Берберҙар

(Берберы битенән йүнәлтелде)

Берберҙар (грек. βάρβαροι, лат. barbari; исем әмәзәғ, амахаг — «ирекле ир[17]»; кабил. Imaziɣen) — төньяҡ Африканың VII быуатта ислам динен ҡабул иткән ерле халҡы. Улар йәшәгән биләмәләр көнсығышта Египеттың көнбайыш сиктәренән (Сива оазисынан) башланып, көнбайышта Атлантик океанға тиклем һуҙылһа, көньяҡта — Нигер йылғаһына саҡлы, төньяҡта иһәе Урта диңгеҙгә тиклем территорияны алып тора. Афрозия макроғаиләһенең бербер-ливан телдәрендә һөйләшәләр. Дин буйынса — күпселеге сөннәтле мосолмандар.

Берберҙар
Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: яҡынса 24 млн. кеше
* Алжир Алжир: 10 791 400[1]

Тел

бербер, ғәрәп, француз

Дин

ислам

Раса тибы

европеоид

Туғандаш халыҡтар

ғәрәптәр, сонгай, фульбе

Төньяҡ Африканы мосолмандар баҫып алғандан һуң, Мәғриб халҡына ғәрәп мәҙәниәте ныҡ йоғонто яһай. Халыҡтың күпселеге мигриб — ғәрәп телен белә. Халыҡтың бер өлөшө XIX—XX быуаттарҙағы колониаль осорҙа таралған француз һәм испан телдәрен белә.

Шулай уҡ берберҙарҙың ҙур ғына диаспораһы Францияла бар. Был диаспоранан күренекле шәхестәр сыҡҡан. Берберҙар этник һәм лингвистик яҡтан бер төрлө түгел, улар ғәрәптәр менән аралашып йәшәйҙәр.

Телдәрен аңламаған өсөн «бербер» тигән исемде европалылар, варвар һүҙенә оҡшатып биргән. Был атама экзоним булып тора, йәғни бербер халҡы үҙе был атаманы ҡулланмай.

Халыҡтар

үҙгәртергә

Күп һанлы бербер халҡы араһында төп халыҡтар:

  1. Амацирга — материктың төньяҡ-көнсығыш ярынан алып Атлас тауҙарына тиклем Телла провинцияһында йәшәгән Марокко халҡы. Диңгеҙ юлбаҫарҙары булараҡ Риф пираттары исеме менән билдәле халыҡ.
  2. Шилла — Ум-эр-Ребиа һәм Тензифт тигеҙлегендә, Атлас тауҙарынан көньяҡҡа табан Атлантик океанға тиклем ерҙәрҙә йәшәгән Марокко халҡы.
  3. Кабил — Алжирҙа йәшәгән халыҡ.
  4. Шауйя — Алжирҙа йәшәгән халыҡ.
  5. Сахара берберҙары — сүллектә йәшәгән, бик ҙур территориялар биләгән халыҡ. Иң билдәлеләре: туарегов, бени-мезаб, сокну, аудшилу, сива. Канар утрауҙарының испандар тарафынан өлөшләтә ассимиляцияланған Гуанчи халҡының берберҙарға инеүе асыҡланмаған.
улед-наиль[en] халынан бербер
Мароккола күскенсе бербер
Милли кейемдә бербер, Алжир

Египеттан көнбайышҡараҡ йәшәгән берберҙарҙың ливан ата-бабалары боронғо мысыр яҙмаларында телгә алына[18].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Бербер телдәре

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Algeria - People Groups. Berber Shawiya, Berber Imazighen, Berber Menasser, Berber Southern, Chenoua, Berber Kabyle, Berber Northern Shilha, Berber Figig, Berber Mozabite, Berber Taznatit, Berber Tidikelt Tamzight, Berber Tougourt, Ouargla.
  2. Morocco - People Groups. Berber Shawiya, Berber Atta, Berber Drawa, Berber Imazighen, Shilha Southern, Berber Tekna, Berber Uregu, Berber Warain, Berber Zekara, Izarguien, Berber Ghomara, Berber Senhaja, Berber Rifi, Berber Filala.
  3. France - People Groups. Berber Shawiya, Berber Imazighen, Berber Southern Shilha, Berber Kabyle, Berber Riffian, Berber Mozabite.
  4. Berber Canary Islands in Spain.
  5. Libya - People Groups. Zuwarah, Awjilah, Berber Jofra, Ghadames, Jabal Nafusah, Sawknah.
  6. Berber Rifi in Netherlands.
  7. Western Sahara - People Groups. Berber Tekna, Izarguien.
  8. Tunisia - People Groups. Berber Shawiya, Duwinna, Ghadames, Jerba, Matmata, Tamezret, Taoujjout Nafusi, Zawa.
  9. Belgium - People Groups. Berber Shawiya, Berber Kabyle.
  10. Berber Shawiya in Italy.
  11. Berber Shawiya in Germany.
  12. Berber Siwa in Egypt.
  13. Mauritania - People Groups. Duaish Idaouich, Masna.
  14. Berber Kabyle in Canada.
  15. United Kingdom - People Groups. Berber Imazighen, Berber Kabyle.
  16. Duaish, Zenaga in Senegal.
  17. Народы мира. Люди, культуры, образы жизни. пер. с немецкого Л.Кайсарова // «Die Volker der Erde». — М.: Аст, Kunth, 2009. — С. 54. — 143 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-17-059220-3.
  18. Народы мира: энциклопедия, — М.: Olma Media Group, 2007, С. 100