Хорезмшаһтар дәүләте

Хорезмшаһтар Дәүләте (Хәрәзмшаһтар дәүләте; фарс. خوارزمشاهیان Khwārazmshāhiyān) — Амударъяның түбәнге ағымындағы Урта Азия дәүләте. XIII быуат башында Ала әд-Дин Мөхәммәт II дәүерендә юғары үҫеш кимәлен кисерә. Империяның был бөйөк сәскә атыуы көнсығыштан килгән яңы дошман ҡыҫымы аҫтында юҡҡа сығыуы алдынан була. Хорезм империяһын Сыңғыҙ хан монголдары ҡолата.

Хорезмшаһтар дәүләте
خارزميلر دولثى

яҡынса 1200 й. Хорезмшаһтар дәүләте
яҡынса 1200 й. Хорезмшаһтар дәүләте

1097 — 1231
Баш ҡала

1097-1220 Гүргәнж (500,000)
1212-1220 Сәмәрҡәнд (400,000)
1220-1221 Ғәзни
1221-1224 Дели
1224-1231 Тәбриз (200,000)

Телдәр

Фарсы теле[1]
ҡыпсаҡ-төрөк

Дин

ислам

Халҡы

50 000 000 (иран, төрки һәм семит халыҡтары)

Идара итеү формаһы

абсолютизм

Династия

Ануштәгиндәр

Преемственность

← Бөйөк Сәлжүк империяһы

Монгол империяһы →

 Хорезмшаһтар дәүләте Викимилектә

Билдәле булыуынса, хорезмшаһ титулы б. э. 305 йылында Афригидтар династияһына нигеҙ һалыусы тарафынан индерелә һәм 995 йылға саҡлы ҡулланыла. Күпмелер өҙөклөктән һуң, титул яңынан тергеҙелә. 1097 йылда төрөк сығышлы Хорезм губернаторы Экинчи ибн Кочкар сәлжүктәрҙән бойондороҡһоҙлоҡ һәм үҙен Хорезм шаһы тип иғлан итә, әммә ошо уҡ йылда үлтерелә. Сәлжүктәр Хорезмды яулап ала һәм хорезмшаһ тип бегдили ырыуы төрөгө Кутб Дин Мөхәммәт I тәғәйенләнә. Үҙенең идаралыҡ итеүе осоронда ул сәлжүк солтаны Санжар вассалы булып ҡала һәм уға лояллек һаҡлай.

Хорезмшаһ Атсыз

үҙгәртергә

Уның вариҫы Ала әд-дин Атсыз даими рәүештә сәлжүк солтаны Санжар протекторатынан буйһоноуынан ҡотолорға ынтыла. 1138 йылда ул үҙенең сюзеренына ҡаршы баш күтәрә, Санжарҙан тар-мар ителгәнлектән, ҡасырға мәжбүр була. Әхмәд Санжар Хорезм тәхетенә туғаны Атсыз Сѳләймән шаһты ултырта. Әммә Сѳләймән шаһ Хорезмда власын һаҡлап ҡала алмай һәм 1141 йылда Санжар солтан Атсызды тәхеткә яңынан ултырта.

Шул уҡ йылда Урта Азияға көнсығыштан яңы дошман — Елюй Даша етәкселегендә ҡара ҡытайҙар килә. Сәлжүк солтаны Санжар үҙенең яҡын туғаны Ҡараханид Мәхмүт ханға ярҙамға килергә мәжбүр була. Ҡара ҡытайҙар менән Сәмәрҡәнд янындағы ҡаты алышта Санжар тулыһынса еңелә. Хорезмшаһ Атсыз Санжарҙың еңелеүенән файҙаланып, 1141 йылдың ҡышында Мерв ҡалаһын баҫып ала һәм талай, ә 1142 йылда Нишапурға яҡынлаша.

Әммә 1142 йылда уҡ инде Санжар солтан Атсызды тағы яһаҡ түләргә мәжбүр итә, бынан тыш Хорезмға ҡара ҡытайҙарға ла яһаҡ түләргә тура килә.

Ул үҙенең элгәрҙәре башлаған ерҙәрҙе йыйыу сәйәсәтен дауам итә, Хорезмға Джендты һәм Манғышлаҡты ҡуша. Күп күсмә ҡәбиләләр хорезмшаһ буйһоноуында була. Ғүмере аҙағына Атсыз Хорезмға Урта Азияның төньяҡ-көнбайыш өлөшөн буйһондора һәм ысынбарлыҡта уның күршеләренән бойондороҡһоҙ булыуына өлгәшә.

Хорезмшаһ Ил-Арыҫлан

үҙгәртергә

1156 йылда Атсыз вафат була, Хорезм тәхетенә уның улы Тажеддин Ил-Арыҫлан ултыра.

Атаһы кеүек, ул сәлжүк солтаны Санжарға һәм ҡара ҡытайҙарға яһаҡ түләй. Ил-Арыҫлан власҡа килеүгә бер нисә ай үтеүгә, 1157 йылда, Санжар вафат була һәм был Хорезмға сәлжүк ҡурсыуынан тулыһынса азат булыуға юл ҡуйя.

1160-сы йылдарҙа Ил-Арыҫлан Хорезм биләмәләренә Дехистанды һәм уның әйләнә тирәһендәге ерҙәрҙе ҡуша. Ул Хөрәсән ҡалаларын буйһондора, Ираҡ солтанатының ҡайһы бер ҡалаларын, Мәүерәнәһрҙе үҙенә буйһондорорға тырыша. 1172 йылда ҡара ҡытайҙарҙың Хорезмға походын уңышлы кире ҡаға. Бынан һуң бер аҙ ваҡыт үтеүгә Ил-Арыҫлан вафат була, ә уның улыдары Ала әд-дин Тәкәш һәм Жәләл-әд-дин Солтаншаһ тәхет өсөн көрәш башлай.

Хорезмшаһтар Солтаншаһ һәм Тәкәш

үҙгәртергә

Ил-Арыҫландың вафатынан һуң Тәкәштең кинйә ҡустыһы Солтаншаһ тәхетте биләй, әммә Тәкәш туғанының хакимлығын таныуҙан баш тарта һәм, яһаҡ түләүҙе вәғәҙәләп, хорезмшаһтарҙың төп дошмандарына — ҡара ҡытайҙарға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.

Уларҙың ярҙамы менән ҡустыһын ҡолатып, Тәкәш Хорезм тәхетен биләй. Власҡа килгәндән һуң, ул Солтаншаһты хуплаусы әсәһен үлтерергә бойора. Солтаншаһ ҡасып ҡотола һәм тағы ла егерме йыл дауамында, властан ситләтеү менән килешмәйенсә, хоҡуғын раҫларға маташа.

Хорезмшаһ Тәкәш

үҙгәртергә

Тик Солтаншаһ үлгәндән һуң ғына, 1183 йылда, Тәкәш Хорезмға бөтөнләйгә Мерв һәм Серахсты ҡуша (1193). Бынан тыш, ҡара ҡытайҙарҙың вассаллыҡ буйһондороуынан ҡотолорға ынтылып, Тәкәш Мәүерәнәһргә бер нисә поход ойоштора. 1176 йылда ул Көньяҡ Хөрәсәнде яулай, ә Горҙың (Афғанстан) хөкөмдарын үҙенең вассалына әйләндерә. 1187 йылда хорезмшаһ — Нишапурҙы, 1192 йылда — Рей ҡалаһын, ә ике йылдан һуң Ираҡты баҫып ала.

1194 йылда — Тәкәш көнбайыш-сәлжүк солтаны Рукн әд-Дин Тоғрул III ғәскәрҙәрен, ә 1196 йылда ғәббәсиҙәр хәлифе Насирҙы ҡыйрата.

Шулай итеп, Тәкәш шаһ идара иткән осорҙа Хорезм дәүләте Үҙәк Азияның иң ҡеүәтле дәүләттәренең береһенә әйләнә. Уның биләмәләре Арал диңгеҙенән һәм төньяҡта Һырдаръяның түбәнге ағымынан, көньяҡта Фарсы ҡултығына, көнсығышта Памирҙан көнбайышта Иран ҡалҡыулығына саҡлы йәйрәп ята, үҙе идара иткән дәүерҙә Хорезм территорияларын ике тапҡыр арттырыуға өлгәшә. Быларҙың барыһы менән бер рәттән Гүргәнждә Тәкәш нигеҙ һалған китапхана тураһында мәғлүмәт һаҡлана.

Хорезмшаһ Мөхәммәт II

үҙгәртергә

Хорезмшаһ Тәкәш үлгәндән һуң, тәхеткә уның Хорезм биләмәләрен тағы ла киңәйткән кесе улы Ала әд-дин Мөхәммәт ултыра.

Хорезмшаһ Мөхәммәт II идаралығы ҙур Мерв ҡалаһын баҫып ала, һуғышып та тормай Абиверд, Серахс һәм Нисаны, Нишапурҙы ала, хорезмшаһтың туғанын әсирлеккә алып, Гератҡа оҙата. Гератты ҡамаған Мөхәммәт ғәскәрҙәре ай буйына уның оборонаһын өҙөргә тырыша. Йолом алғандан һуң ғына хорезмшаһ ҡәлғәне ҡамауҙан баш тарта. Был ваҡыт гуридтар хакимы Ғияс әд-Дингә Һиндостандан ағаһы — Шиһаб әд-Диндең ғәскәрҙәре килеп етә. Байтаҡ ҡына ҡан ҡойошло һуғыштарҙан һуң хорезмлыларға сигенергә тура килә. Мөхәммәт II-нең сигенеүсе ғәскәрҙәрен эҙәрлекләгәндә, Шиһаб әд-дин оборонаһына шаһтың әсәһе — батшабикә Түркән хатун етәкселек иткән Хорезмдың баш ҡалаһы Гүргәнжде уратып ала. Ҡара ҡытайҙар ярҙамы менән Мөхәммәт гуридтарҙы Хорезм сикәренә ҡыҫырыҡлап сығарыуға һәм солох килешеүе төҙөүгә өлгәшә, әммә һуңғылары һаман һуғыш асырға маташа.

1206 йылда, Шиһаб әд-Динде үлтергәс кенә, был хәүеф юҡҡа сыға. Гурид дәүләте, өлөштәргә тарҡалып, тиҙҙән Хорезм бойондороҡлоғона эләгә.

Мөхәммәт, гуридтарҙы еңгәндән һуң, ҡара ҡытайҙар менән һуғышҡа әҙерләнә башлай. Ләкин Хөрәсән һәм Сәмәрҡәнд хакимдарын һатып алған ҡара ҡытайҙар тәүге алыштарҙа уҡ хорезмшаһ армияһын ҡыйратҡандан һуң, Мөхәммәт күпмелер ваҡытҡа яҡындарының күҙ алдынан юғалып тора. Тик 1208 йылдың яҙында ғына Мөхәммәт Хорезмға ҡабат ҡайта. Үҙ дәүләтен нығытып алғандан һуң, үҙен азат итеүсе итеп ҡабул иткән ҡара ҡытай дәүләтенең мосолмандарына таянып, ҡара ҡытайҙарға ҡаршы көрәшкә тәүәккәл тотона. 1210 йылдың сентябрендә Һырдаръя аръяғындағы Иламиш тигеҙлегендәге алышта ҡара ҡытай ғәскәрҙәре еңелеүгә дусар ителә.

1212 йылда Сәмәрҡәндтә ҡараханлы Ғосман хан етәкселегендәге ихтилал тоҡана. Мөхәммәт уны ҡанһыҙ рәүештә баҫтырып, Көнбайыш-Караханид ханлығы юҡ иткәндән һуң, Сәмәрҡәндте үҙенең баш ҡалаһы итергә ҡарар итә. 1217 йылда Мөхәммәт, донъяуи ғына түгел, ә рухи етәксе булыу теләгенән мосолман донъяһы үҙәктәренең береһе булған Бағдадҡа походҡа йүнәлә. Әммә тау артылыштарын уҙған саҡта, уның ғәскәре, көслө яуған ҡарға эләгеп, байтаҡ юғалтыуҙар кисерә. Мөхәммәткә үҙ пландарынан баш тартырға һәм Сәмәрҡәндкә кире ҡайтырға тура килә.

1215 йылға хорезмшаһ власы Хорезмдың үҙенә, Мәүерәннәһргә,Төркмәнстанға, Афғанстанға, Иранға, Атрпатаканға, Хөрәсәнгә, Көньяҡ Ҡаҙағстанға, шулай уҡ башҡа территорияларға тарала.

Әммә көнсығыштан Сыңғыҙхан етәкселегендәге монголдар баҫып килә.

Монголдар менән һуғыш

үҙгәртергә

Административ һәм хәрби аппаратта вазифа биләүсе ҡаңлы юғары ҡатламының өҫтөнлөгө Мөхәммәт II империяһының йомшаҡ урындарының береһе була.

Хорезмшаһ Мөхәммәттең әсәһе Түркән хатун сығышы менән төрки ҡаңлы ырыуынан[2] һәм шаһ һарайында ҙур йоғонтоға эйә була, ғәмәлдә үҙ туғандарын дәүләттәге төп вазифаларға тәғәйенләй. Уларҙың ярҙамы менән ысынбарлыҡта улына ҡаршы торған оппозицияны етәкләй. Монголдар ябырылыуы алдынан уларҙың мөнәсәбәттәре бигерәк киҫкенләшә. 1216 йылда Түркән хатун ҡыпсаҡтарҙың хорезмшаһҡа ҡаршы сығышын ойоштора. Был ихтилалды уның туғаны — Һырдаръя уйһыулығы наместнигы Ҡайыр хан Алып-Дерек етәкләй. Ҡыпсаҡтар еңелеүгә дусар ителә, әммә Түркән хатун, Ҡайыр ханға яза биреү түгел, хатта Отрарҙы тапшырыуҙы ныҡыша.

1218 йылда Сыңғыҙхан көнсығыштағы көнәркәштәргә бергәләп көрәшеү һәм үҙ-ара отошло сауҙа алып барыу тәҡдиме менән Мөхәммәткә илселеген ебәрә. Хорезмшаһ «башҡа дин тотоусылар (кафырҙар)» менән килешеүҙән баш тарта һәм Отрар хакимы Ҡайыр хан тәҡдиме буйынса илсе-сауҙагәрҙәрҙе язалап, ханға уларҙың баштарын ебәрә. Сыңғыҙхан Ҡайыр ханды биреүҙе талап итә, ләкин Мөхәмәд II, юғары ҡатламдың асыуынан ҡурҡып, баш тарта һәм монгол илселегенең тағы бер вәкилен язалай.

Хорезмшаһ, ғәскәрҙәренең монгол армияһынан өҫтөнлөгө өс тапҡыр артыҡ булыуына ҡарамаҫтан, хәрби етәкселәрҙең үҙенә ҡарата йәшерен һүҙ беркетеүенән ҡурҡып, армияһын бер нисә өлөшкә һәм гарнизонға бүлеп, ысынында иһә уны һәләкәткә килтерә.

Кучлукты еңгәндән һуң Сүбиҙәй-баһатур һәм Тохучар нойон етәкселегендәге монгол ғәскәре Хорезмдың сигенә яҡынлаша һәм хорезмшаһтың ғәскәре менән осраша. Хорезм ғәскәренең Мөхәммәттең улы Жәләл әд-Дин Менгебирҙе командалығындағы уң ҡанаты үҙ флангыһында уңышҡа өлгәшеп, үҙәктәге көстәренә һәм һул ҡанатына ярҙам итә. Һөжүм Ҡараңғы төшөүгә бер яҡ та хәл иткес һөҙөмтәләргә ирешә алмай. Төндә монголдар усаҡ тоҡандырып, алыш урынын ташлап китә. 1219 йылдың яҙында, Ҡытайҙы баҫып алыу кампанияһын тамамлай алмаған Сыңғыҙхан 50 меңлек армияһын Хорезмға ебәрә.

1219 йылда Сыңғыҙхан ғәскәрҙәренең Хорезмға һөжүме барышында Мөхәммәт II генераль алыш бирергә баҙнат итмәйенсә, армияһын дәүләттең төрлө ҡалаларында һәм ҡәлғәләрендә айырым отрядтарға тарҡатып ҡалдыра. Монголдарҙың ҡыҫымы аҫтында бер-бер артлы Отрар, Хожент, Ташҡәнт (Чач), Бохара, Сәмәрҡәнд, Балх, Мерв, Нишапур, Герат, Ургенч ҡалалары һәм башҡа эре хорезм ҡалалары ҡолатыла. Монголдар миллиондарса ҡала халҡын ҡырған, бер Мервта ғына 500 меңдән ашыу кешене юҡ ителә, ҡалғандары ҡоллоҡҡа һатыла.

Хорезмшаһ ғәскәре ҡалдыҡтары менән үҙенең фарсы биләмәләренә сигенә, һуңынан ҙур булмаған отряды менән Каспий буйы өлкәһенә ҡаса һәм Каспий диңгеҙендәге Абескун утрауында үпкә шеше өйәнәгенән вафат була. Мөхәммәттең улы һәм вариҫы Жәләл әд-Дин Менгебирҙе, алыҫта, Дели һәм Кесе Азияла тороп, тағы тиҫтә йылға яҡын монголдарға ҡаршы сығып маташһа ла, Хорезмшаһтар дәүләте йәшәүҙән туҡтай.

XIX быуатта хорезмшаһ титулы Хиуа дәүләтендә батшалыҡ иткән төрки ҡоңрат ҡәбиләһе вәкилдәренә бирелә.

Хорезм империяһы ҡыпсаҡтары

үҙгәртергә

XIII быуат башында Хорезмдың иң ҡеүәтле осоро була, ул ысынбарлыҡта Хорезм, Мәүерәннәһр, Иран, Хөрәсән, хәҙерге Көньяҡ Ҡаҙағстан ерҙәрен берләштерә.

Хорезм империяһын Монголдар тар-мар иткәндән һуң, Ҡыпсаҡтар Джучи улусының төп көсөнә әйләнә.

Хорезмшаһтар

үҙгәртергә
Хорезмшаһтар
Исеме Идаралыҡ иткән йылы Титулы
Экинчи ибн Ҡучкар 1097 хорезмшаһ
Ануштәгиндәр династияһы (Бекдилдәр)
Ҡотб әд-Дин Мөхәммәт I 1097—1127 хорезмшаһ
Ала әд-Дин Атсыз 1127—1138,

1139—1156

хорезмшаһ
Сѳләймәншаһ 1138—1139 хорезмшаһ
Таж әд-Дин Ил-Арыҫлан 1156—1172 хорезмшаһ
Жәләл әд-Дин Солтаншаһ 1172 хорезмшаһ
Ала әд-Дин Тәкәш 1172—1200 хорезмшаһ
Ала әд-Дин Мөхәммәт II 1200—1220 хорезмшаһ
Жәләл әд-Дин Менгебирҙе 1217—1220

1220—1231

Ғәзни, Бамиан һәм Гур солтаны,

хорезмшаһ

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Kathryn Babayan, Mystics, monarchs, and messiahs: cultural landscapes of early modern Iran, (Harvard Center for Middle Eastern Studies, 2003), 14.
  2. История Казахстана в персидских источниках. том 5. Алматы: Дайк-пресс, 2007,с.42. УЗБЕКСКИЕ ПЛЕМЕНА И РОДЫ

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Энциклопедический словарь «Историко-культурное наследие Туркменистана» под общей редакцией О. А. Гундогдыева и Р. Г. Мурадова Кузембайулы А., Адиль Е. История Республики Казахстан, — Астана, 2002 г. http://www.agnuz.info/tl_files/library/books/Hristianskiy_mir/page64.htm