX быуаттың 80-се йылдарында инглиздәр француз факторияларын һатып ала[6].

 
Мали, Нигер йылғаһындағы утрау

1946 йылдың 24 октябрендә өс француз, Жан Сови, Пьер Понти һәм кинорежиссёр Жан Руш, бөтәһе лә Африка француз колонияларында хеҙмәт итеүселәр, йылғаның бөтә оҙонлоғо буйлап сәйәхәт итергә ҡарар итә. Улар юлды Нигерҙың Кисидугу районында (Гвинея-Бисау) иң башынан башлай, башта йәйәү китәләр, сөнки шарттар һал ҡулланыуға мөмкинлек бирмәй. Һуңынан улар, йылға киңәйә һәм тәрәнәйә барған һайын, сәйәхәтте төрлө йөҙөү сараларында башҡара. Пьер Понти сәйәхәтте Ниамейҙа туҡтата, ә ҡалған икеһе 1947 йылдың 25 мартында океанға барып сыға. Үҙҙәренең юлын улар 16 миллиметрлыҡ камераға төшөрә, ошо төшөрөүҙәрҙән Жан Руш ике этнографик документаль фильм монтажлай: «Au pays des mages noirs» һәм «La chasse à l’hippopotame». Фильм Руштың «Le Niger En Pirogue» (1954), шулай уҡ «Descente du Niger» китаптарына (2001) иллюстрация кеүек хеҙмәт итә. Пьер Понти шулай уҡ баҫма машинкала яҙып, сәйәхәт барышында гәзиткә мәҡәләләр ебәрә[11].

2005 йылда Норвегия сәйәхәтсеһе Хельге Хьелланд Нигерҙың бөтә оҙонлоғо буйлап тағы бер экспедиция ойоштора, үҙенең юлын 2005 йылда Гвинея-Бисауҙа башлай. Ул үҙенең сәйәхәте тураһында документаль фильм төшөрә, уны «Кошмарное путешествие» тип атай («The Cruellest Journey»)[12].

Йылға бөгөлө

үҙгәртергә

Эре йылғалар араһында Нигер үҙәне ғәҙәти булмаған формаға эйә. Уның бумерангҡа оҡшаған йүнәлеше ике мең йылға яҡын Европа географтарын башын бутай. Нигерҙың башы Атлантик океандан 240 саҡрым алыҫлыҡта ғына урынлашҡан, әммә йылға кире йүнәлештә, Сахараға, юл аса, шунан һуң боронғо Томбукту ҡалаһы эргәһендә ҡырҡа уңға борола һәм Гвинея ҡултығына тиклем көньяҡ-көнсығышҡа табан аға. Боронғо римлеләр, мәҫәлән, Өлкән Плиний, Томубукту янындағы йылғаны Нилдың өлөшө тигән, Ибн Баттута ла ошо фекер яҡлы булған. Тәүге Европа тикшеренеүселәре иһә, үрге Нигер көнбайышҡа ҡарай аға һәм Сенегал йылғаһы менән тоташа, тип һанаған.

Бындай ғәҙәти булмаған йүнәлеш борон ике йылға бер йылғаға берләшеүе арҡаһында килеп сыҡҡандар, моғайын[13]. Томбуктунан көнбайыштараҡ башланған Үрге Нигер, хәҙер булмаған күлгә ҡойоп, хәҙерге йылғаның яҡынса бөгөлө урынында тамамлана, шул уҡ ваҡытта Нигерҙың түбәнге ағымы шул уҡ күл янында ҡалҡыулыҡтарҙан башлана һәм көньяҡҡа Гвинея ҡултығына аға. Б. э. т. 4000—1000 йылдарҙа Сахара йәйелә барған һайын, ике йылға ла йүнәлешен үҙгәрткән һәм бер-береһенең ағымын эләктереп алыу һөҙөмтәһендә бер йылға булып ҡушылып аға башлаған.

Хужалыҡта файҙаланыу

үҙгәртергә

Эске дельтала һәм йылғаның тамағы дельтаһында ерҙәр бигерәк тә уңдырышлы. Йылға йылына 67 миллион тонна ләм килтерә.

Йылғала күп быуалар һәм гидроузелдар төҙөлгән. Эгретт һәм Сансандинг быуалары һыуҙы һуғарыу каналдары өсөн күтәрә. Нигерҙа иң ҙур Каинджи гидроузелы[14] 1960 йылдарҙа төҙөлә. Гидроэлектростанцияның ҡеүәте 960 Мвт тәшкил итә, һыуһаҡлағыс майҙаны — яҡынса 600 км².[4]

Суднолар йөрөшө йылғала ҡайһы бер участкаларҙа ғына үҫешкән, бигерәк тә Ниамей ҡалаһынан алып океанға ҡойған урынға тиклем. Йылғала балыҡ (алабуға, карп һ.б.) күп, шуға күрә урындағы халыҡ араһында балыҡсылыҡ үҫешкән.

Йылғаның Гвинея ҡултығына ҡойған урынында, Порт-Харкорт ҡалаһында, диңгеҙ порты урынлашҡан.

Йылға транспорты

үҙгәртергә

2009 йылдың сентябрендә Нигерия хөкүмәте Нигерҙа Баронан алып Варриға тиклем йылға төбөн ләмдән таҙартыу буйынса 36 миллиард найра аҡса бүлә. Диңгеҙ төптәрен тикшереү Атлантик океандан алыҫ урынлашҡан ултыраҡтарға йөк ташыуҙы еңеләйтеү өсөн тәғәйенләнә[15]. Ошондай эштәр бер нисә тиҫтә йыл элек тә уйланыла, әммә улар кисектерелә[16]. Нигерия президенты Умару Яр-Адуа проект Нигер буйлап йыл әйләнәһенә навигацияны тәьмин итәсәк тип билдәләй, һәм Нигерия 2020 йылға донъяның егерме иң индустрияллаштырылған иле буласаҡ тип ышана[15][16]. Алхайи Ибрагим Био, Нигерия транспорты министры, министрлыҡ әлеге проект билдәләнгән ваҡытҡа тамамланһын өсөн ҡулынан килгән барыһын да эшләйәсәген әйтә. Бындай эштәр яр буйы зоналарында урынлашҡан ауылдар халҡында кире ҡараш тыуҙырыуы мөмкин тигән борсолоу ҙа белдерҙе[15]. 2010 йылдың март аҙағында Нигерҙа йылға төбөн тәрәнәйтеү эштәре буйынса проект 50 % тамамлана[17].

2017 йылдың февралендә Нигерия транспорты министры Ротими Амаечи[en] Нигерҙа йылға төбөн тәрәнәйтеү эштәренең тамамланыуы һәм Бенуэла эштәрҙең башланыуы тураһында хәбәр итә[18].

Финанслау

үҙгәртергә

Нигерҙы үҙләштереү буйынса күпселек инвестициялар ярҙам фондынан алына. Мәҫәлән, Кандаджи быуаһы төҙөлөшө үҫештең ислам банкы, үҫештең Африка банкы, нефть экспортлаусы илдәр ойошмаһы үҫеше фондынан финанслана. Донъя Банкы 2007 йылдың июлендә Нигер бассейнында финанс проекттарына ҙур булмаған проценттар менән ун ике йылға ссудалар бирә[19]. Нигерҙа быуаларҙы тергеҙеү маҡсаттарынан тыш, ссуда шулай уҡ экосистемаларҙы тергеҙеүгә һәм иҡтисад потенциалын үҫтереүгә йүнәлтелгән[20].

ағым түбәненә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. Ф. Л. Агеенко. Русское словесное ударение. Словарь имён собственных. — М: ЭНАС, 2001.
  2. Gleick, Peter H. (2000), «The World's Water, 2000-2001: The Biennial Report on Freshwater», Island Press, с. 33, ISBN 1-55963-792-7 ; online at Google Books
  3. В. К. Губарев. Река НигерДостопримечательности Стран Мира. retravel.ru. Дата обращения: 2012-3-7. Архивировано 2 июнь 2012 года.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Нигер (река в Африке) — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание). Муранов А. П.
  5. Фридрих Ган. Африка. — 2-е изд. — Санкт-Петербург: Типография товарищества «Просвещение», 1903. — С. 393—395. — 772 с. — (Всемирная география под общей ред. проф. В.Сиверса.).
  6. 6,0 6,1 Нигер // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  7. 7,0 7,1 Reader 2001, p. 191
  8. Reader 2001, pp. 191–192
  9. 9,0 9,1 FAO: Irrigation potential in Africa: A basin approach, The Niger Basin. Дата обращения: 11 май 2013. Архивировано из оригинала 21 июль 2017 года., 1997
  10. Niger Basin, Station: Malanville. www.grdc.sr.unh.edu. Дата обращения: 15 ғинуар 2020.
  11. Brenda Baugh. About Jean Rouch. Documentary Education Resources. Дата обращения: 27 ғинуар 2010.
  12. Bergen International Film Festival — The Cruelest Journey. Дата обращения: 11 май 2013. Архивировано из оригинала 16 июль 2011 года. 2011 йыл 16 июль архивланған.
  13. New encyclopedia of Africa, Volume 4. John Middleton, Joseph Calder Miller, p.36
  14. Нигер // Словарь современных географических названий. — Екатеринбург: У-Фактория. Под общей редакцией акад. В. М. Котлякова. 2006.
  15. 15,0 15,1 15,2 Nigeria begins vast river dredge. BBC (10 сентябрь 2009). Дата обращения: 11 сентябрь 2009. Архивировано 13 май 2013 года.
  16. 16,0 16,1 Wole Ayodele. Yar'Adua Flags off Dredging of River Niger. This Day Online (9 сентябрь 2009). Дата обращения: 11 сентябрь 2009. Архивировано из оригинала 14 сентябрь 2009 года. 2009 йыл 14 сентябрь архивланған.
  17. N36bn River Niger dredging project 50% completed – FG. Punch on the web (25 март 2010). Дата обращения: 11 май 2010. Архивировано из оригинала 2 октябрь 2011 года. 2011 йыл 2 октябрь архивланған.
  18. Maintenance dredging of River Niger: Another wasteful venture? (ингл.). Ships & Ports (30 апрель 2018). Дата обращения: 10 октябрь 2019.
  19. Voice of America: RSS Feed World Bank Sending $500 Million Funding for Niger Basin Development. Дата обращения: 11 май 2013. Архивировано из оригинала 4 август 2011 года., July 4, 2007
  20. World Bank: Niger Basin Water Resources Development and Sustainable Ecosystems Management Project. Дата обращения: 11 май 2013. Архивировано из оригинала 12 июнь 2011 года., accessed on January 9, 2010
  • Дмитревский Ю. Д. Внутренние воды Африки и их использование. — Л.: Гидрометеорологическое изд-во, 1967.
  • River studies and recommendations on improvement of Niger and Benue. — Amsterdam: North-Holland Pub. Co., 1959.
  • Reader, John (2001), «Africa», Washington, D.C.: National Geographic Society, ISBN 0-620-25506-4 
  • Thomson, J. Oliver (1948), «History of Ancient Geography», Biblo & Tannen Publishers, ISBN 0-8196-0143-8 
  • Welcomme, R.L. (1986), "The Niger River System", in Davies, Bryan Robert & Walker, Keith F., «The Ecology of River Systems», Springer, сс. 9–60, ISBN 90-6193-540-7 
  • Нигер // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)