Бәләкәй Мәҡсүт
Бәләкәй Мәҡсүт (рус. Маломаксютово) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. Районда башлыса рәсми булмаған исеме Ҡарлар ҡулланыла. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 207 кеше[1]. Сәйрән ауыл Советы составына инә.
Почта индексы — 453222, ОКАТО коды — 80231860005.
Ауыл | |
Бәләкәй Мәҡсүт | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Тарихы
үҙгәртергәАуылға XVIII быуат уртаһында Стәрлетамаҡ өйәҙенең (хәҙерге Стәрлетамаҡ районы) Юрматы улусы Азнай түбәһе Мәҡсүт ауылы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалғандар.
Тарихсы ғалим, тарих фәндәре кандидаты Ә. З. Әсфәндиәров былай тип яҙа:
XVIII быуат аҙағында 40 кеше йәшәгән 10 ихатанан тора. VIII ревизия буйынса 6 йорт хужалығы һәм 52 кеше була. XX быуат башында халыҡ милли ҡатнашҡа әйләнә. 50 йортта башҡорттар һәм татарҙар йәшәгән, бөтәһе 288 кеше. Халыҡ — малсылар. 52 башҡорт йәшәгән 6 йорт хужалығында 114 ат, 77 һыйыр, 80 һарыҡ, 11 кәзә була. Уларҙың 100 умартаһы булған. Иген үҫтереү көс менән индерелә: 30-сы йылдарҙа. XIX быуатта губерна властары бер кешегә кәм тигәндә өс бот сәсеүҙе талап итә. Был ауылда йәшәүселәр бер кешегә 6,6 бот иген сәскән булған.— Асфандияров А.З «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.126
«Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы» Законға ярашлы ауыл биләмәһе статусына эйә[2].
Ауыл бөгөн
үҙгәртергәАуылда башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 207 | 104 | 103 | 50,2 | 49,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергәҺәләүек йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауыл Советының төп юлы урман утары Кәшәләкбаш менән тоташтыра (ҡарағыҙ. п.119 Автобус хәрәкәте расписаниеһы[3].
Алыҫлығы:[4]
Урамдары
үҙгәртергәУрам исеме[5]:
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Деревня Маломаксютово. Энциклопедия Башкортостан
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Пригородные маршруты(недоступная ссылка)
- Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан 2011 йыл 4 сентябрь архивланған.
- Страница Маломаксютово на портале «Генеалогия и Архивы»
- Асфандияров А.З «История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр.126 2020 йыл 3 март архивланған.
- «Налог Белешмәһе» системаһында Бәләкәй Мәҡсүт ауылы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан N 126-з от 17 декабря 2004 года
- ↑ Пригородные маршруты(недоступная ссылка)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Бәләкәй Мәҡсүт ауылы