Мәҡсүт (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Мәҡсүт — башҡорт ир-ат исеме. Төрки халыҡтарҙа ла киң таралған.
Этимологияһы
үҙгәртергәМәҡсүт ғәрәп һүҙе — ниәт ителгән, теләп алынған[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәШәрәфлисламов Мәҡсүт Динислам улы (Мәҡсүт Шәрәф; 12 июнь 1950 йыл) — журналист. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2008).
Фамилияла
үҙгәртергәМәҡсүтов Баязит (рус. Максютов Баязит) (тыуған һәм үлгән йылы билдәһеҙ) — Е. И. Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиән һуғышында (1773-75 йй.) ҡатнаша.
Мәҡсүтов Сәхипзада Дәүләт улы (1874—1942) — Өфө губернаһынан Рәсәй Империяһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы (1906) ағзаһы, башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Борай ихтилалы етәкселәренең береһе.
Мәҡсүтов Зиләүер Хәйҙәр улы (18 ғинуар 1955 йыл) — ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ауырғазы районының «Дуҫлыҡ» ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе. «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры.
Мәҡсүд Сөндөклө, Мәҡсүтов Садиҡ Мөбин улы (2 (15) сентябрь 1904 йыл — 23 октябрь 1981 йыл) — шағир. 1937 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1975).
Мәҡсүтова Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы (27 ноябрь 1932 йыл — 11 октябрь 2004 йыл) — башҡорт теле белгесе, йәмәғәтсе. 1957—1995 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1966 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1984 йылдан — бүлек мөдире, 1987 йылдан — баш, 1991 йылдан — төп ғилми хеҙмәтәр. 1990—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе. Филология фәндәре докторы (1981). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983).
Ауылдар
үҙгәртергәМәҡсүт (Күгәрсен районы) (рус. Максютово; икенсе атамаһы Ҡойо) — Башҡортостандың Күгәрсен районындағы ауыл.
Мәҡсүт (Стәрлетамаҡ районы) (рус. Максютово) — Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районындағы ауыл.
Мәҡсүт (Бишул) (рус. Максютово) — Һарытау өлкәһенең Пугачёв районындағы башҡорт ауылы, Рахмановка ауыл биләмәһенә керә.
Мәҡсүт (Стәрлебаш районы) (рус. Максютово) — Башҡортостандың Стәрлебаш районындағы ауыл.
Мәҡсүт разъезы (рус. Разъезда Максютово) — Башҡортостандың Бәләбәй районындағы ауыл.
Мәҡсүт (Бәләбәй районы) (рус. Максютово) — Башҡортостандың Бәләбәй районындағы ауыл.
Мәҡсүт (Туймазы районы) (рус. Максютово) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл.
Мәҡсүт (Бөрйән районы) (Вашаш; рус. Максютово) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл.
Мәҡсүт (Йылайыр районы) (рус. Максютово) — Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районындағы ауыл.
Бәләкәй Мәҡсүт (рус. Маломаксютово) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. Районда башлыса рәсми булмаған исеме Ҡарлар ҡулланыла.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |