Миҡат
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ми́ҡа́т (ғәр. ميقات) — ихрам халәтенә инер өсөн махсус билдәләнгән урындар. Мәккәгә донъяның төрлө яҡтарынан килгән динлеләргә ихрамһыҙ Мәккәгә инергә рөхсәт бирелмәй. 5 миҡат бар:
- Зүл-Хүләйфә, (ғәр. ﺫﻭ ﺍﻟﺣﻠﻴﻔﻪ) — Мәккәнән 450 км алыҫлыҡта ятҡан Мәҙинә ҡалаһы кешеләре өсөн, был иң алыҫ миҡат;
- Джүғфә, (ғәр. ﺟﺤﻔﻪ) — Суриә һәм Мысыр кешеләре өсөн, Мәккәнән 187 км алыҫлыҡта;
- Яламлам тауы, (ғәр. يلملم) — Йәмән кешеләре өсөн миҡат, Мәккәнән 54 км алыҫлыҡта;
- Ҡарн әл-Мәнәзил тауы (ғәр. ﻗﺮﻦ ﺍﻠﻣﻨﺎﺯﻝ) — Ҡүвәйт һәм Нәдж кешеләре өсөн миҡат, Мәккәнән 94 км алыҫлыҡта;
- Зат-үл-Ғирк, (ғәр. ﺫﺍﺕ ﻋﺮﻕ) — Ғираҡ кешеләре өсөн миҡат, Мәккәнән 94 км алыҫлыҡта[1].
Мәккәнекеләр үҙҙәрендә ихрам кейә. Рәсәй һәм БДБ илдәре хаж ҡылыусылары ихрамға Зүл-Хүләйфәлә инә[2].
Мәккәлә йәшәүселәр миҡаты - әл-Хәрәм мәсете
үҙгәртергәХаж ҡылыу ғәмәлен башлар алдынан кеше ихрам халәтенә инә, быны миҡат тип аталған махсус урындарҙа башҡара. Хаж ҡылыусы ниәт намаҙын уҡый, тулы ғөсөл ала, махсус кейем - ихрам кейә. Ирҙәрҙең аяҡ кейеменә энә тейгән булырға тейеш түгел. Ҡатындар ғәҙәттә аҡтан кейенә, ә ир-ат киң оҙон таҫтамал рәүешле ике бөркәнсек ябына. Улар булавка ярҙамында ғына беркетелә.
Мәккәлә йәшәгәндәр өсөн әл-Хәрәм мәсете миҡат булып тора [1].
Тауафты башҡалар өсөн дә ҡылырға мөмкин, баҡһаң. Ләкин бының өсөн яңынан ниәт әйтеп, миҡатҡа яңынан бармай Мәккәнән ситкә сығып, тейешле намаҙын уҡып, ғөсөлләнеп, ихрам кейеү фарыз икән. Юлдаш апайҙарҙың мәрхүмдәре өсөн тауафҡа тағы барасаҡтарын белгәс, ятып ҡала аламмы ни - уларға рәхмәттәр әйтә-әйтә ғибәҙәткә йыйындым.Кистән бер-ике сәғәт кенә серем итеп алдыҡ та Мәккә ситенә - Ғәйшә раҙыйаллаһу ғәнһә мәсетенә юлландыҡ. Такси яллар өсөн ҡунаҡхана хеҙмәткәрен саҡырып сығарҙыҡ - төнө менән мәхрәмһеҙ йөрөп ятҡан ҡатындарҙы еңел холоҡло тип уйлап, әллә ни хәл ҡылыуҙарынан да шөрләйбеҙ. Ғәйшә мәсете - нурлы мәсет. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһи үә сәлләмдең һөйөклө ҡатыны, йәшләй генә тол ҡалып, изге заттың тормош сәхифәләрен фәһемле хәҙистәр рәүешендә теркәлеп ҡалыуы өсөн ҙур хеҙмәттәр күрһәткән зирәк аҡыллы Ғәйшә раҙыйаллаһу ғәнһәнең нуры иңгән уға. Күреү менән күңелем байрам кисерҙе. Ете төн уртаһы булғас, кеше аҙ. Апайҙар юлды онота төшкән, ғибәҙәтхананың оло юлға ҡараған яғынан уҙа башлағайныҡ, туҡталыштағы микроавтобустар эргәһендәге ирҙәрҙең, харам да харам, тип һөрән һалыуҙарынан йөрәгем ярыла яҙҙы.
- Харам мәсеткә пассажирҙар йыялар, - тип тынысландыра һалды мине Нура апай.
Ысынлап шулай икән. Тейешле ғәмәлдәрҙе атҡарып, беҙ ҙә ошонан Харам мәсеткә, йәғни Ҡәғбәтуллаға такси ялланыҡ [3]
.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ А. Али-заде, 2007
- ↑ Ислам.ру
- ↑ Гүзәл Ситдиҡова. Йәннәт баҡсаһы - Өфө: Уфимский полифграфкомбинат ДУП. 2014. — 232 бит (баш.)
Әҙәбиәт
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Микат места . Ислам.ру. Дата обращения: 10 август 2013. Архивировано 22 август 2013 года.
- http://islam-today.ru/blogi/kamil_xazrat_samigullin/mikaty__mesta_vxozhdeniya_v_ixram/