Мәҡсүт (Һарытау өлкәһе)
Мәҡсүт (Бишул) (рус. Максютово) — Һарытау өлкәһенең Пугачёв районындағы башҡорт ауылы, Рахмановка ауыл биләмәһенә керә.
Ауыл | |||
Мәҡсүт | |||
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Федерация субъекты | |||
Муниципаль район | |||
Координаталар | |||
Милли состав | |||
Һанлы танытмалар | |||
Автомобиль коды |
64, 164 | ||
ОКАТО коды | |||
ОКТМО коды | |||
Почта индексы — 413717.
Тарихы
үҙгәртергәТәүге тапҡыр Мәҡсүт ауылы булараҡ 1797 йылда телгә алына. Табын улусына ҡараған. Ауыл 1858 йылда Урал казак ғәскәре бүлексәһенең башҡорт бүлегендә Ырымбур, Урал һәм Башҡорт казактары ғәскәре ерҙәре картаһында билдәләнгән[1].
Һамар губернаһында Кеше йәшәгән урындар исемлегенә ярашлы, 1889 йылдағы мәғлүмәттәр буйынса, ауыл Николаевск өйәҙенең Күҙәбай улусына ҡарай. Ер биләмәһе 11002 дисәтинә уңайлы һәм 1015 дисәтинә уңайһыҙ ерҙә урынлашҡан булған. Ауылда мосолман башҡорттар йәшәгән, бөтә ауыл халҡы 577 кеше тәшкил иткән, мәсет һәм ел тирмәне булған[2].
1834 йылда — 165, ә 1910 йылда — 656 кеше йәшәүе теркәлгән[3].
Халыҡ һаны
үҙгәртергә2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 121 кеше теркәлгән.
Ауылдан сыҡҡан билдәле шәхестәр
үҙгәртергә- Мырҙабаев Батырхан Әмирхан улы – эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Карта земли Оренбургского, Уральского и Башкирского казачьих войск 1858 года . ЭтоМесто.
- ↑ П. В. Кругликов. Список населенных мест Самарской губернии, по сведениям 1889 года. — Самара: Тип. И. П. Новикова, 1890. — С. 191.
- ↑ Ырғыҙ-кәмәлек башҡорттарының торама пункттары.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ләйлә Аралбаева Республика артистары Һарытау өлкәһендә ауылдаштар байрамын ойошторорға ярҙам итә // «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы. — 2016.