Төп менюны асырға

Вәзир - (рус. Визи́рь, ғәр. وزير‎, wazīr) — министр вазифаһы йәки мосолман Шәреғендәге илдәрҙә юғары дәрәжә биләгән чиновник [1]. Сәсәниҙәрҙән ҡалған ғәҙәт буйынса, Ғәббәсиҙәр хәлифәлегендә писарҙарҙы, кәтибтәрҙе (секретарҙарҙы) вәзир тип атайҙар[2].Урыҫ телендә бер нисә вариант яҙылыш осрай: вазир, везер, везир, визир; күплектә - вюзера́[3]

Вәзир
Осман империяһы вәзиренең мөһөрө

Хәҙерге заманда ҡулланылышҮҙгәртергә

Вәзир — хөкүмәт министры өсөн ҡулланылған стандарт ғәрәп һүҙе. Премьер-министрҙарҙы ғәҙәттә Рәис- әл-Вүзәр (һүҙмә-һүҙ: министрҙар президенты) йәки әл-Вәзир әл-Әүүәл (барыһынан алдағы министр - премьер-министр) тип атайҙар.

ШахматтаҮҙгәртергә

«Вәзир» һүҙенән урыҫ телендәге шахмат фигураһы атамаһы яһалған:ферзь[4]. Мәгәр Аҡһаҡ Тимер шахматында уны "вәзир" тип атауҙы дауам итәләр.

Шулай уҡ ҡарағыҙҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Ушаков Д. Н. Визирь // Толковый словарь русского языка.
  2. R. A. Nicholson, A Literary History of the Arabs, p. 257
  3. Визирь
  4. Крылов Г. А. Визирь // Этимологический словарь русского языка — СПб: Виктория плюс, 2004.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә